– Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!
– Кем тупһамда? Кемде күрәм мин?
– Танымайһыңмы әллә?
Мин ҡайттым бит!..
Ас тиҙерәк! Был мин – Рәми.
Заманыбыҙға йәнә бер тапҡыр әйләнеп ҡайтты халыҡ шағиры. Хәйер, ул бер ҡасан да китмәгәйне, әммә уны тағы ла яңы образдарҙа, тағы ла шөһрәтлерәк кәүҙәләнештә ҡайтарыуҙан хилафлыҡ юҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостан Мәғариф министрлығы, Яҙыусылар союзы идараһы, “Салауат Юлаев тоҡомдары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа 85 йыл тулыуға арналған видеобәйгене иғлан итеү менән, уны республика халҡы ғына түгел, күрше төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә дәррәү күтәреп алды. Яраталар шул беҙҙә Рәмиҙе, яраталар. Ана шул һөйөү берләштерә лә инде халҡыбыҙҙы. Ә инде видеобәйгенең үҙенә килгәндә, унда Рәми ижадын, милли әҙәбиәтебеҙҙе һөйөүсе меңгә яҡын кеше ҡатнашты.
Йомғаҡлау сараһы Башҡортостан Милли музейында “Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә үтте. Шиғри бәйгенең еңеүселәрен баш ҡалабыҙҙың Милли музейына сәйәхәт иттергәндән һуң, йомғаҡлау сараһы башланды.
Бәйгелә ҡатнашыусылар йәш буйынса төркөмдәргә бүленде, еңеүселәр һәм лауреаттар билдәләнде. Республикабыҙҙың төрлө төбәгенән шиғыр һөйләп, видеофильмдарҙы баш ҡалаға ебәргәндәрҙе махсус жюри ағзалары баһаланы һәм меңгә яҡын ҡатнашыусынан иң-иңдәр тип һаналған етмеш биш бәйгесене һайлап алды.
Бына улар, Рәми ижады аша милли әҙәбиәтебеҙгә, милләтебеҙгә бәҫ өҫтәүселәр: 2–6 йәшлектәр төркөмөнән Айгиз Сәғәҙиев (Салауат районы), 7–11 йәше тулғандарҙан Азалия Аҡбулатова (Баймаҡ районы), Динә Бүкәнбаева (Күмертау ҡалаһы), 12–15 йәшлектәрҙән Ильяс Аҙнабаев (Салауат районы), Ринат Бәхтейәров (Учалы районы), 16–18 йәшлектәрҙән Азамат Ғөбәйҙуллин (Баймаҡ районы), 18–35 йәшлек төркөмдән Рафаэль Ғәйнуллин (Салауат ҡалаһы), 36–55 йәшлектәрҙән Гүзәл Саҙретдинова (Илеш районы), 55-тән өлкәндәр төркөмөндә Ринат Ибәтуллин (Салауат ҡалаһы). Улар һәммәһе лә – беренсе урынды алған милләттәштәребеҙ.
Башҡортостандың 30-ға яҡын ҡала һәм районынан һәм күрше биш төбәктән ҡатнашҡан башҡа бәйгеселәр икенсе, өсөнсө урындарҙы һәм айырым номинацияларҙағы еңеүҙәрҙе уртаҡлашты.
Сараның икенсе өлөшө “Башҡортостан” дәүләт концерт залында дауам итте, унда халҡыбыҙҙың күренекле сәнғәт оҫталары һәм яҙыусы-шағирҙары, видеобәйгенең еңеүселәре ҡатнашлығы менән күңелле концерт тамашаһы уҙғарылды. Был шиғриәт, рух һәм яҡтылыҡ байрамы “Быуындарға ялғап быуындарҙы, илде, телде тотҡан һүҙем бар” тип аталды. Шуға ла сәхнәлә торған аҡһаҡалы ла, сабыйы ла – һәммәһе лә берҙәй һөйөп һәм илтифат менән бағышланы үҙен башҡорт теленә, халҡыбыҙҙың көмөштәй саф Рәми шиғриәтенә... Ә халыҡ шағирыбыҙ Рәми Ғарипов менән, үрҙә яҙылғанса, киләсәктең әңгәмәһенә әйләнеп ҡайтһаҡ:
– Ниңә улай һуңлап ҡайттың, егет?
– Булды юлда төрлө кәртәләр...
– Танырмы һуң ул-ҡыҙҙарым һине?
– Бәлки, танырҙар, тип әйттеләр.
– Ҡайҙан һиндә шундай ҙур ышаныс?
– Һөйөүемдә һине, хаҡлыҡта.
Өмөт, мөхәббәт һәм ышаныс бит
Юғалмай ул, һүнмәй ваҡлыҡта...