Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әлимә, Зилә һәм Йәүҙәт осрашҡан урын
Әлимә, Зилә һәм Йәүҙәт осрашҡан урын Халыҡ китап уҡымай, тип һөйләһәк тә, ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн китапхана элек-электән белем, аң һәм мәҙәни нур таратҡан үҙәк булып ҡала. Бөгөн был ғилем усағы үҙенең эшмәкәрлеген заманса үҙгәртте. Был һүҙҙәрҙе дәлилләп, һуңғы йылдарҙа һәр районда тиерлек модель китапханаларҙың асылыуын атап үтеү ҙә етә. Улар халыҡтың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.
Хәйбулла районының Степной ауылындағы модель китапхана мөдире Әҡлимә Лунева әйтеүенсә, халыҡ уҡырға ярата. Йылына 10 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндергән мәҙәни усаҡ бөгөнгө китап уҡыусының бар зауығына яуап бирә. Кәрәк икән, Интернет селтәрендә ултыра йә үҙенә ярашлы әҙәбиәтте һайлай. Шулай уҡ теләгәндәр өсөн билдәле хаҡҡа ксерокс, кәрәкле мәғлүмәтте сығарыу, баҫтырыу, компьютерҙа йыйып биреү кеүек хеҙмәттәр ҙә күрһәтелә. Электрон китаптарҙы һайлау мөмкинлеге лә тыуҙырылған.
– Олораҡ быуын ҡулдарына тотоп уҡыуҙы хуп күрһә, йәшерәктәре Интернет аша бәйләнешкә сығыуҙы һайлай. Үткән йылда 872 китап уҡыусыны хеҙмәт­ләндерһәк, әле был һан 300-гә яҡын. Тимәк, китапханаға кеше йөрөмәй, тип әйтеү дөрөҫлөккә тап килмәҫ ине, – ти Әҡлимә Сәлихйән ҡыҙы.
Фонды 14 мең дана китаптан торған был белем усағының бинаһына күптән түгел ремонт эшләнгән, ике компьютер урынлаштырылған. Һәр саҡ яңы китаптар менән тулыланып торған, ауылдың йылы һәм нур бөркөп торған бер утрауын хәтерләткән урынға йәше лә, ҡарты ла йыш килә. Кескәйҙәр өсөн махсус мөйөш булдырылған, унда тылсымлы әкиәт китапсыҡтары урын алған, балалар өсөн матур һүрәтле әҙәбиәт кәштәлә саңланып ятмай, һәр саҡ уҡыусылар ҡулында.
Ауылдың иң оло китап һөйөүселәре Әлимә Ҡәйепова, Зилә Иҙелбаева һәм Йәүҙәт Хәйбуллиндар – китапхананың көтөп алынған ҡунаҡтары. Кемдер бында ваҡытлы матбуғат менән танышыу маҡсатында килһә, икенселәре, Әҡлимә Лунева әйтмешләй, яңы китапты “тәмләп” ҡарай, таныша. Ауылда төрлө милләт кешеләре йәшәгәнлектән, урыҫ һәм башҡорт телдәрендә тематик кисәләр, осрашыуҙар, презентациялар йыш үткәрелә. Бында шулай уҡ төрлө йүнәлештә стендтар эшләнгән, уларҙың барыһы ла уңайлы, ҡул һәм күҙ етерлек итеп урынлаштырылған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779