Халыҡ китап уҡымай, тип һөйләһәк тә, ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн китапхана элек-электән белем, аң һәм мәҙәни нур таратҡан үҙәк булып ҡала. Бөгөн был ғилем усағы үҙенең эшмәкәрлеген заманса үҙгәртте. Был һүҙҙәрҙе дәлилләп, һуңғы йылдарҙа һәр районда тиерлек модель китапханаларҙың асылыуын атап үтеү ҙә етә. Улар халыҡтың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.Хәйбулла районының Степной ауылындағы модель китапхана мөдире Әҡлимә Лунева әйтеүенсә, халыҡ уҡырға ярата. Йылына 10 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндергән мәҙәни усаҡ бөгөнгө китап уҡыусының бар зауығына яуап бирә. Кәрәк икән, Интернет селтәрендә ултыра йә үҙенә ярашлы әҙәбиәтте һайлай. Шулай уҡ теләгәндәр өсөн билдәле хаҡҡа ксерокс, кәрәкле мәғлүмәтте сығарыу, баҫтырыу, компьютерҙа йыйып биреү кеүек хеҙмәттәр ҙә күрһәтелә. Электрон китаптарҙы һайлау мөмкинлеге лә тыуҙырылған.
– Олораҡ быуын ҡулдарына тотоп уҡыуҙы хуп күрһә, йәшерәктәре Интернет аша бәйләнешкә сығыуҙы һайлай. Үткән йылда 872 китап уҡыусыны хеҙмәтләндерһәк, әле был һан 300-гә яҡын. Тимәк, китапханаға кеше йөрөмәй, тип әйтеү дөрөҫлөккә тап килмәҫ ине, – ти Әҡлимә Сәлихйән ҡыҙы.
Фонды 14 мең дана китаптан торған был белем усағының бинаһына күптән түгел ремонт эшләнгән, ике компьютер урынлаштырылған. Һәр саҡ яңы китаптар менән тулыланып торған, ауылдың йылы һәм нур бөркөп торған бер утрауын хәтерләткән урынға йәше лә, ҡарты ла йыш килә. Кескәйҙәр өсөн махсус мөйөш булдырылған, унда тылсымлы әкиәт китапсыҡтары урын алған, балалар өсөн матур һүрәтле әҙәбиәт кәштәлә саңланып ятмай, һәр саҡ уҡыусылар ҡулында.
Ауылдың иң оло китап һөйөүселәре Әлимә Ҡәйепова, Зилә Иҙелбаева һәм Йәүҙәт Хәйбуллиндар – китапхананың көтөп алынған ҡунаҡтары. Кемдер бында ваҡытлы матбуғат менән танышыу маҡсатында килһә, икенселәре, Әҡлимә Лунева әйтмешләй, яңы китапты “тәмләп” ҡарай, таныша. Ауылда төрлө милләт кешеләре йәшәгәнлектән, урыҫ һәм башҡорт телдәрендә тематик кисәләр, осрашыуҙар, презентациялар йыш үткәрелә. Бында шулай уҡ төрлө йүнәлештә стендтар эшләнгән, уларҙың барыһы ла уңайлы, ҡул һәм күҙ етерлек итеп урынлаштырылған.