Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балалар китабының яҙмышы кем ҡулында?
Балалар китабының яҙмышы кем ҡулында?Рәсәйҙә Мәҙәниәт йылында ҡайһы бер төбәктәрҙә китапханалар ябылыуы тураһында хәбәрҙар булдыҡ. Хәйер, әллә ни йыраҡ китәһе түгел: был күренеш беҙҙең республиканы ла урап үтмәне. Шулай ҙа Интернет селтәрендәге мәғлүмәттәргә күҙ һалһаң, башҡорт, татар телендә ижад иткән авторҙар менән осрашыуҙар тураһындағы яңылыҡтарҙы иҫәпләһәң һәм был сараларҙың барыһы ла китапханалар селтәре аша уҙыуына иғтибар итһәң, Башҡортостан китапханасыларының фиҙакәрлеге, үҙ эшенә мөкиббән китеүе тураһында һис икеләнмәй әйтеп була. З.Вәлиди исемендәге Милли китапхананың рәсми сайтын асып ҡарау ҙа етә: улар һәр яңы китап менән таныштыра, республикаға, Рәсәй, донъя кимәлендә ижад ҡаҙаныштарына өлгәшкән авторҙар менән осрашыуҙар, ижади семинарҙар уҙғара. Милли бүлектең эшмәкәрлеген матбуғат баҫмалары ла, радио, телевидение аша ла ишетеп-белеп торабыҙ. Уларҙа ҡунаҡта булмаған бер башҡорт, татар, урыҫ телле төбәк ижадсыһы ҡалмағандыр инде.
Яңыраҡ Өфөләге З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың Балалар уҡыу үҙәгендә “Китап менән донъя йомартыраҡ һәм сағыуыраҡ” тип аталған балалар китабы аҙналығы уңайынан яҙыусылар, журналистар, ғилми хеҙмәткәрҙәр һәм китапханасылар ҡатнашлығында “Һәр китаптың үҙ сере бар” тигән “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Фекер алышыу башланыр алдынан ошо үҙәктең бүлек мөдире Гүзәл Маликова балалар әҙәбиәте, матбуғаты буйынса “Башҡортостан Республикаһының иң шәп башҡорт китабы” республика конкурсына йомғаҡ яһаны. Ҡунаҡтарға Мостай Кәримдең (Шишмә районының Келәш моделле китапханаһы), Гүзәл Ситди­ҡованың (Өфөнөң 28-се балалар китапханаһы), Рәсимә Ураҡсинаның (Ейәнсура район китапханаһы), “Аҡбуҙат” журналының (Саҡмағош район моделле китапханаһы) һәм Лариса Абдуллинаның (Шаран районының Йомаҙыбаш ауыл китапханаһы) китабы буйынса эшләнгән буктрейлерҙар ҡарарға тәҡдим ителде. Бына шунда күренә лә инде китапхана хеҙмәткәрҙә­ренең эшенә тоғролоғо, һәр уҡыусыны йәлеп итә белеү һәләте!
Балалар яҙыусыһы Гүзәл Ситди­ҡованың Ҡыш бабай хаҡындағы шиғырынан хатта йәнһүрәт эшләп ҡуйғандар! Буктрейлерҙарҙың әҙәби әҫәр менән ҡыҙыҡтырырлыҡ итеп эшләнеүе лә белгестәрҙең ижади һәләтенән генә түгел, тәжрибәһенән дә килә, күрәһең. Иң шәп китаптың исемен билдәләр өсөн китапханасылар балаларға йыйынтыҡтарҙы нисек кенә әҙерләп тәҡдим итмәгән?! Таң ҡалырлыҡ ысулдар ҡулланыла икән хатта: йәнһүрәт, фильмдар ғына эшләнеп ҡалмай, әҫәрҙе сәхнәләштергән осраҡтар ҙа була.
Ҡолаҡҡа ятмаған алымдар ҙа бар икән. Башҡортостан Рәсәй өсөн провинция һанала, шуға күрә әллә беҙҙә балалар аҡыллы, Аллаға шөкөр, әллә китапханасылар эшен еренә еткереп башҡара, әммә түбәндәге хәл борсолоу ҙа уятып ҡуйҙы. З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Айгөл Моратова: “Мәскәүҙәге эшлекле осра­шыуҙа китап уҡымаған балаларҙы әҙәби әҫәр менән ҡыҙыҡһындырыр өсөн, баҡтиһәң, эттәрҙең ярҙамын ҡулланалар икән. Йәғни уҡыусы менән бергә йәнлек тә махсус бүлмәләрҙә уйнай, шаяра. Һөҙөм­тәлә бала тиҙ арала китапҡа ылығып китә икән”, – тине. Бер ҡараһаң, ғәжәп күренеш бит: бәләкәстәрҙе китапҡа йәлеп итәбеҙ тип, ниндәй генә сүрәткә инмәйбеҙ ҙә ниндәй генә алымдар ҡуллан­майбыҙ! Был да – китапха­на­сыларҙың, фән белгестәренең яңы алымы. “Халыҡты китаптан айыр­маҫ өсөн беҙ ҙә кеше күп йөрөгән урындарҙа ял мөйөштәре эшләргә ниәтләйбеҙ”, – тине Айгөл Динислам ҡыҙы.
Балалар китабының яҙмышы кем ҡулында?Республиканың төп китапха­наһы иң шәп китапты билдәләр өсөн конкурс иғлан иткәс, 160 эш ҡабул ителгән. Тимәк, белгестәр яҙыусы менән уҡыусы араһына күпер һалыр өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша. Әммә ныҡ ҡыҙыҡлы буктрейлерҙар ҙа йәлеп итмәүе ихтимал бит әле баланы әҫәргә. Эйе, бөгөнгө уҡыусыны XX быуаттағыһы менән сағыштырып булмай. Элек беҙ китап ҡыҙыҡлы булһа, һәр кем уны үҙе эҙләп уҡый, тип эре сирттерә инек, бөгөн хәл башҡасараҡ шул. Әммә барыбер ҙә иң төп талап һәр заманда ла бер үк булып ҡалалыр: әҫәр иҫ киткес мауыҡтырғыс булырға тейеш! Йәнә лә уның биҙәлеше, ундағы һүрәттәр ҙә бала күңеленә юл ярыу­сан. Бала сағымдағы “Гәүһәр ҡала тылсымсыһы” китабын иҫкә төшө­рәм: ундағы рәсемдәрҙең сағыулығы, әҫәрҙең шундай мөғжизәле итеп яҙылыуы ошо йыйынтыҡ менән оҙаҡ йылдар айырылмаҫлыҡ итте.
Бөгөнгө полиграфия мөмкин­лектәре хаҡында әйтеп тә торорға түгел. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте үҙенең китаптары менән донъя, Рәсәй кимәлендәге сараларҙа ҡатнашып, юғары ба­һалар алып ҡайта. Был белгес­тәрҙең генә фекере түгел, үҙебеҙ ҙә китаптарҙың һоҡлан­дырғыс итеп сығарылғанын күреп торабыҙ. Сараға саҡырылған яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова был хаҡта фекерен белдереп: “Балалар өсөн әҫәрҙәрҙә һүрәттәр сағыу, ҙур булырға тейеш. Уларҙа тәбиғи гармония һаҡланыуы ла, төҫтәрҙең дә асыҡ, теүәл булыуы мөһим”, – тине. Китаптарға ғына түгел, балалар баҫмаларына ла ҡағыла был ҡараш. Уларҙағы һүрәттәр сағыу төҫтәрҙә, ҡыҙыҡлы итеп эшләнергә тейеш, шул уҡ ваҡытта абстракт, аңлайышһыҙ рәсемдәр менән бәләкәстәрҙең башын бутарға ярамай.
“Аҡбуҙат” журналының бүлек мөдире, яҙыусы Миңлегөл Тайсина, баҫманың һүрәттәре тоноҡ булыуына бәйле, журнал уҡыу­сылары­ның ғына түгел, ә полиграфия белгестәренә ҡарата хеҙмәткәр­ҙәрҙең дә ризаһыҙлығы барлығын белдерҙе. Төҫһөҙ баҫма уҡыусыны үҙенә йәлеп итмәй, ул уны ҡулына ла алмаясаҡ. Йәшел – йәшел, ҡыҙыл – ҡыҙыл, һары һары булыуы менән бәләкәс уҡыусыла төҫтәр аша донъяны ҡабул итеү төшөнсәһен уята. Шул уҡ ваҡытта тормошта нисек, кешенең тән өлөштәре лә шул сама менән һүрәтләнеүе мөһим­леген әйтә бәләкәстәрҙең психологияһын өйрәнгән бел­гестәр. Полиграфия мөмкин­лектәре киң, ә ниңә һуң төҫтәрҙең самаһы юғалыуы һөҙөм­тәһендә ҡайһы ваҡыт гәзиттәрҙең айырым һандары ла йә ҡараңғы, йә үтә сағыу булып баҫыла? Балалар баҫмаһында бындай хаталар ебәрелергә тейеш түгел.
Әйткәндәй, китапханасылар Башҡорт­остандың иң әүҙем хеҙмәт­кәрҙәре хаҡында ла мәғлүмәт туп­лай. Өфө ҡалаһының, Ейәнсура районының үҙәк­ләштерелгән китапханалар системаһы, Дүртөйлө һәм Туймазы районы балалар китап­ханаһы селтәрҙәре белгестәре – әүҙемдәр иҫәбендә.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашҡан ҡунаҡтар ғына түгел, китапханасылар үҙҙәре лә балалар китабына булған талаптарға ярашлы фекер­ҙәре менән уртаҡлашты. Балалар уҡыу үҙәгенең бүлек мөдире Гүзәл Маликова, мәҫәлән, эш барышында балаларға ҡыҙыҡлы булған темаларҙы айырым өйрәнгән. I – IV класс уҡыусылары фәрештәләр, батша ҡыҙҙары, “смешариктар” тураһында әкиәттәр, үҙҙәренең тиҫтерҙәренең мажаралы хәлдәре, йәнлектәргә бәйле детективтар, тирә-яҡ мөхитте өйрәнгән, машиналар, хәрби техника, пираттар тура­һында, классиктарҙың бәләкәс­тәр өсөн шиғырҙарын уҡырға ярата икән. V – IX кластар башҡасараҡ донъя менән ҡыҙыҡһына, йәғни башҡа жанрҙар менән мауыға: уларға ҡурҡыныс хәлдәр, фантастик йәнлектәр, тиҫтерҙәренең мөхәб­бәте, хыянаты хаҡында әҫәрҙәр, һөйөү тураһында романдар, сихырсылар, тылсымсылар, өрәктәр, йән ҡайтыуы, ҡурҡыныс ғифриттәр, көндәлек яҙмалар уҡыу оҡшай. Тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте залында иң күп ихтыяж менән файҙаланған әҫәрҙәр – кластағы, мәктәптәге психология, Башҡорт­остан тарихы, үҙенсәлекле урындар, легендалар, бал ҡорто, милли геройҙар хаҡындағы китаптар.
Элегерәк әҙәби процесс өс тағанға таянып эшләне: Башҡорт­остан Яҙыусылар союзы, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте һәм китапханалар. Бөгөн уларҙың араһында бәйләнеш бер ни тиклем өҙөлөп тора, тиергә була. Факиһа Туғыҙбаева, Динә Талхина кеүек әҙибәләр матбуғат баҫмаларына, китапҡа ниндәй әҫәрҙәр, темалар ҡыҙыҡлы булыуынан сығып яҙыусыларға заказ бирә торғайны. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең балалар әҙәбиәте бүлеге был эш менән бөгөн үҙаллы шөғөлләнә, сөнки яҙыусылар балаларҙы, улар өсөн заманса әҫәрҙәр яҙырға кәрәклеге хаҡында онотоп бара. Бер ҡараһаң, китаптар күп нәшер ителә, иң юғары полиграфия технологиялары менән биҙәлә, ә уҡыусыға улар ҡыҙыҡлы түгел. Тап ошо осраҡта китапханасылар, уларҙың үҙаллы алып барған күҙәтеүҙәре беҙгә ярҙамға килер ине. Үрҙә һанап кителгән темаларҙы “түңәрәк өҫтәл”дә юҡҡа күтәреп сыҡманы, минеңсә, белгестәр. Һәҙиә Дәү­ләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факил Мырҙаҡаевтан башҡа үҫмерҙәр, йәштәр хаҡында хәстәрләгән әҙип­тәр юҡ та шикелле. Мәшһүр Һәҙиә апайҙың исемен йөрөткән бүләккә лайыҡ булған быйылғы лауреат Гүзәл Ситдиҡова тап үҫмерҙәр тураһындағы сәсмә әҫәрҙәргә конкурс иғлан итеп, премияның аҡсаһы еңеүселәргә тәғәйенләнәсәге хаҡын­да Интернет селтәрендә юҡҡа ғына яҙып сыҡманы. Был хаҡта ул Башҡортостан яҙыусыларының сираттан тыш съезында ла сәхнәнән әйтте.
“Түңәрәк өҫтәл”дә шулай уҡ мәктәптә мотлаҡ уҡылырға тейешле, мәктәптән тыш тәҡдим ителгән китаптар, яҙыусылар өсөн бала­ларға ҡыҙыҡлы булған темалар исемлеген төҙөү кәрәклеге хаҡында ла әйтелде. Шуныһы ҡыуандыра: Рәсәйҙең иң алдынғы китапханалар системаларының береһе булараҡ, беҙҙең китапханасылар уҡыусыға ла, яҙыусыға ла үҙҙәре башлап аҙым яһай. Директор Айгөл Моратова әйтеүенә ҡарағанда, бөгөнгө уҡыусыны һаҡлап ҡалһаҡ, тәрбиә­ләһәк, артабан китаптың яҙмышы ышаныслы ҡулдарҙа буласаҡ.
Башҡортостандың халыҡ ша­ғиры Рәми Ғариповтың шиғы­рындағыса, бөгөнгө бәләкәстәр – тубырсыҡтар, киләсәктә шаулар ҡарағайҙар. Китаптар сағыу, матур сыға, күпләп нәшер ителә, бары тик яҙыусы­ларҙың тема йәһәтенән маҡсат ҡуйып эшләүе, йәш уҡыусының зауығын ҡәнәғәт­ләндерерҙәй әҫәр­ҙәр яҙыуы ғына кәрәк! 263 кеше ижади ойошманың ағзаһы булып тора икән, шуларҙың яртыһы ғына ла заманса, юғары сәнғәт әҫәре тыуҙырһын, киләһе 20 – 30 йылға иркен тын алып ҡалыр ине балалар һәм үҫмерҙәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779