Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Хуш, шағир... Рәсәй илендә тыуған, бөтә донъяға танылған мәшһүр шағир Евгений Евтушенконың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
...Армия сафында Мәскәүҙә хеҙмәт иткәндә, 1962 йылдың йәйендә, миңә Лужники стадионында шул саҡта уҡ халыҡ араһында киң танылған шағирҙың сығышын ҡарау-тыңлау шатлығы тейҙе. Ике сәғәттән ашыуыраҡ ваҡытҡа һуҙылған арала ул үҙенең бик күп шиғырҙарын яттан һөйләне. Уның сығышын тыңлағанда илһамлы тулҡынланыуҙар күңел ярҙарынан артылып сыҡты. Бына нисек ысын шиғриәткә һалынған һүҙ көсө!

Евгений Евтушенко 1933 йылда Себер киңлектәренең Зима тип аталған бәләкәй генә станцияла тыуған. Евгений Александрович уҙған быуаттың 50-се йылдар башында уҡ урыҫ әҙәбиәте күгенә йылғыр ҡарлуғастай ҡыйылып осоп инә лә, тыуған иленең ер-күгендә ҡанаттарын нығытып, уларҙы бөркөт төҫлө донъя киңлектәренә йәйеп ебәрә.
Һуңғы йылдарҙа ул Америка Ҡушма Штаттарында йәшәне һәм шунда ижад итте. Евгений Евтушенко — донъяға танылған иң ҙур, йөҙҙән ашыу илдә булған, уларҙа әҫәрҙәре баҫылған күренекле шағир. Ул романдары, повестары, хикәйәләре менән киң танылған яҙыусы ла. Заманында ул, үҙе сценарийҙарын яҙып, өс нәфис фильмға режиссер, өҫтәүенә береһендә, космонавтикаға нигеҙ һалыусы К. Э. Циолковский образын тыуҙырып, төп ролде башҡарыусы ла булды.
Шағир ғүмер буйы фотоға төшөрөү менән дә даими шөғөлләнде. Уның фотоальбомдары, ике тапҡыр Италияла һәм башҡа илдәрҙә лә баҫылып, хатта профессионалдар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Бөйөк композитор Дмитрий Шостакович заманында, уның шиғырҙарына нигеҙләнеп, атаҡлы 13-сө симфоник әҫәрен ижад итһә, төрлө композиторҙар шағир лирикаһына бик күп популяр йырҙар тыуҙырҙы.
1984 йылда Евгений Евтушенкоға әҙәбиәттәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн СССР дәүләт премияһы тапшырылды.
“Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына тәҡдим иткән түбәндәге шиғырҙар — күберәк шағирҙың тәүге ижад осоронда донъя күрһәләр ҙә, халыҡ теленә һәм хәтеренә күскән әҫәрҙәр. Шуға ла уларҙы, шағир менән ярашып, йөкмәткеһенә, образлылығына бер генә юл менән дә хыянат итмәй тәржемә ителде. Ҙур шағир һәр телдә лә бөтә эстәлегендә, төҫөндә һәм көсөндә уҡыусыға барып етергә тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779