Рәсәй илендә тыуған, бөтә донъяға танылған мәшһүр шағир Евгений Евтушенконың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
...Армия сафында Мәскәүҙә хеҙмәт иткәндә, 1962 йылдың йәйендә, миңә Лужники стадионында шул саҡта уҡ халыҡ араһында киң танылған шағирҙың сығышын ҡарау-тыңлау шатлығы тейҙе. Ике сәғәттән ашыуыраҡ ваҡытҡа һуҙылған арала ул үҙенең бик күп шиғырҙарын яттан һөйләне. Уның сығышын тыңлағанда илһамлы тулҡынланыуҙар күңел ярҙарынан артылып сыҡты. Бына нисек ысын шиғриәткә һалынған һүҙ көсө!Евгений Евтушенко 1933 йылда Себер киңлектәренең Зима тип аталған бәләкәй генә станцияла тыуған. Евгений Александрович уҙған быуаттың 50-се йылдар башында уҡ урыҫ әҙәбиәте күгенә йылғыр ҡарлуғастай ҡыйылып осоп инә лә, тыуған иленең ер-күгендә ҡанаттарын нығытып, уларҙы бөркөт төҫлө донъя киңлектәренә йәйеп ебәрә.
Һуңғы йылдарҙа ул Америка Ҡушма Штаттарында йәшәне һәм шунда ижад итте. Евгений Евтушенко — донъяға танылған иң ҙур, йөҙҙән ашыу илдә булған, уларҙа әҫәрҙәре баҫылған күренекле шағир. Ул романдары, повестары, хикәйәләре менән киң танылған яҙыусы ла. Заманында ул, үҙе сценарийҙарын яҙып, өс нәфис фильмға режиссер, өҫтәүенә береһендә, космонавтикаға нигеҙ һалыусы К. Э. Циолковский образын тыуҙырып, төп ролде башҡарыусы ла булды.
Шағир ғүмер буйы фотоға төшөрөү менән дә даими шөғөлләнде. Уның фотоальбомдары, ике тапҡыр Италияла һәм башҡа илдәрҙә лә баҫылып, хатта профессионалдар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Бөйөк композитор Дмитрий Шостакович заманында, уның шиғырҙарына нигеҙләнеп, атаҡлы 13-сө симфоник әҫәрен ижад итһә, төрлө композиторҙар шағир лирикаһына бик күп популяр йырҙар тыуҙырҙы.
1984 йылда Евгений Евтушенкоға әҙәбиәттәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн СССР дәүләт премияһы тапшырылды.
“Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына тәҡдим иткән түбәндәге шиғырҙар — күберәк шағирҙың тәүге ижад осоронда донъя күрһәләр ҙә, халыҡ теленә һәм хәтеренә күскән әҫәрҙәр. Шуға ла уларҙы, шағир менән ярашып, йөкмәткеһенә, образлылығына бер генә юл менән дә хыянат итмәй тәржемә ителде. Ҙур шағир һәр телдә лә бөтә эстәлегендә, төҫөндә һәм көсөндә уҡыусыға барып етергә тейеш.