Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әллә яңылыш, әллә яҙмыш” булды был “Шукшин”
Ҡан ҡойош-һуғыш эсенән иҫән-һау сығыр өсөн кеше нимә генә эшләмәй? Тыуған яҡтарының ҡәҙерле һауаһын тағы ла бер тапҡыр һулар өсөн ниҙәр генә ҡылмай ул? Өйҙә ҡалған йәш кенә кәләшен тағы ла бер генә тапҡыр ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлар өсөн йәнен дә бирергә әҙер бәғзе берәү. Әйтәләр, әгәр ҙә кеше бер-береһенә вәғәҙә бирһә, уны үтәгәс, үлемдән ҡалаһың. Әгәр һин вәғәҙәңде үтәмәһәң, бәлә буласаҡ...
Был юҫыҡта Салауат дәүләт башҡорт театры ҡуйған Туфан Миңнуллиндың “Әллә яңылыш, әллә яҙмыш” трагикоме­дияһындағы геройҙар ҙа тыуған өйҙәренә иҫән-имен һәм бәлә-ҡазаһыҙ ҡайтырға теләй. Һәм вәғәҙә бирәләр. Хәйер, беҙҙең башҡорт театрҙары тарихында был һуғыш темаһына спектакл­дәрҙең беренсеһе түгел... Һәм һуңғыһы ла түгел... Әммә бер быуатҡа яҡын ғүмер кисергән театрҙың сәхнә оҫталығы ла, уйнау стилдәре лә, тамашасыға әҫәрҙе еткерә белеү кимәле лә үҙенсәлекле.
Әйткәндәй, баш ҡалабыҙ халҡы быны үҙ күҙҙәре менән күрә, үҙ йөрәктәре менән баһалай ала. “Әллә яңылыш, әллә яҙмыш” спектакленең премьераһы 13 апрелдә М. Ға­фури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйыла. Ҡуйыусы-режиссеры – Олег Ханов, төп ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Наҙгөл Иҫәнбаева, Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин һәм артист Риф Мусин башҡара.
Шулай уҡ Салауат дәүләт башҡорт драма театрының ижади төркөмөнә 14 апрелдә ошо уҡ театр сәхнәһендә тағы ла бер премьера ҡуйыу бәхете тейәсәк. Был юлы Василий Шукшиндың сатирик әҫәрҙәренән торған “Шукшин” тигән спектакль ҡуйыласаҡ. Был әҫәрҙе режиссер Антон Федоров сәхнәләштергән, уны башҡортсаға филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова тәржемә иткән. Эйе, “Шукшин” сәхнәгә башҡортса сығасаҡ! Был Салауат дәүләт башҡорт драма театрының төп талабы ла инде, икенсе яҡтан, ил кимәлендәге классик әҫәрҙәрҙең беҙҙең сәхнәләрҙә ҡуйылыуы үҙе мәртәбә.
Әйткәндәй, бөтә театрҙарҙың да үҙ йөҙөн күрһәтерлек сәхнә әҫәрҙәре булған кеүек, салауаттарҙыҡы ла бар, һәм улар тик үҙҙәренә генә хас. Спектакль ысынбарлыҡты, тарихи ваҡиғаларҙы сағылдыра. Һуғыш сығып, бөтә ир-ат, йәше-ҡарты һуғышҡа китеп бөткәс, тотош театрҙа ете ҡатын-ҡыҙ ғына тороп ҡала. Улар ауыр яу йылдарында театрҙы тарҡатмай, ижади эште дауам итә. Шуға бағышлана ла инде театрҙың төп сәхнә әҫәре – “Ете ҡыҙ”.
Театр быйыл 85 йыллыҡ юбилей миҙгелен асасаҡ. Республикабыҙҙың сәнғәт күген үҙ ижады менән яҡтыртҡан театрҙың ижади төркөмө беҙҙе тағы ла яңы әҫәрҙәре менән ҡыуандырыр әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780