“Әллә яңылыш, әллә яҙмыш” булды был “Шукшин”07.04.2017
Ҡан ҡойош-һуғыш эсенән иҫән-һау сығыр өсөн кеше нимә генә эшләмәй? Тыуған яҡтарының ҡәҙерле һауаһын тағы ла бер тапҡыр һулар өсөн ниҙәр генә ҡылмай ул? Өйҙә ҡалған йәш кенә кәләшен тағы ла бер генә тапҡыр ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлар өсөн йәнен дә бирергә әҙер бәғзе берәү. Әйтәләр, әгәр ҙә кеше бер-береһенә вәғәҙә бирһә, уны үтәгәс, үлемдән ҡалаһың. Әгәр һин вәғәҙәңде үтәмәһәң, бәлә буласаҡ...
Был юҫыҡта Салауат дәүләт башҡорт театры ҡуйған Туфан Миңнуллиндың “Әллә яңылыш, әллә яҙмыш” трагикомедияһындағы геройҙар ҙа тыуған өйҙәренә иҫән-имен һәм бәлә-ҡазаһыҙ ҡайтырға теләй. Һәм вәғәҙә бирәләр. Хәйер, беҙҙең башҡорт театрҙары тарихында был һуғыш темаһына спектаклдәрҙең беренсеһе түгел... Һәм һуңғыһы ла түгел... Әммә бер быуатҡа яҡын ғүмер кисергән театрҙың сәхнә оҫталығы ла, уйнау стилдәре лә, тамашасыға әҫәрҙе еткерә белеү кимәле лә үҙенсәлекле.
Әйткәндәй, баш ҡалабыҙ халҡы быны үҙ күҙҙәре менән күрә, үҙ йөрәктәре менән баһалай ала. “Әллә яңылыш, әллә яҙмыш” спектакленең премьераһы 13 апрелдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйыла. Ҡуйыусы-режиссеры – Олег Ханов, төп ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Наҙгөл Иҫәнбаева, Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин һәм артист Риф Мусин башҡара.
Шулай уҡ Салауат дәүләт башҡорт драма театрының ижади төркөмөнә 14 апрелдә ошо уҡ театр сәхнәһендә тағы ла бер премьера ҡуйыу бәхете тейәсәк. Был юлы Василий Шукшиндың сатирик әҫәрҙәренән торған “Шукшин” тигән спектакль ҡуйыласаҡ. Был әҫәрҙе режиссер Антон Федоров сәхнәләштергән, уны башҡортсаға филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова тәржемә иткән. Эйе, “Шукшин” сәхнәгә башҡортса сығасаҡ! Был Салауат дәүләт башҡорт драма театрының төп талабы ла инде, икенсе яҡтан, ил кимәлендәге классик әҫәрҙәрҙең беҙҙең сәхнәләрҙә ҡуйылыуы үҙе мәртәбә.
Әйткәндәй, бөтә театрҙарҙың да үҙ йөҙөн күрһәтерлек сәхнә әҫәрҙәре булған кеүек, салауаттарҙыҡы ла бар, һәм улар тик үҙҙәренә генә хас. Спектакль ысынбарлыҡты, тарихи ваҡиғаларҙы сағылдыра. Һуғыш сығып, бөтә ир-ат, йәше-ҡарты һуғышҡа китеп бөткәс, тотош театрҙа ете ҡатын-ҡыҙ ғына тороп ҡала. Улар ауыр яу йылдарында театрҙы тарҡатмай, ижади эште дауам итә. Шуға бағышлана ла инде театрҙың төп сәхнә әҫәре – “Ете ҡыҙ”.
Театр быйыл 85 йыллыҡ юбилей миҙгелен асасаҡ. Республикабыҙҙың сәнғәт күген үҙ ижады менән яҡтыртҡан театрҙың ижади төркөмө беҙҙе тағы ла яңы әҫәрҙәре менән ҡыуандырыр әле.