Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ихтыярға сиктәр юҡ
Ихтыярға сиктәр юҡ…Тамаша башланыуға бер аҙ ваҡыт бар әле. Янымда ултырған малайға һүҙ ҡушам.
– Рәфис Ибәтуллин булам, 2-се мәктәптең V класында уҡыйым, – тине ул. – Башҡортса йырларға яратам, фестивалдә “Ирәндек бөркөтө” менән сығыш яһаясаҡмын…
Тиҫтерҙәренең сығыштарын “һайт-һайт”лап, ҡул сабып дәртләндереүҙән, ҡушылып йырлауҙан туҡтаған арала, хәбәрсе икәнемде һиҙмәй, эсендәге-тышындағыһын теҙә: дәртле халыҡ йырҙарына ғашиҡ булыуын да, тырышып уҡыуын да белдем, башлаған юлынан ғына тайпылмаһын, киләсәктә унан кем сығырын да (һөнәр тураһында һүҙ бармай) төҫмөрләнем.

Хәйер, бер Рәфис кенәме?! Берәм-берәм сәхнәгә күтәрелгән балаларҙың һәммәһе лә хал­ҡыбыҙҙың ижади хазинаһы ышаныслы ҡулдарға тапшы­рыла­сағына шик ҡалдырманы. Бына шундай күтәренке рухта үтте ҡаланың “Аҡ тирмә” балалар ижады фестиваленең гала-концерты.
Ихтыярға сиктәр юҡТамашаның тәүге ауаздары уҡ күпкә өмөт бирә ине инде. “Сыңрау торна”ның ҡурай моңонда “ҡанат йәйгәнен” ишеткән бар, был әҫәрҙе скрипкала башҡарған­дарын да беләм. Ә бына тере тауышҡа саксофонда уйнаған­дарын тәүге тапҡыр күрергә тура килә. 20-се мәктәп уҡыусыһы Никита Порошин халҡыбыҙҙың илаһи ижадына бына нисек хөрмәт күрһәтте. Егет уйнай, ә күңелдә нимәлер һулҡ-һулҡ килә, тамаҡҡа төйөр ултыра. Ә уйҙар һуң, уйҙар! Улар күптән был залда түгел инде, быуаттар төпкөлөндә сәйәхәттә гиҙә, берсә бөгөнгө көнгә ҡайтып әйләнә. Шатланыу… Ҡайғы­рыу… Һоҡланыу… Тетрә­неү… Бары­һы бергә уҡмаша. Күҙҙән бына-бына йәш бөрсөктәре атылырға тора.
Сыңрай-сыңрай осоп килә
Сыңрау торнаҡай.
Уралыңдан сәләм, тине
Сыңрау торнаҡай.
Уралҡайым, Уралҡайым,
Минең тыуған Уралҡайым,
Иҫән-һау, ти,
Урал-тау, ти
Сыңрау торнаҡай…

Артабан илаһи бейеү күренештәре, монологтар, дуэттар, башҡорт халыҡ йырҙары. Аҙашҡан уйҙар йомғағы ҡупшылана ғына бара. Һәм… сәхнәлә “Генерал Игзаков” пәйҙә була! Дөрөҫөрәге, ошо шәхесебеҙҙе кәүҙәләндергән Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусыһы Илһам Ғималов уйҙарҙы 1812 йылға табан бора. Башҡарыусының килешле хәрәкәттәре, унан бигерәк рухлы итеп бейеүе сиккә килтереп еткерә – битте эҫе йәштәр яндыра. Ғорурлыҡ билдәһеме был йәштәр, үкенесте хәтерләтәме – уныһы күңелем менән рухымдың эше. Нисек кенә булмаһын, әйҙә тантана итһендәр! Бөгөн бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар!
Хәйер, тетрәнеү илаһи әҫәрҙәрҙе илаһи итеп еткереүгә генә бәйле түгел. Бөйөк шағи­рыбыҙ Рәми Ғариповты бөтә республика менән иҫкә алып, уның шиғырҙарын телдән телгә күсереп яттан һөйләгән бер мәлдә, “Туған тел” әҫәрен, миңә ҡалһа, өр-яңыса сифатта һеңдерәбеҙ: һаңғырау һәм насар ишеткән балалар өсөн тәғәйенләнгән Стәрлетамаҡ коррекцион мәктәп-интернаты уҡыусылары уны тауыштары һәм сурдотәржемә ярҙамында үҙенсәлекле итеп яңғыратты. Мөмкинлектәр сикләнгән, тик ихтыярға сиктәр юҡ шул…
Халҡым теле – миңә хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Илe юҡтың ғына теле юҡ!
Фестивалдең яңылыҡтары бының менән генә тамамланмай: уҡыусылар йыр-бейеү менән бер рәттән башҡорт әҫәрҙәренән матур итеп күренештәр сәхнә­ләштерҙе, шиғри монологтар уҡыны. Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы буйынса “кейекбаевсылар” театрлаш­тырған тамашала башҡорт халҡының ниндәй шарттарҙа йәшәгәнен хәтергә төшөрһәк, шул уҡ гимназия уҡыусыһы Розалина Мөхәмәтйәрова ярҙамында Ғилман Ишкинин менән бергә “Ауылдың файҙаһы”н күрҙек.
Күңелдең нескә ҡылдарын нисек сиртергә белә балалар. Рухи хазина бит тәү сиратта әсәй-атайҙан, туғандарҙан башлана. В. И. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернаты уҡыусыһы Алһыу Ибраҡова Мостай Кәримдең “Әсәйем сирләгәндә” әҫәрен һөйләгәндә, 15-се мәктәптән Анна Егорова саф башҡортса “Апайыма аҡ сәскәләр” йырын башҡарғанда яҡын­дарыбыҙ хаҡында, улар алдындағы бурыстарыбыҙ тураһында уйланмау, хатта үкенестәр ҙә кисермәү мөмкин түгел ине. Шуныһы йәл: әҫәрҙәрҙең асылына нығыраҡ төшөнә алыр ололар ғына залда әҙерәк булды.
Ололар тигәндән, был тиклем ижад емешен балаларҙың үҙҙәре генә башҡарып сыға алмаҫы көн кеүек асыҡ. Ошо йәһәттән ҡала хакимиәте мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса әйҙәүсе инспекторы Нәсимә Ҡасимованың һүҙҙәре ғәҙелдер:
– Йылдан-йыл күркәмләнә бара был фестиваль. Ошо күркәмлектә уҡыусылар менән бер рәттән уларҙың остаздарының хеҙмәтен, музыкант-артистарҙың ярҙамын, жюри ағзаларының ғәҙел баһаһын, ата-әсәләрҙең сабырлығын телгә алып китмәү мөмкин түгел. Шулай ҙа телебеҙгә ҡарата тәрбиәләгән һөйөүҙе аңлай белеүе, уны үҫтереүҙә үҙ өлөштәрен индереүе өсөн ололарҙан бигерәк балаларыбыҙға рәхмәт әйтке килә, – тип билдәләне ул сараның әһәмиәте хаҡында.
…Сәхнәлә сығыш яһаған уҡыусылар – артислыҡтан, камиллыҡтан, яһал­малылыҡтан йыраҡ торған балалар, әммә һәләтле йәш ижадсылар. Был балаларҙың рухиәтебеҙгә ҡарата саф һөйөүен, эскерһеҙ ҡарашын билдәләге килә. “Аҡ ҡағыҙға” аҡ ниәттәр яҙған “Аҡ тирмә” фестиваленә – афарин!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780