…Тамаша башланыуға бер аҙ ваҡыт бар әле. Янымда ултырған малайға һүҙ ҡушам.
– Рәфис Ибәтуллин булам, 2-се мәктәптең V класында уҡыйым, – тине ул. – Башҡортса йырларға яратам, фестивалдә “Ирәндек бөркөтө” менән сығыш яһаясаҡмын…
Тиҫтерҙәренең сығыштарын “һайт-һайт”лап, ҡул сабып дәртләндереүҙән, ҡушылып йырлауҙан туҡтаған арала, хәбәрсе икәнемде һиҙмәй, эсендәге-тышындағыһын теҙә: дәртле халыҡ йырҙарына ғашиҡ булыуын да, тырышып уҡыуын да белдем, башлаған юлынан ғына тайпылмаһын, киләсәктә унан кем сығырын да (һөнәр тураһында һүҙ бармай) төҫмөрләнем.Хәйер, бер Рәфис кенәме?! Берәм-берәм сәхнәгә күтәрелгән балаларҙың һәммәһе лә халҡыбыҙҙың ижади хазинаһы ышаныслы ҡулдарға тапшырыласағына шик ҡалдырманы. Бына шундай күтәренке рухта үтте ҡаланың “Аҡ тирмә” балалар ижады фестиваленең гала-концерты.
Тамашаның тәүге ауаздары уҡ күпкә өмөт бирә ине инде. “Сыңрау торна”ның ҡурай моңонда “ҡанат йәйгәнен” ишеткән бар, был әҫәрҙе скрипкала башҡарғандарын да беләм. Ә бына тере тауышҡа саксофонда уйнағандарын тәүге тапҡыр күрергә тура килә. 20-се мәктәп уҡыусыһы Никита Порошин халҡыбыҙҙың илаһи ижадына бына нисек хөрмәт күрһәтте. Егет уйнай, ә күңелдә нимәлер һулҡ-һулҡ килә, тамаҡҡа төйөр ултыра. Ә уйҙар һуң, уйҙар! Улар күптән был залда түгел инде, быуаттар төпкөлөндә сәйәхәттә гиҙә, берсә бөгөнгө көнгә ҡайтып әйләнә. Шатланыу… Ҡайғырыу… Һоҡланыу… Тетрәнеү… Барыһы бергә уҡмаша. Күҙҙән бына-бына йәш бөрсөктәре атылырға тора.
Сыңрай-сыңрай осоп килә
Сыңрау торнаҡай.
Уралыңдан сәләм, тине
Сыңрау торнаҡай.
Уралҡайым, Уралҡайым,
Минең тыуған Уралҡайым,
Иҫән-һау, ти,
Урал-тау, ти
Сыңрау торнаҡай…Артабан илаһи бейеү күренештәре, монологтар, дуэттар, башҡорт халыҡ йырҙары. Аҙашҡан уйҙар йомғағы ҡупшылана ғына бара. Һәм… сәхнәлә “Генерал Игзаков” пәйҙә була! Дөрөҫөрәге, ошо шәхесебеҙҙе кәүҙәләндергән Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусыһы Илһам Ғималов уйҙарҙы 1812 йылға табан бора. Башҡарыусының килешле хәрәкәттәре, унан бигерәк рухлы итеп бейеүе сиккә килтереп еткерә – битте эҫе йәштәр яндыра. Ғорурлыҡ билдәһеме был йәштәр, үкенесте хәтерләтәме – уныһы күңелем менән рухымдың эше. Нисек кенә булмаһын, әйҙә тантана итһендәр! Бөгөн бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар!
Хәйер, тетрәнеү илаһи әҫәрҙәрҙе илаһи итеп еткереүгә генә бәйле түгел. Бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғариповты бөтә республика менән иҫкә алып, уның шиғырҙарын телдән телгә күсереп яттан һөйләгән бер мәлдә, “Туған тел” әҫәрен, миңә ҡалһа, өр-яңыса сифатта һеңдерәбеҙ: һаңғырау һәм насар ишеткән балалар өсөн тәғәйенләнгән Стәрлетамаҡ коррекцион мәктәп-интернаты уҡыусылары уны тауыштары һәм сурдотәржемә ярҙамында үҙенсәлекле итеп яңғыратты. Мөмкинлектәр сикләнгән, тик ихтыярға сиктәр юҡ шул…
Халҡым теле – миңә хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Илe юҡтың ғына теле юҡ!
Фестивалдең яңылыҡтары бының менән генә тамамланмай: уҡыусылар йыр-бейеү менән бер рәттән башҡорт әҫәрҙәренән матур итеп күренештәр сәхнәләштерҙе, шиғри монологтар уҡыны. Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы буйынса “кейекбаевсылар” театрлаштырған тамашала башҡорт халҡының ниндәй шарттарҙа йәшәгәнен хәтергә төшөрһәк, шул уҡ гимназия уҡыусыһы Розалина Мөхәмәтйәрова ярҙамында Ғилман Ишкинин менән бергә “Ауылдың файҙаһы”н күрҙек.
Күңелдең нескә ҡылдарын нисек сиртергә белә балалар. Рухи хазина бит тәү сиратта әсәй-атайҙан, туғандарҙан башлана. В. И. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернаты уҡыусыһы Алһыу Ибраҡова Мостай Кәримдең “Әсәйем сирләгәндә” әҫәрен һөйләгәндә, 15-се мәктәптән Анна Егорова саф башҡортса “Апайыма аҡ сәскәләр” йырын башҡарғанда яҡындарыбыҙ хаҡында, улар алдындағы бурыстарыбыҙ тураһында уйланмау, хатта үкенестәр ҙә кисермәү мөмкин түгел ине. Шуныһы йәл: әҫәрҙәрҙең асылына нығыраҡ төшөнә алыр ололар ғына залда әҙерәк булды.
Ололар тигәндән, был тиклем ижад емешен балаларҙың үҙҙәре генә башҡарып сыға алмаҫы көн кеүек асыҡ. Ошо йәһәттән ҡала хакимиәте мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса әйҙәүсе инспекторы Нәсимә Ҡасимованың һүҙҙәре ғәҙелдер:
– Йылдан-йыл күркәмләнә бара был фестиваль. Ошо күркәмлектә уҡыусылар менән бер рәттән уларҙың остаздарының хеҙмәтен, музыкант-артистарҙың ярҙамын, жюри ағзаларының ғәҙел баһаһын, ата-әсәләрҙең сабырлығын телгә алып китмәү мөмкин түгел. Шулай ҙа телебеҙгә ҡарата тәрбиәләгән һөйөүҙе аңлай белеүе, уны үҫтереүҙә үҙ өлөштәрен индереүе өсөн ололарҙан бигерәк балаларыбыҙға рәхмәт әйтке килә, – тип билдәләне ул сараның әһәмиәте хаҡында.
…Сәхнәлә сығыш яһаған уҡыусылар – артислыҡтан, камиллыҡтан, яһалмалылыҡтан йыраҡ торған балалар, әммә һәләтле йәш ижадсылар. Был балаларҙың рухиәтебеҙгә ҡарата саф һөйөүен, эскерһеҙ ҡарашын билдәләге килә. “Аҡ ҡағыҙға” аҡ ниәттәр яҙған “Аҡ тирмә” фестиваленә – афарин!