Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Фиҙакәрлек Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәрҙең исемлеге билдәле булғас, күңелде ҡыуаныслы хис-тойғо биләп алды. Беренсенән, мәртәбәле бәйгеләргә, юғары кимәлдәге конкурстарға хас булғанса, дәғүәселәрҙең башҡа йылдарға ҡарағанда сағыштырмаса күп булыуын ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡабул иттем. Тимәк, ҡасандан бирле килгән “беҙҙә балалар әҙәбиәте икенсел планда тора, ижадтарын йәш быуынға арнаған ҡәләм оҫталарының хеҙмәте иғтибарҙан ситтә ҡала килә” тигән ҡараштарҙан ҡотола барабыҙ. Тимәк, милли балалар әҙәбиәте йәнләнеү, үҫеш юлында! Икенсенән, был абруйлы премияға тәҡдим ителеүселәрҙең береһенән-береһе лайыҡлыраҡ булыуы, уларҙың һәр ҡайһыһы хәҙерге балалар әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индереп, һәр ҡайһыһының, кем әйтмешләй, “үҙ көйө, үҙ моңо” булыуы ла һөйөндөрә.
Шулай ҙа мин премияға тәҡдим ителгәндәр араһынан, башҡа дәғүә­селәрҙең ижад багажына, әҫәрҙәренең художество кимәленә бигүк ҡағыл­ма­йынса, иң беренсе нәүбәттә Баш­ҡорт­остан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, әҙәби ижадын тотошлай тиерлек үҫеп килгән йәш быуынға арнаған шағирә, прозаик, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның исемен атар инем. Балалар өсөн “Мәрйендәр”, “Серле ҡумта”, “Башҡортомдан батыр юҡ икән”, “Әсәйем ҡояш икән...”, “Дүртенсе мөғжизә” һымаҡ береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ, мауыҡтырғысыраҡ, фәһемлерәк шиғырҙар, хикәйәләр һәм әкиәттәр тупланған йыйынтыҡтарҙан башҡа, ул – мәктәп уҡытыусылары, уҡыусылар өсөн бик күп методик ҡулланма, уҡыу әсбаптары авторы ла. Уның 2015 йылда башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күргән “Дүртенсе мөғжизә” (“Четвёртое чудо”) китабы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана ойошторған традицион “Иң яҡшы башҡорт китабы-2016” республика конкурсында еңеүсе тип билдәләнеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй.
Шулай ҙа Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның балалар әҙәбиәте өлкәһендәге иң ҙур хеҙмәте, ижад емеше уның тарафынан тупланып, төҙөлөп, 2012, 2014 йылдарҙа Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Балалар әҙәбиәте антологияһы”ның 1-се, 2-се томдарылыр, тим (3-сө томы әле нәшриәттә сират көтөп ята).
Антология хронологик тәртиптә төҙөлөп, 1-се томы йәш быуынға рухи, әхлаҡи тәрбиә биреүҙә ифрат ҙур әһәмиәткә эйә булған халыҡ ижады өлгөләренән башланып, унда, нигеҙҙә, ХIХ быуаттан алып үткән быуаттың 30-сы йылдары урталарына тиклем ижад иткән яҙыусыларҙың әҫәрҙәре индерелгән. Ә инде 2-се томға ХХ быуаттың 30-сы йылдарынан алып 50-се йылдар башына тиклем тыуған ҡәләм оҫталарының ижад өлгөләре тупланған, унан һуңғы быуындарҙың әҫәрҙәре иһә 3-сө томды тәшкил итә.
2-се томға баш һүҙ яҙғанда Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙының антологияны төҙөүгә, уны сығарыуға ниндәй ҙур көс һалыуының шаһиты булдым: авторҙар менән эшләү тиһеңме, улар тураһында биографик мәғлүмәттәр туплаумы, әҫәрҙәрҙе компьютерҙа баҫыу, урыҫсаға тәржемә итеүҙе хәстәрләүме – тәү ҡарашҡа бына шундай йырып сыҡҡыһыҙ эштәр Фәрзәнә апайҙың иңенә төштө. Һәм төҙөүсе-автор осо-ҡырыйы күренмәгән был эштәрҙе уңышлы башҡарып сыҡты. Һөҙөмтәлә Башҡорт­останда балалар әҙәбиәтенең ике-өс быуатҡа һуҙылған бай тарихы китап уҡыусылар иғтибарына тәҡдим ителде. Иң мөһиме – беҙгә үҙебеҙҙең милли балалар әҙәбиәте ҡаҙаныштары менән ғорурланырлыҡ, уларҙы башҡа республика вәкилдәренә күрһәтерлек хеҙмәт барлыҡҡа килде. Ә ике телдә донъя күргән бындай типтағы антология әлегә тик беҙҙә генә!
Эйе, өс томдан торған “Балалар әҙәбиәте антологияһы” – Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙының йәш быуынға арналған тынғыһыҙ һәм фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө ул. Һәм бындай хеҙмәт, һис шикһеҙ, лайыҡлы баһаланырға ла тейеш. Шуға күрә талантлы ҡәләм оҫтаһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина – Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге абруйлы бүләккә иң лайыҡ шәхестәрҙең береһе, тип иҫәпләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 634

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782