Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәрҙең исемлеге билдәле булғас, күңелде ҡыуаныслы хис-тойғо биләп алды. Беренсенән, мәртәбәле бәйгеләргә, юғары кимәлдәге конкурстарға хас булғанса, дәғүәселәрҙең башҡа йылдарға ҡарағанда сағыштырмаса күп булыуын ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡабул иттем. Тимәк, ҡасандан бирле килгән “беҙҙә балалар әҙәбиәте икенсел планда тора, ижадтарын йәш быуынға арнаған ҡәләм оҫталарының хеҙмәте иғтибарҙан ситтә ҡала килә” тигән ҡараштарҙан ҡотола барабыҙ. Тимәк, милли балалар әҙәбиәте йәнләнеү, үҫеш юлында! Икенсенән, был абруйлы премияға тәҡдим ителеүселәрҙең береһенән-береһе лайыҡлыраҡ булыуы, уларҙың һәр ҡайһыһы хәҙерге балалар әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индереп, һәр ҡайһыһының, кем әйтмешләй, “үҙ көйө, үҙ моңо” булыуы ла һөйөндөрә.Шулай ҙа мин премияға тәҡдим ителгәндәр араһынан, башҡа дәғүәселәрҙең ижад багажына, әҫәрҙәренең художество кимәленә бигүк ҡағылмайынса, иң беренсе нәүбәттә Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, әҙәби ижадын тотошлай тиерлек үҫеп килгән йәш быуынға арнаған шағирә, прозаик, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның исемен атар инем. Балалар өсөн “Мәрйендәр”, “Серле ҡумта”, “Башҡортомдан батыр юҡ икән”, “Әсәйем ҡояш икән...”, “Дүртенсе мөғжизә” һымаҡ береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ, мауыҡтырғысыраҡ, фәһемлерәк шиғырҙар, хикәйәләр һәм әкиәттәр тупланған йыйынтыҡтарҙан башҡа, ул – мәктәп уҡытыусылары, уҡыусылар өсөн бик күп методик ҡулланма, уҡыу әсбаптары авторы ла. Уның 2015 йылда башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күргән “Дүртенсе мөғжизә” (“Четвёртое чудо”) китабы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана ойошторған традицион “Иң яҡшы башҡорт китабы-2016” республика конкурсында еңеүсе тип билдәләнеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй.
Шулай ҙа Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның балалар әҙәбиәте өлкәһендәге иң ҙур хеҙмәте, ижад емеше уның тарафынан тупланып, төҙөлөп, 2012, 2014 йылдарҙа Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Балалар әҙәбиәте антологияһы”ның 1-се, 2-се томдарылыр, тим (3-сө томы әле нәшриәттә сират көтөп ята).
Антология хронологик тәртиптә төҙөлөп, 1-се томы йәш быуынға рухи, әхлаҡи тәрбиә биреүҙә ифрат ҙур әһәмиәткә эйә булған халыҡ ижады өлгөләренән башланып, унда, нигеҙҙә, ХIХ быуаттан алып үткән быуаттың 30-сы йылдары урталарына тиклем ижад иткән яҙыусыларҙың әҫәрҙәре индерелгән. Ә инде 2-се томға ХХ быуаттың 30-сы йылдарынан алып 50-се йылдар башына тиклем тыуған ҡәләм оҫталарының ижад өлгөләре тупланған, унан һуңғы быуындарҙың әҫәрҙәре иһә 3-сө томды тәшкил итә.
2-се томға баш һүҙ яҙғанда Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙының антологияны төҙөүгә, уны сығарыуға ниндәй ҙур көс һалыуының шаһиты булдым: авторҙар менән эшләү тиһеңме, улар тураһында биографик мәғлүмәттәр туплаумы, әҫәрҙәрҙе компьютерҙа баҫыу, урыҫсаға тәржемә итеүҙе хәстәрләүме – тәү ҡарашҡа бына шундай йырып сыҡҡыһыҙ эштәр Фәрзәнә апайҙың иңенә төштө. Һәм төҙөүсе-автор осо-ҡырыйы күренмәгән был эштәрҙе уңышлы башҡарып сыҡты. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда балалар әҙәбиәтенең ике-өс быуатҡа һуҙылған бай тарихы китап уҡыусылар иғтибарына тәҡдим ителде. Иң мөһиме – беҙгә үҙебеҙҙең милли балалар әҙәбиәте ҡаҙаныштары менән ғорурланырлыҡ, уларҙы башҡа республика вәкилдәренә күрһәтерлек хеҙмәт барлыҡҡа килде. Ә ике телдә донъя күргән бындай типтағы антология әлегә тик беҙҙә генә!
Эйе, өс томдан торған “Балалар әҙәбиәте антологияһы” – Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙының йәш быуынға арналған тынғыһыҙ һәм фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө ул. Һәм бындай хеҙмәт, һис шикһеҙ, лайыҡлы баһаланырға ла тейеш. Шуға күрә талантлы ҡәләм оҫтаһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина – Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге абруйлы бүләккә иң лайыҡ шәхестәрҙең береһе, тип иҫәпләйем.