Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Исемдәре Әминә
Исемдәре ӘминәБөгөнгө йәштәр өлгөрлөгө, тилберлеге менән һоҡландыра. Санкт-Петербург дәүләт ауыл хужалығы университетында уҡып йөрөгән Әминә Дауытова – тап шундайҙарҙан. Уның ныҡышмалылығына, әүҙемлегенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ул үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарарға ярата. Бәләкәйҙән рәсем төшөрөү, бейеү менән ныҡлап шөғөлләнә. Үҫмер сағында сәнғәт мәктәбендә уҡығанын әле лә һағынып иҫкә ала.
“Мин Башҡортостандың иң матур, таулы-урманлы район­да­рының береһе Бөрйән районында тыуғанмын. Иҫке Соб­ханғол урта мәктәбендә белем алдым. Ижадҡа булған һөйө­үем сәнғәт мәктәбенә алып килде. Уны уңышлы тамамланым. Мәктәп йылдарында, бе­йеүҙән тыш, рәсем менән дә мауыҡтым, әммә ваҡыт ет­мәү сәбәпле, был шөғөлөм­дө ҡал­дырып торорға тура килде.
Сәнғәт мәктәбендә “Ялҡын” өлгөлө бейеү ансамбле менән төрлө конкурстарҙа ҡатнаш­тыҡ. Районда һәр концертта сығыш яһаныҡ. Һабантуй, район, республика кимәлендәге сараларға, гастролдәргә күп йөрөнөк. Икенсе райондарҙа үткән конкурстарҙан лауреат исемдәрен алып ҡайттыҡ. “Байыҡ” телевизион конкурс­тарында ҡатнашыу минең өсөн онотолмаҫлыҡ ваҡиға булды. Форсаттан файҙаланып, бар яҡтан таяныс булған атай-әсәйемә рәхмәт әйтәм. Улар минең һәр башланғысымды хупланы.
Бәләкәйҙән ҙур ҡалаларҙы күреү теләге менән янып йәшәнем. Санкт-Петербург ҡалаһының ауыл хужа­лығы университетына уҡырға инеү хыялымды тормошҡа ашырҙы. Мине ер темаһы һәр саҡ ҡы­ҙыҡ­һындырҙы. Уны нисек фай­ҙаланырға, төҙөлөшөн үҙгәр­теп, баҫыуҙарҙан юғары уңыш алып буламы икән – ошо һо­рауҙар мине ауыл хужалығы университетына алып килде.
Әлбиттә, уҡыу менән генә сикләнмәйем, йәмәғәтселек эштәрендә лә әүҙем ҡатнашам. Бала саҡта һүрәт төшөрөү әле лә ярап ҡалды, сөнки беҙ төр­лө һыҙма проекттар эшләйбеҙ. Санкт-Петербург ҡалаһында бүлмәләш әхирәтем Зөлфиә миндә полиатлон спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡышҡы полиатлонда командабыҙ ме­нән ҡала кимәлендәге төрлө ярыштарҙа ҡатнаштыҡ.
Санкт-Петербург ҡалаһына килгәс тә үҙемде бер ҙә сит мөхиттә һымаҡ тойманым, сөнки Башҡортостандан сту­денттарыбыҙ күп бында. Бүл­мәләш ҡыҙҙарымдың өсөһө лә башҡорт. Бергәләп бейеү түңәрәгенә йөрөйбөҙ, спорт менән шөғөлләнәбеҙ.
Санкт-Петербург ҡала­һын­да “Аманат” башҡорт йәштәре ассоциацияһы бар. Унда төрлө түңәрәктәр алып барыла, мәҙә­ни һәм спорт саралары үткә­релә. Ғөмүмән, үҙебеҙҙең милли мөхиттә ҡайнап йәшәйбеҙ.
Тыуған яҡ һағындыра, әммә хәҙерге заманда төрлө бәй­ләнеш саралары булғас, үҙем­де бер ҙә алыҫта тип хис итмә­йем. Ҡайҙа булһам да, үҙемде тыуған еремдең кеше­һе тип тоям. Башҡорт икәне­беҙҙе онотмай, бер-беребеҙ менән һөйләшеп торабыҙ. Маҡсатта­рым, хыялдарым күп, мәҫәлән, әле сит телдәрҙе өйрәнеү телә­ге менән янам. Беҙ бер урында торорға тейеш түгелбеҙ. Кеше бар яҡлап та камил булырға, үҙенең өҫтөндә һәр ваҡыт эшләргә тейеш тип уйлайым. Ниндәй генә өлкәлә белем алһаҡ та, ҡайҙа ғына уҡыһаҡ та, һайлап алған һөнәребеҙ үҙебеҙгә кәрәкле, файҙалы һәм күңелгә ятышлы булһын”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779