Бөгөнгө йәштәр өлгөрлөгө, тилберлеге менән һоҡландыра. Санкт-Петербург дәүләт ауыл хужалығы университетында уҡып йөрөгән Әминә Дауытова – тап шундайҙарҙан. Уның ныҡышмалылығына, әүҙемлегенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ул үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарарға ярата. Бәләкәйҙән рәсем төшөрөү, бейеү менән ныҡлап шөғөлләнә. Үҫмер сағында сәнғәт мәктәбендә уҡығанын әле лә һағынып иҫкә ала.“Мин Башҡортостандың иң матур, таулы-урманлы райондарының береһе Бөрйән районында тыуғанмын. Иҫке Собханғол урта мәктәбендә белем алдым. Ижадҡа булған һөйөүем сәнғәт мәктәбенә алып килде. Уны уңышлы тамамланым. Мәктәп йылдарында, бейеүҙән тыш, рәсем менән дә мауыҡтым, әммә ваҡыт етмәү сәбәпле, был шөғөлөмдө ҡалдырып торорға тура килде.
Сәнғәт мәктәбендә “Ялҡын” өлгөлө бейеү ансамбле менән төрлө конкурстарҙа ҡатнаштыҡ. Районда һәр концертта сығыш яһаныҡ. Һабантуй, район, республика кимәлендәге сараларға, гастролдәргә күп йөрөнөк. Икенсе райондарҙа үткән конкурстарҙан лауреат исемдәрен алып ҡайттыҡ. “Байыҡ” телевизион конкурстарында ҡатнашыу минең өсөн онотолмаҫлыҡ ваҡиға булды. Форсаттан файҙаланып, бар яҡтан таяныс булған атай-әсәйемә рәхмәт әйтәм. Улар минең һәр башланғысымды хупланы.
Бәләкәйҙән ҙур ҡалаларҙы күреү теләге менән янып йәшәнем. Санкт-Петербург ҡалаһының ауыл хужалығы университетына уҡырға инеү хыялымды тормошҡа ашырҙы. Мине ер темаһы һәр саҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Уны нисек файҙаланырға, төҙөлөшөн үҙгәртеп, баҫыуҙарҙан юғары уңыш алып буламы икән – ошо һорауҙар мине ауыл хужалығы университетына алып килде.
Әлбиттә, уҡыу менән генә сикләнмәйем, йәмәғәтселек эштәрендә лә әүҙем ҡатнашам. Бала саҡта һүрәт төшөрөү әле лә ярап ҡалды, сөнки беҙ төрлө һыҙма проекттар эшләйбеҙ. Санкт-Петербург ҡалаһында бүлмәләш әхирәтем Зөлфиә миндә полиатлон спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡышҡы полиатлонда командабыҙ менән ҡала кимәлендәге төрлө ярыштарҙа ҡатнаштыҡ.
Санкт-Петербург ҡалаһына килгәс тә үҙемде бер ҙә сит мөхиттә һымаҡ тойманым, сөнки Башҡортостандан студенттарыбыҙ күп бында. Бүлмәләш ҡыҙҙарымдың өсөһө лә башҡорт. Бергәләп бейеү түңәрәгенә йөрөйбөҙ, спорт менән шөғөлләнәбеҙ.
Санкт-Петербург ҡалаһында “Аманат” башҡорт йәштәре ассоциацияһы бар. Унда төрлө түңәрәктәр алып барыла, мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелә. Ғөмүмән, үҙебеҙҙең милли мөхиттә ҡайнап йәшәйбеҙ.
Тыуған яҡ һағындыра, әммә хәҙерге заманда төрлө бәйләнеш саралары булғас, үҙемде бер ҙә алыҫта тип хис итмәйем. Ҡайҙа булһам да, үҙемде тыуған еремдең кешеһе тип тоям. Башҡорт икәнебеҙҙе онотмай, бер-беребеҙ менән һөйләшеп торабыҙ. Маҡсаттарым, хыялдарым күп, мәҫәлән, әле сит телдәрҙе өйрәнеү теләге менән янам. Беҙ бер урында торорға тейеш түгелбеҙ. Кеше бар яҡлап та камил булырға, үҙенең өҫтөндә һәр ваҡыт эшләргә тейеш тип уйлайым. Ниндәй генә өлкәлә белем алһаҡ та, ҡайҙа ғына уҡыһаҡ та, һайлап алған һөнәребеҙ үҙебеҙгә кәрәкле, файҙалы һәм күңелгә ятышлы булһын”.