Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәнғәт илендәге Вәкил
Сәнғәт илендәге Вәкил Ысынлап та, янып-көйөп эшләгән, дәрт-дарманы ташып торған ирҙәр ҡартайыуҙы белмәйҙер ул! Һүҙҙәремә шикләнәһегеҙме? Һуң, әйҙәгеҙ, һаман “егеттәрски” булып ҡалған, әле булһа көлөп-шаярып һөйләшкән, етеҙ аҙымлы, ҡупшы кәүҙәле уҙаман – беҙҙең Вәкил Барый улы Йосоповты ғына алып ҡарайыҡ!
Уның тураһында “бабай” йәки “оло йәштәге” тип әйтеп буламы? Ә-ә-ә, һүҙ тапмай туҡтап ҡалдығыҙмы? Ана шул-шул! Ышанһағыҙ ҙа, ышанмаһағыҙ ҙа – “егетебеҙгә” теп-теүәл 65 йәш бөгөн. Ысын мәғәнәһендә уҙаман, ил ағаһы, вәт! Бындай ҙурлауға, ошондай ҙа мәртәбәгә ысынлап лайыҡ Вәкил Барый улы!
...1973 йылда Өфө сәнғәт институ­тының театр бүлеген тамамлап, ҡулына актер дипломы алған 21 йәшлек кенә егет Сибай дәүләт драма театрының ишеген асып инә. Бөгөн исемдәре бөтә республикаға яҡшы таныш булған сәнғәт оҫталары – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хисмәтулла Дәүләтов, халыҡ артистары Зифа Баязитова, Риф Сәйфул­линдар менән бер көндә эш башлай ул. Һәм нәҡ ошонан йәш актерҙар драма театрының эшмәкәрлегенә яңы һулыш өрә, уның йылъяҙмаһын сағыу биттәр менән байыта. Күренекле драматург Туфан Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү” комедияһында өс курсташтың сәхнәлә донъяларын онотоп, йәшлек дәр­те, егеттәрсә дыуамаллыҡ һәм саялыҡ менән уйнауын оло быуын вәкилдәре хәтерләйҙер әле, моғайын... Хәйер, һабаҡ­таштарҙың юлы һәр ваҡыт бергә, бер һуҡмаҡтан бара һәм улар, бер-береһенә терәк-таяныс булып, сәнғәт үрҙәренә үрмәләй. Талантлы Беларусь яҙыусыһы һәм драматургы Алексей Дударевтың “Тупһа”, Наил Ғәйетбаевтың “Ҡойма ямғыр аҫтында”, Башҡортос­тандың халыҡ артисы Ишмулла Дилмөхәмә­товтың “Тере тупраҡ” пьесалары буйынса ҡуйылған күп һанлы спек­такль йәштәргә бил­дәлелек һәм абруй килтерә.
Ниндәй генә ролдәрҙе башҡармаһын, Вәкил Барый улы һәр ваҡыт үҙен ысын сәхнә кешеһе итеп күрһәтә. Ул тыуҙырған образдар тик уныңса – Вәкилсә генә булып, тамашасы күңеленә тура юл һала, уның ихтирамын һәм һөйөүен яулай. Айырыуса сатира һәм юмор менән һуғарылған комедияларҙа бар күңелен һалып, үҙенә тыумыштан бирелгән артислыҡ һәләтен тулыһынса “эшкә егеп” уйнай актер. Әлбиттә, уның тырышлығы, яратҡан һөнә­ренә бирелгәнлеге театр етәкселегенең иғтибарынан ситтә ҡалмай. 1979 йылда Вәкил Барый улына “Баш­ҡор­т­остандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Ә тағы ла ун дүрт йылдан инде ул “Башҡортостандың халыҡ артисы” исеменә лайыҡ була.
Вәкил Йосопов – талантлы актер ғына түгел, ә өс тиҫтәнән ашыу драма әҫәрен сәхнә­ләштергән һәм шуның менән театр һөйөүселәр араһында хаҡлы абруй ҡаҙанған нескә тойғоло, үҙенсәлекле режиссер ҙа. Был тәңгәлдә уның “Бабич – азатлыҡ һәм ирек йырсыһы” исемле театрлаш­ты­рылған тамашаһын телгә алып китеү генә лә күп нәмә тураһында һөйләй. Бөйөк шағирыбыҙҙың тормош юлын, ижадын ике сәғәтлек сәхнә күренешендә бәйән итеү үҙе үк оло маҡтауға лайыҡ.
Сибай театрында режиссер вази­фа­һында эшләп йөрөгән сәнғәт эшмәкәрен уҙған быуат аҙағында Ырымбур ҡала­һының Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге татар дәүләт театрына “ҡоҙалайҙар”, һәм ике йыл дауамында ул күршеләрҙә сәнғәт усағына “ҡуҙ өҫтәй”. Артабан инде “Сулпан” балалар театры, Сибай дәүләт филармонияһы арбаларына төптән егелә.
Етәксе булараҡ та, ябай кеше булараҡ та Вәкил Барый улын һәр кем менән кешелекле, кеселекле булыуы биҙәй. Уның менән теләһә ҡайһы темаға иркенләп һөйләшергә, унан төплө кәңәштәр алырға була. Шаян телле, киң күңелле уҙаманды коллективта һәр кем хөрмәт итә, уға ихтирам менән ҡарай.
“Ирмен тигән ирҙәр ҡартаймай!” Был һүҙҙәр нәҡ Вәкил Барый улы Йосопов тураһында. Уның киләсәктә сәхнәгә сығарасаҡ әҫәрҙәре, сағыу образдары бөрөләнә генә әле. Беҙ унан һоҡланғыс ижад емештәре көтөп ҡалабыҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779