Ысынлап та, янып-көйөп эшләгән, дәрт-дарманы ташып торған ирҙәр ҡартайыуҙы белмәйҙер ул! Һүҙҙәремә шикләнәһегеҙме? Һуң, әйҙәгеҙ, һаман “егеттәрски” булып ҡалған, әле булһа көлөп-шаярып һөйләшкән, етеҙ аҙымлы, ҡупшы кәүҙәле уҙаман – беҙҙең Вәкил Барый улы Йосоповты ғына алып ҡарайыҡ! Уның тураһында “бабай” йәки “оло йәштәге” тип әйтеп буламы? Ә-ә-ә, һүҙ тапмай туҡтап ҡалдығыҙмы? Ана шул-шул! Ышанһағыҙ ҙа, ышанмаһағыҙ ҙа – “егетебеҙгә” теп-теүәл 65 йәш бөгөн. Ысын мәғәнәһендә уҙаман, ил ағаһы, вәт! Бындай ҙурлауға, ошондай ҙа мәртәбәгә ысынлап лайыҡ Вәкил Барый улы!
...1973 йылда Өфө сәнғәт институтының театр бүлеген тамамлап, ҡулына актер дипломы алған 21 йәшлек кенә егет Сибай дәүләт драма театрының ишеген асып инә. Бөгөн исемдәре бөтә республикаға яҡшы таныш булған сәнғәт оҫталары – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хисмәтулла Дәүләтов, халыҡ артистары Зифа Баязитова, Риф Сәйфуллиндар менән бер көндә эш башлай ул. Һәм нәҡ ошонан йәш актерҙар драма театрының эшмәкәрлегенә яңы һулыш өрә, уның йылъяҙмаһын сағыу биттәр менән байыта. Күренекле драматург Туфан Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү” комедияһында өс курсташтың сәхнәлә донъяларын онотоп, йәшлек дәрте, егеттәрсә дыуамаллыҡ һәм саялыҡ менән уйнауын оло быуын вәкилдәре хәтерләйҙер әле, моғайын... Хәйер, һабаҡташтарҙың юлы һәр ваҡыт бергә, бер һуҡмаҡтан бара һәм улар, бер-береһенә терәк-таяныс булып, сәнғәт үрҙәренә үрмәләй. Талантлы Беларусь яҙыусыһы һәм драматургы Алексей Дударевтың “Тупһа”, Наил Ғәйетбаевтың “Ҡойма ямғыр аҫтында”, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың “Тере тупраҡ” пьесалары буйынса ҡуйылған күп һанлы спектакль йәштәргә билдәлелек һәм абруй килтерә.
Ниндәй генә ролдәрҙе башҡармаһын, Вәкил Барый улы һәр ваҡыт үҙен ысын сәхнә кешеһе итеп күрһәтә. Ул тыуҙырған образдар тик уныңса – Вәкилсә генә булып, тамашасы күңеленә тура юл һала, уның ихтирамын һәм һөйөүен яулай. Айырыуса сатира һәм юмор менән һуғарылған комедияларҙа бар күңелен һалып, үҙенә тыумыштан бирелгән артислыҡ һәләтен тулыһынса “эшкә егеп” уйнай актер. Әлбиттә, уның тырышлығы, яратҡан һөнәренә бирелгәнлеге театр етәкселегенең иғтибарынан ситтә ҡалмай. 1979 йылда Вәкил Барый улына “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Ә тағы ла ун дүрт йылдан инде ул “Башҡортостандың халыҡ артисы” исеменә лайыҡ була.
Вәкил Йосопов – талантлы актер ғына түгел, ә өс тиҫтәнән ашыу драма әҫәрен сәхнәләштергән һәм шуның менән театр һөйөүселәр араһында хаҡлы абруй ҡаҙанған нескә тойғоло, үҙенсәлекле режиссер ҙа. Был тәңгәлдә уның “Бабич – азатлыҡ һәм ирек йырсыһы” исемле театрлаштырылған тамашаһын телгә алып китеү генә лә күп нәмә тураһында һөйләй. Бөйөк шағирыбыҙҙың тормош юлын, ижадын ике сәғәтлек сәхнә күренешендә бәйән итеү үҙе үк оло маҡтауға лайыҡ.
Сибай театрында режиссер вазифаһында эшләп йөрөгән сәнғәт эшмәкәрен уҙған быуат аҙағында Ырымбур ҡалаһының Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге татар дәүләт театрына “ҡоҙалайҙар”, һәм ике йыл дауамында ул күршеләрҙә сәнғәт усағына “ҡуҙ өҫтәй”. Артабан инде “Сулпан” балалар театры, Сибай дәүләт филармонияһы арбаларына төптән егелә.
Етәксе булараҡ та, ябай кеше булараҡ та Вәкил Барый улын һәр кем менән кешелекле, кеселекле булыуы биҙәй. Уның менән теләһә ҡайһы темаға иркенләп һөйләшергә, унан төплө кәңәштәр алырға була. Шаян телле, киң күңелле уҙаманды коллективта һәр кем хөрмәт итә, уға ихтирам менән ҡарай.
“Ирмен тигән ирҙәр ҡартаймай!” Был һүҙҙәр нәҡ Вәкил Барый улы Йосопов тураһында. Уның киләсәктә сәхнәгә сығарасаҡ әҫәрҙәре, сағыу образдары бөрөләнә генә әле. Беҙ унан һоҡланғыс ижад емештәре көтөп ҡалабыҙ!