Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Килде заман, инде шатлан, ҡурай, Йәмле тауышың илгә яңғыраһын!”
“Килде заман, инде шатлан, ҡурай, Йәмле тауышың илгә яңғыраһын!” Рөстәм Шәриповтың ҡурай моңо һүнмәне. Быйыл икенсегә уҙған уның исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы ошоно иҫбатланы. Был юлы эстафетаны Морат Йәноҙаҡов ҡабул итеп алды.
Ҡасан ғына әле халҡыбыҙҙың бөйөк улы Шәйехзада Бабич ошо һүҙҙәр менән ҡурайға мәҙхиә әйткән ине. Унан һуң күп йылдар ағып, күп замандар кисергәс тә, был һүҙҙәрҙең көнүҙәк булыуын тоябыҙ.
Урал тауҙарының текә-һарҡыу ерҙәре булған кеүек, беҙҙең милли музыка ҡоралдарыбыҙға ҡараш та төрлө йылдарҙа төрлөсә булды. Бына, мәҫәлән, бөгөн ҡурай моңо, ҡурай сәнғәте бейеклектә, тип әйтергә мөмкин. Хәйер, ул бынан күп йылдар элек тергеҙелеп, йәмғиәткә бихисап музыканттар, белгестәр әҙерләгәйне лә инде. Бына бер нисә йыл элек ер өҫтөнән эҙҙәрен юйған, әммә йөрәктәрҙә мәңгелек моң булып ҡалған Рөстәм Шәрипов атлы атаҡлы ҡурайсыбыҙ исемендәге республика асыҡ ҡурайсылар бәйгеһендә лә олоһонан-кесеһенән йөҙҙән артыҡ кеше көс һынашты.
Был юҫыҡта балаларҙың күп булыуын да телгә алып китмәү яҙыҡ булыр. Бер төркөм бәйгеселәр 12 йәшкә тиклемгеләр араһында ҡатнашһа, 12-нән 16 йәшкәсә ҡатнашыусылар ҙа байтаҡ булды. Ә инде 16-нан 35 йәшкә тиклемгеләр иң өлкәндәр төркөмө ине. Ошо һәүәҫкәр һәм профессиональ музыканттарҙы абруйлы жюри ағзалары баһалап, еңеүселәрҙе билдә­ләне. Улар араһында, төп приздарҙан тыш, ҡайһы бер ойошмаларҙың махсус бүләктәренә эйә булғандар ҙа табылды. Мәҫәлән, Башҡортостан Яҙыусылар союзының махсус призына лайыҡ булған ун ете йәшлек Раян Исҡаҡовты ғына алайыҡ. Ул – һаулығы буйынса мөмкин­лектәре сикләнгән балалар өсөн Өфөнөң 13-сө коррекция мәктәп-интернаты уҡыусыһы. Тәрбиәсеһе Айҙар Байтимеров ярҙа­мында бынан өс йыл элек кенә ҡурайҙа өйрәнә башлауына ҡарамаҫтан, ул ҡайһы бер профессионалдар менән бер рәттән республика бәйгеһендә ҡатнашырға йөрьәт итә. Был нимәнән килә, тип үҙенән һорағас, үҫмер: “Башҡорт рухынан”, – тип ҡыҫҡа, әммә мәғәнәле итеп яуап бирҙе.
Эйе, был бәйгегә бар ҡурайҙа уйнай белеүселәрҙе лә ошо изге төшөнсә әйҙәгәндер. Шуға ла, баһалама ағзала­рының әйтеүенсә, еңеүселәрҙе билдәләү үтә ҡыйынға төштө. Ысынлап та, оҫта уйнаусылар күп икәнен барыһы ла үҙ күҙҙәре менән күрҙе, аңдары менән тойҙо. Ә бит бәйгенең шарты буйынса, ҡуйылған талап та еңелдән түгел ине, минеңсә. Беренсе талап мотлаҡ башҡорт халыҡ көйөн уйнау булһа, икенсеһе – уны музыкаль оҙатыу аҫтында башҡарыу. Был юҫыҡта баян, думбыра, синтезатор, скрипка һәм башҡа музыка ҡоралдары­ның оҙатыуы аҫтында уйнаны бәйгеселәр. “Ҡолой кантон” көйө һәм Нур Дауытовтың “Яңғыҙлыҡ” музыкаль әҫәре менән барыһын хайран итеп, Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Морат Йәноҙаҡов бәйгенең Гран-прийын яуланы. Уға бү­ләккә ҡурай, башҡорт милли кейемдәрен тектереү өсөн 20 мең һумға сертификат тапшырылды. Ә I урынды Әғләм Юлгилдин (Өфө), Ғайсар Нәҙерғолов (Сибай), Юлай Ҡасимов (Өфө) бүлеште. Икенсе, өсөнсө урындарға лайыҡ егеттәр күп булды. Хәйер, егеттәр тигәндәй, бында ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Заман менән бергә атлаған һылыуҙарыбыҙҙың да бәйгелә сәхнәгә сығыуҙарын күптәр хуп­ланы. Ҡатын-ҡыҙҙың ҡурай уйнауы тураһында йырсы һәм ҡурайсы Юнир Һағынбаев бына ниндәй фекер йөрөтә:
– Хәҙерге ваҡытта бер нәмәгә лә аптырарға ярамай, донъя үҙгәрә, яңы технологиялар барлыҡҡа килә. Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар аҡыллыраҡ бит инде, улар машина ла йөрөтә, донъя тотҡалары ла, бирешмәй, тормош дилбегәһен үҙ ҡулда­рына ала. Шуға күрә, ҡурайҙа ла уйнарға йөрьәт итәләрҙер. Ҡурайҙа батыр, сая ҡыҙҙар ғына уйнай, тип уйлайым. Мин ҡаршы түгел.
Быйыл икенсе мәртәбә ойошторолған Рөстәм Шәрипов исемендәге республика асыҡ ҡурайсылар бәйгеһенең киләсәккә маҡсаттары бик ҙур. Шул рәүешле халҡыбыҙҙың ҡурай мәктәбе генә түгел, уның менән бергә рухи таҙалығы, милли үҙаңы ла үҫә бара бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779