Рөстәм Шәриповтың ҡурай моңо һүнмәне. Быйыл икенсегә уҙған уның исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы ошоно иҫбатланы. Был юлы эстафетаны Морат Йәноҙаҡов ҡабул итеп алды.Ҡасан ғына әле халҡыбыҙҙың бөйөк улы Шәйехзада Бабич ошо һүҙҙәр менән ҡурайға мәҙхиә әйткән ине. Унан һуң күп йылдар ағып, күп замандар кисергәс тә, был һүҙҙәрҙең көнүҙәк булыуын тоябыҙ.
Урал тауҙарының текә-һарҡыу ерҙәре булған кеүек, беҙҙең милли музыка ҡоралдарыбыҙға ҡараш та төрлө йылдарҙа төрлөсә булды. Бына, мәҫәлән, бөгөн ҡурай моңо, ҡурай сәнғәте бейеклектә, тип әйтергә мөмкин. Хәйер, ул бынан күп йылдар элек тергеҙелеп, йәмғиәткә бихисап музыканттар, белгестәр әҙерләгәйне лә инде. Бына бер нисә йыл элек ер өҫтөнән эҙҙәрен юйған, әммә йөрәктәрҙә мәңгелек моң булып ҡалған Рөстәм Шәрипов атлы атаҡлы ҡурайсыбыҙ исемендәге республика асыҡ ҡурайсылар бәйгеһендә лә олоһонан-кесеһенән йөҙҙән артыҡ кеше көс һынашты.
Был юҫыҡта балаларҙың күп булыуын да телгә алып китмәү яҙыҡ булыр. Бер төркөм бәйгеселәр 12 йәшкә тиклемгеләр араһында ҡатнашһа, 12-нән 16 йәшкәсә ҡатнашыусылар ҙа байтаҡ булды. Ә инде 16-нан 35 йәшкә тиклемгеләр иң өлкәндәр төркөмө ине. Ошо һәүәҫкәр һәм профессиональ музыканттарҙы абруйлы жюри ағзалары баһалап, еңеүселәрҙе билдәләне. Улар араһында, төп приздарҙан тыш, ҡайһы бер ойошмаларҙың махсус бүләктәренә эйә булғандар ҙа табылды. Мәҫәлән, Башҡортостан Яҙыусылар союзының махсус призына лайыҡ булған ун ете йәшлек Раян Исҡаҡовты ғына алайыҡ. Ул – һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Өфөнөң 13-сө коррекция мәктәп-интернаты уҡыусыһы. Тәрбиәсеһе Айҙар Байтимеров ярҙамында бынан өс йыл элек кенә ҡурайҙа өйрәнә башлауына ҡарамаҫтан, ул ҡайһы бер профессионалдар менән бер рәттән республика бәйгеһендә ҡатнашырға йөрьәт итә. Был нимәнән килә, тип үҙенән һорағас, үҫмер: “Башҡорт рухынан”, – тип ҡыҫҡа, әммә мәғәнәле итеп яуап бирҙе.
Эйе, был бәйгегә бар ҡурайҙа уйнай белеүселәрҙе лә ошо изге төшөнсә әйҙәгәндер. Шуға ла, баһалама ағзаларының әйтеүенсә, еңеүселәрҙе билдәләү үтә ҡыйынға төштө. Ысынлап та, оҫта уйнаусылар күп икәнен барыһы ла үҙ күҙҙәре менән күрҙе, аңдары менән тойҙо. Ә бит бәйгенең шарты буйынса, ҡуйылған талап та еңелдән түгел ине, минеңсә. Беренсе талап мотлаҡ башҡорт халыҡ көйөн уйнау булһа, икенсеһе – уны музыкаль оҙатыу аҫтында башҡарыу. Был юҫыҡта баян, думбыра, синтезатор, скрипка һәм башҡа музыка ҡоралдарының оҙатыуы аҫтында уйнаны бәйгеселәр. “Ҡолой кантон” көйө һәм Нур Дауытовтың “Яңғыҙлыҡ” музыкаль әҫәре менән барыһын хайран итеп, Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Морат Йәноҙаҡов бәйгенең Гран-прийын яуланы. Уға бүләккә ҡурай, башҡорт милли кейемдәрен тектереү өсөн 20 мең һумға сертификат тапшырылды. Ә I урынды Әғләм Юлгилдин (Өфө), Ғайсар Нәҙерғолов (Сибай), Юлай Ҡасимов (Өфө) бүлеште. Икенсе, өсөнсө урындарға лайыҡ егеттәр күп булды. Хәйер, егеттәр тигәндәй, бында ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Заман менән бергә атлаған һылыуҙарыбыҙҙың да бәйгелә сәхнәгә сығыуҙарын күптәр хупланы. Ҡатын-ҡыҙҙың ҡурай уйнауы тураһында йырсы һәм ҡурайсы Юнир Һағынбаев бына ниндәй фекер йөрөтә:
– Хәҙерге ваҡытта бер нәмәгә лә аптырарға ярамай, донъя үҙгәрә, яңы технологиялар барлыҡҡа килә. Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар аҡыллыраҡ бит инде, улар машина ла йөрөтә, донъя тотҡалары ла, бирешмәй, тормош дилбегәһен үҙ ҡулдарына ала. Шуға күрә, ҡурайҙа ла уйнарға йөрьәт итәләрҙер. Ҡурайҙа батыр, сая ҡыҙҙар ғына уйнай, тип уйлайым. Мин ҡаршы түгел.
Быйыл икенсе мәртәбә ойошторолған Рөстәм Шәрипов исемендәге республика асыҡ ҡурайсылар бәйгеһенең киләсәккә маҡсаттары бик ҙур. Шул рәүешле халҡыбыҙҙың ҡурай мәктәбе генә түгел, уның менән бергә рухи таҙалығы, милли үҙаңы ла үҫә бара бит.