Мин уны күберәге ҡыйыу фекерле өлкәндәр өсөн яҙған шағир тип белә инем. Сатирик әҫәрҙәре лә апаруҡ баҫылды “Башҡортостан” гәзитендә. Ә инде “Шиғриәт дәресе” тигән балалар өсөн йыйынтығын ҡулға алғас, Салауат Рәхмәтулла – балалар шағиры икән дә, тинем, үҙем өсөн уның был маһирлығын асып. Баҡтиһәң, был уның тәүге китабы ла түгел. Ғөмүмән, шағир бәләкәстәр өсөн бик күптәнән ижад итә икән. “Ямғыр, яу, яу!”, “Быйыл мәктәпкә барам”, “Ҡуян ник ҡыҫҡа ҡойроҡло?” тигән йыйынтыҡтары ла балалар өсөн тәғәйенләнгән. Балалар яҙыусыһы исемен йөрөткәндәрҙең ике төрө була: берәүҙәр балалар хаҡында өлкәндәр өсөн яҙа, икенселәр балалар үҙҙәре йә иһә ата-әсәһе менән уҡырлыҡ әҫәрҙәр ижад итә. Салауат Рәхмәтулла – һуңғыларынан. Ғәләмәт ҡыҙыҡлы табыштарға бай китап бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар күҙлегенән сығып яҙылған.
Иң тәүҙә китаптың исеменә иғтибар итәйек – “Шиғриәт дәресе”. Тәү ҡарашҡа бик етди исем балаларға һүҙ сәнғәте аша тотош уратып алған мөхит хаҡында дәрес бирә икән дәбаһа. Бында бөтәһе лә бар – туған Башҡортостан тәбиғәте лә, йәнлектәр ҙә, йорт хайуандары ла, ғаиләләге, бәләкәс дуҫтар араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә, милли уйындар ҙа. Китап балаларҙың донъяны танып белеүе менән беҙҙе, уҡыусыны, таныштыра, заман ҡыҙҙары һәм малайҙарының тын алышын бирә. Нескә юмор менән яҙылған шиғырҙарҙы уҡып, йылмайып йә көлөп ебәргәнде һиҙмәй ҙә ҡалаһың.
Мәҫәлән, “Дауаханала” шиғырында малай табиптың ҡылығына ғәжәпләнә:
Ниңә Һораны гел “А”ны,
“Б”, “В”лар – яратманы?!
Уҡый ҙа белә инем бит,
Уҡытып ҡаратманы. Ә “Өләсәйем тыуған көн”, “Барометр” шиғырҙарында тап башҡорт халҡына хас сифаттар, йолалар һүрәтләнә. Бына уҡып ҡарағыҙ әле:
Өләсәй тыуған көн бөгөн:
Бауырһаҡтар бешерҙек.
Тыуған көнө менән ҡотлап,
Уға сәскәләр бирҙек...
Өләсәй ҙә мине һыйлай,
Туйһам да белдермәнем.
Ашаным, бер бөртөгөн дә
Иҙәнгә төшөрмәнем!Иҫегеҙгә төштөмө ауылдарҙа бауырһаҡ бешергән күренештәр? Минең шунда уҡ хәтергә килде. Сәнғәт әҫәренең балаларға милли мөхит картинаһын тыуҙырыу менән бергә тәрбиәүи әһәмиәте хаҡында ла оҙон-оҙаҡ фекер йөрөтә алабыҙ был осраҡта. “Аҡ икмәк” шиғырында ла игенсе атаһы тураһында малайҙың тәьҫораттары менән танышабыҙ. Ә бит бөгөн һөт, икмәк магазинда үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә икән тип үҫкән ҡала балалары ла бар. Уларға ауыл малайының кисерештәре менән танышыу бик кәрәк. Беҙ балаларға ҡыҙыҡлы ғына түгел, ана шул уйын аша ла фәһем булырҙай, тәрбиәүи әһәмиәтле әҫәрҙәр ҙә яҙырға бурыслыбыҙ.
“Барометр” шиғырындағы көлкөлө хәл аша юрауҙар, һынамыштар менән дә осрашабыҙ:
“Көн һыуытыр!” – ти өләсәй,
Бесәй мейескә керһә.
“Көн йылытыр!” – ти иҙәндә
Йоҡлап ятҡанын күрһә.
Иртәгә көн һыуыҡ була,
Өйөңдә генә ултыр:
Бесәй мейескә һикерҙе,
Бесәй – ул барометр!Бер ғаиләлә, туғандар булып үҫкән балаларҙың яҡты тойғолары ла сағыла был китап биттәрендә. “Үҫкән” шиғырын уҡып берсә көлөп, берсә үҙебеҙҙең бәләкәс саҡтарҙы хәтерләп алдым. Хәйер, әле лә бер туғандар ғына түгел, нәҫел-нәсәп, ауылдаш балалар бер-береһенең кейемен кейеп үҫә ул. Ағаһының ҙурайыбыраҡ киткәненә һоҡланған малай шиғырҙың һуңғы куплетында бына нимә ти:
Былтыр кейгән кейемдәре
Быйыл бит һыймаған да:
Улар – миңә таман, кейәм,
Урамда уйнағанда.Ябай, балалар теле, нескә юмор менән яҙылған был йыйынтыҡты беҙ кескәй улым Азамат менән яратып уҡып сыҡтыҡ. Ысынбарлыҡҡа балалар күҙе менән баҡҡан авторҙың шиғырҙары минән бигерәк кескәй уҡыусының күңеленә бик хуш килде. Яҡшылыҡты, матурлыҡты күберәге малайҙар, ҡыҙҙар ҡарашы аша сәнғәт теле менән әйтә С. Рәхмәтулла. Тәү ҡарашҡа бик еңел яҙылған кеүек булһа ла был шиғырҙар, бәләкәстәр өсөн ижад итеү айырым бер оҫталыҡ талап иткәнен ижад донъяһын нескә тойған һәр кем аңлай торғандыр. “Ҡөрьән һүҙҙәре”, “Әссәләмәғәләйкүм!” тигән шиғырҙар аша йәш быуында дини, иман тәрбиәһе хаҡында үҙенсәлекле һүҙен әйтә автор. “Ауыл музейына – көйәнтә”, “Футбол уйнағанда”, “Туңдырмалар”, “Утын киҫтек”, “Сүкеш” тигәндәре лә балаларҙы уйын-көлкө, үҙҙәрен уратып алған шөғөлдәр, саралар аша тәрбиәләй. Хәйер, шағир һәр шиғырға ябай тел менән мәңгелек төшөнсә орлоҡтарын оҫта ғына итеп һала белгән. “Һыйырыбыҙға – ун өс йәш”. Бик ҡыҙыҡлы ғына, хатта көлкөлө исемле шиғыр, әммә унда шулай уҡ күҙәтеүсәнлек өлгөһө генә түгел, өлкәндәр әйткәнен иҫендә ҡалдырған малайҙың ҡыҙыҡһыныусанлығы ла сағыла:
Һыйырыбыҙға – ун өс йәш,
Кәзәбеҙгә ун тула...
Улар – һөйләшмәй...
йәштәрен
Нисек белдең, Миңнулла?Һөйләшмәйҙәр шул –
йәштәрен
Беләбеҙме ҡалай беҙ? –
Мөгөҙҙәрҙә – йыл ҡулсаһы,
Ҡулсаларын һанайбыҙ!..Вәт! Белдегеҙме бына ниндәй шуҡ, тәртип боҙорға ла аптырап тормаған, әммә донъяны үҙенең кисерештәре аша асырға ынтылған бәләкәстәр донъяһын нисек тасуирлай яҙыусы.
Башҡортостандың матур тәбиғәтен генә түгел, түбәтәй кейгән малайҙарҙы, түшелдеректәр таҡҡан инәйҙәрҙе оҫта һүрәтләгән рәссам Марат Ғәйнетдинов та китапты уҡыусы күңеленә еткереүҙә үҙ өлөшөн һалған.
Тағы ла бер мөһим нәмә хаҡында әйтергә онотоп торам: шиғырҙар сатнап торған рифмалар ҡулланып, ҡыҫҡа итеп яҙылған. Бәләкәстәр өсөн был да мөһим. Һыу буйлыҡ шиғыр ятлағансы, улар өс-дүрт, ҡай саҡ хатта ике куплетлыҡ образлы картиналарҙы тиҙерәк иҫендә ҡалдырасаҡ. Юҡҡа ғына был ғүмерҙе матур бер шиғырға тиңләмәйҙәр, күрәһең. “Шиғриәт дәресе” китабы был хаҡта хатта балаларҙың да күңеленә һала ала.