Шиғриәт дәресе биргән шағир25.01.2017
Шиғриәт дәресе биргән шағир Мин уны күберәге ҡыйыу фекерле өлкәндәр өсөн яҙған шағир тип белә инем. Сатирик әҫәрҙәре лә апаруҡ баҫылды “Башҡортостан” гәзитендә. Ә инде “Шиғриәт дәресе” тигән балалар өсөн йыйынтығын ҡулға алғас, Салауат Рәхмәтулла – балалар шағиры икән дә, тинем, үҙем өсөн уның был маһирлығын асып. Баҡтиһәң, был уның тәүге китабы ла түгел. Ғөмүмән, шағир бәләкәстәр өсөн бик күптәнән ижад итә икән.
“Ямғыр, яу, яу!”, “Быйыл мәк­тәпкә барам”, “Ҡуян ник ҡыҫҡа ҡойроҡло?” тигән йыйынтыҡ­тары ла балалар өсөн тәғә­йенләнгән. Балалар яҙыусыһы исемен йөрөткәндәрҙең ике төрө була: берәүҙәр балалар хаҡында өлкәндәр өсөн яҙа, икенселәр балалар үҙҙәре йә иһә ата-әсәһе менән уҡырлыҡ әҫәрҙәр ижад итә. Салауат Рәхмәтулла – һуңғыларынан. Ғәләмәт ҡы­ҙыҡ­лы табыштарға бай китап бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар күҙлегенән сығып яҙылған.
Иң тәүҙә китаптың исеменә иғтибар итәйек – “Шиғриәт дә­ре­се”. Тәү ҡарашҡа бик етди исем балаларға һүҙ сәнғәте аша тотош уратып алған мөхит хаҡында дәрес бирә икән дәбаһа. Бында бөтәһе лә бар – туған Башҡортостан тәбиғәте лә, йәнлектәр ҙә, йорт хайуандары ла, ғаиләләге, бәләкәс дуҫтар араһындағы мөнәсәбәт­тәр ҙә, милли уйындар ҙа. Китап балаларҙың донъяны танып белеүе менән беҙҙе, уҡыу­сыны, таныштыра, заман ҡыҙ­ҙары һәм малайҙарының тын алышын бирә. Нескә юмор менән яҙылған шиғырҙарҙы уҡып, йылмайып йә көлөп ебәргәнде һиҙмәй ҙә ҡалаһың.
Шиғриәт дәресе биргән шағир Мәҫәлән, “Дауаханала” ши­ғы­рында малай табиптың ҡылығына ғәжәпләнә:
Ниңә Һораны гел “А”ны,
“Б”, “В”лар – яратманы?!
Уҡый ҙа белә инем бит,
Уҡытып ҡаратманы.

Ә “Өләсәйем тыуған көн”, “Барометр” шиғырҙарында тап башҡорт халҡына хас сифаттар, йолалар һүрәтләнә. Бына уҡып ҡарағыҙ әле:
Өләсәй тыуған көн бөгөн:
Бауырһаҡтар бешерҙек.
Тыуған көнө менән ҡотлап,
Уға сәскәләр бирҙек...
Өләсәй ҙә мине һыйлай,
Туйһам да белдермәнем.
Ашаным, бер бөртөгөн дә
Иҙәнгә төшөрмәнем!

Иҫегеҙгә төштөмө ауыл­дар­ҙа бауырһаҡ бешергән күре­неш­тәр? Минең шунда уҡ хә­тергә килде. Сәнғәт әҫәренең балаларға милли мөхит кар­тинаһын тыуҙырыу менән бергә тәрбиәүи әһәмиәте хаҡында ла оҙон-оҙаҡ фекер йөрөтә алабыҙ был осраҡта. “Аҡ икмәк” шиғырында ла игенсе атаһы тураһында малайҙың тәьҫорат­тары менән танышабыҙ. Ә бит бөгөн һөт, икмәк магазинда үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә икән тип үҫкән ҡала балалары ла бар. Уларға ауыл малайының кисерештәре менән танышыу бик кәрәк. Беҙ балаларға ҡы­ҙыҡлы ғына түгел, ана шул уйын аша ла фәһем булырҙай, тәрбиәүи әһәмиәтле әҫәрҙәр ҙә яҙырға бурыслыбыҙ.
“Барометр” шиғырындағы көлкөлө хәл аша юрауҙар, һынамыштар менән дә осра­шабыҙ:
“Көн һыуытыр!” – ти өләсәй,
Бесәй мейескә керһә.
“Көн йылытыр!” – ти иҙәндә
Йоҡлап ятҡанын күрһә.
Иртәгә көн һыуыҡ була,
Өйөңдә генә ултыр:
Бесәй мейескә һикерҙе,
Бесәй – ул барометр!

Бер ғаиләлә, туған­дар булып үҫкән ба­ла­ларҙың яҡты тойғолары ла сағы­ла был китап биттәрендә. “Үҫкән” ши­ғы­рын уҡып берсә кө­лөп, берсә үҙе­беҙҙең бә­ләкәс саҡ­тарҙы хәтер­ләп алдым. Хәйер, әле лә бер туған­дар ғына түгел, нәҫел-нәсәп, ауылдаш балалар бер-бере­һенең кейемен кейеп үҫә ул. Ағаһының ҙура­йыбыраҡ киткәненә һоҡ­ланған малай ши­ғыр­ҙың һуңғы куплетында бына нимә ти:
Былтыр кейгән кейемдәре
Быйыл бит һыймаған да:
Улар – миңә таман, кейәм,
Урамда уйнағанда.

Ябай, балалар теле, нескә юмор менән яҙылған был йыйынтыҡты беҙ кескәй улым Азамат менән яратып уҡып сыҡтыҡ. Ысынбарлыҡҡа балалар күҙе менән баҡҡан ав­торҙың шиғырҙары минән бигерәк кескәй уҡыусының күңеленә бик хуш килде. Яҡ­шылыҡты, матурлыҡты күбе­рәге малайҙар, ҡыҙҙар ҡарашы аша сәнғәт теле менән әйтә С. Рәхмәтулла. Тәү ҡарашҡа бик еңел яҙылған кеүек булһа ла был шиғырҙар, бәләкәстәр өсөн ижад итеү айырым бер оҫта­лыҡ талап иткәнен ижад донъя­һын нескә тойған һәр кем аңлай торғандыр. “Ҡөрьән һүҙ­ҙәре”, “Әссәләмәғәләйкүм!” ти­гән шиғырҙар аша йәш быуын­да дини, иман тәрбиәһе хаҡын­да үҙенсәлекле һүҙен әйтә автор. “Ауыл музейына – көйән­тә”, “Футбол уйнағанда”, “Туң­дыр­малар”, “Утын киҫтек”, “Сү­кеш” тигәндәре лә балаларҙы уйын-көлкө, үҙҙәрен уратып алған шөғөлдәр, саралар аша тәр­биәләй. Хәйер, шағир һәр ши­ғырға ябай тел менән мәң­гелек төшөнсә орлоҡтарын оҫта ғына итеп һала белгән. “Һыйыры­быҙға – ун өс йәш”. Бик ҡы­ҙыҡлы ғына, хатта көл­кө­лө исемле шиғыр, әммә унда шулай уҡ күҙәтеүсәнлек өлгөһө генә түгел, өлкәндәр әйткәнен иҫендә ҡалдырған малайҙың ҡы­ҙыҡһы­ныусанлығы ла сағы­ла:
Һыйырыбыҙға – ун өс йәш,
Кәзәбеҙгә ун тула...
Улар – һөйләшмәй...
йәштәрен
Нисек белдең, Миңнулла?

Һөйләшмәйҙәр шул –
йәштәрен
Беләбеҙме ҡалай беҙ? –
Мөгөҙҙәрҙә – йыл ҡулсаһы,
Ҡулсаларын һанайбыҙ!..

Вәт! Белдегеҙме бына нин­дәй шуҡ, тәртип боҙорға ла аптырап тормаған, әммә донъя­ны үҙенең кисерештәре аша асырға ынтылған бәләкәстәр донъяһын нисек тасуирлай яҙыусы.
Башҡортостандың матур тәбиғәтен генә түгел, түбәтәй кейгән малайҙарҙы, түшел­деректәр таҡҡан инәйҙәрҙе оҫта һүрәтләгән рәссам Марат Ғәйнетдинов та китапты уҡыу­сы күңеленә еткереүҙә үҙ өлөшөн һалған.
Тағы ла бер мөһим нәмә хаҡында әйтергә онотоп торам: шиғырҙар сатнап торған рифмалар ҡулланып, ҡыҫҡа итеп яҙылған. Бәләкәстәр өсөн был да мөһим. Һыу буйлыҡ шиғыр ятлағансы, улар өс-дүрт, ҡай саҡ хатта ике куплетлыҡ образлы картиналарҙы тиҙерәк иҫендә ҡалдырасаҡ. Юҡҡа ғына был ғүмерҙе матур бер шиғырға тиңләмәйҙәр, күрәһең. “Шиғриәт дәресе” китабы был хаҡта хатта балаларҙың да күңеленә һала ала.


Вернуться назад