Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ленин юлы” журналына бер йыл тулды
“Башҡортостан”дың матбуғат_архивынан
“Ленин юлы” журналына бер йыл тулды Башҡортостан партия ойош­маһындағы милли сос­тав ҙур ғына бер урын тота, һәм ул һаман эшселәр, ярлылар, батрактар иҫәбенә үҫә тора. Был һандарҙы сифат яғынан тәрбиәләү эше, әлбиттә, партия матбуғатына бик ныҡ бәйләнгән. Бына шуларҙы иғтибарға алып, 1928 йыл баштарында партиябыҙҙың өлкә комитеты ерле партиецтарға (һәм шулай уҡ комсо­молдарға) ҡарата бер партия журналы сығарыу сараһын күргәйне. Быйыл инде беҙ “Ленин юлы” тип аталған шул журналдың бер йыллығын уҙғарҙыҡ. Ғүмеренә нисбәтән уның ҡаҙаныштары ла, уңыштары ла кәмһенерлек йәки алда өмөтһөҙлөк тыуҙырырлыҡ мәле әҙ булманы.
Бәлки, улар сыға башлау, нигеҙләнеү осорона нисбәтән ҡәнәғәтләнерлек ине.
Хәҙерге заманда матбуғат ауырлығын үлсәүҙең ҙур бер бизмәне итеп уҡыусылар һаны алынғанда, “Ленин юлы” журна­лының уҡыусыларына иғтибар итмәй булмай. Бер йыл эсендә беҙ “Ленин юлы” журналын алдырыу­сыларҙы мең дүрт йөҙләп һанап килдек.
Әлбиттә, был ойошмабыҙҙағы партиец­тарҙың һанына сағыштырып ҡарағанда күтәрелеп бәрелерлек ҡыуаныслы һан түгел. Беҙгә үҙ матбуғатын уҡымаған бер коммунис­ты, хатта бер комсомолды ҡалдырмай уҡытырға кәрәк. Был эштә ауыл ячейкалары, горкомдар өҫтөнә ҙур бурыстар йөкмәтелә. Улар үҙҙәренең ячейкаларында “Ленин юлы” журналын, шулай уҡ дөйөм партия әҙәбиәтен таратыуҙа бөтә сараларҙы күрергә тейеш.
Шуның менән бергә йыл буйы сыҡҡан журналдарға бер ҡарау менән үк беҙ унда әллә ни хәтлем асыҡлыҡтар күрәбеҙ. Ғәҙәттәге сюрприз булып киткән кисегеүҙәр, кампаниянан кампанияға бәйләнеп кенә барыуҙар һымаҡ шаҡтай ҡытыршылыҡтар осрай. Башланғыс дәүер үткәрә торған бер эш өсөн шундай һуңға ҡалыуҙар “ғәҙәттәгесә” булып күренһә лә, уларҙы бөтөрөргә кәрәк, әлбиттә.
Был эштә кантондарҙа, волостарҙа эшләй торған партия эшселәренән башлап, бөтә активты арттырырға кәрәк. Ваҡиғала иһә беҙ был турала бер ҙә уйланмаған иптәштәрҙе күрәбеҙ әле.
Һөҙөмтәлә бик билдәле бурыстарҙы, лозунгтарҙы конкретлауҙар, тәрбиә, ойош­тороусылыҡ эшендәге тәжрибәләрҙе урта­ҡ­лашыуҙар һәм башҡалар тураһында урындарҙың эше көҙгөләнмәй, уларҙың эшләгән эштәре кәүҙәләнмәй.
Көрәштә, тормошта коммунист, комсомол алдына әллә ни хәтлем мәсьәләләр килеп баҫа. Совхоз, колхоз менмәһенә менгәндә бындай етди, ләкин аңлашыу кәрәкһенгән мәсьәләләр айырыуса күп булалар. Партия йәмәғәтселеге былар тураһында үҙ һүҙен әйтергә тейеш. “Ленин юлы” – бына шуларҙың трибуналы. Шуға күрә һәр партиец һәм комсомол үҙ органы булған был журналды уҡырға, уның менән элемтә тоторға тейеш.

С. Фәхриев.
(Башҡортостан, 1929 йыл, 26 май, № 116).
Хәбәрселәрҙең активлығын күтәрергә кәрәк

Башҡортостан гәзитенең урындағы дөйөм хәбәрселәренең (раб-селкорҙарының) ак­тивлығы төрлө кантондарҙа төрлөсә тора.
Идараға килгән хәбәрҙәрҙе сағыштырып ҡарағанда, хәбәрселәр активының алда торған кантон Арғаяш булһа, иң артта торған кантон Йылайыр һанала. Бына был мәсьәлә тураһында бер аҙ туҡтап, урындарҙағы хәбәрселәр активлығын күтәреү юлында кәрәкле сараларҙы башҡарырға тейешле булыр.
Был сараларҙың берәүһе итеп Темәстәге 2-се баҫҡыс мәктәпте күрһәтергә кәрәк. Бында урындарҙағы шарттар менән таныш комсомол һәм йәштәр уҡыйҙар. Бында шуларҙан хәбәрселәр кружогы төҙөп, төрлөһө, хужалыҡ һәм администрацияның төрлө тармаҡтарынан яҙып торһондар.
Йәнә икенсе сара итеп уҡытыусылар кадрының селькорҙар фронтына ылыҡ­тырылыуын күрһәтергә кәрәк.
Уҡытыусылар ялпының араһында йәшә­гәнлектән, улар бигерәк тә урындарҙағы шарттар менән таныш. Шуның өсөн дә уҡытыу­сы­ларыбыҙҙың хәбәрселәр активына ҡушылыуын бөгөнгө көндөң талабы булғанын хәтерләтәбеҙ. Беҙҙең алдыбыҙҙа кулактарға ҡаршы утлы көрәш, сит элементтарҙан аппараттарҙы таҙартыу, дингә ҡаршы көрәш кеүек кисек­терелеүе мөмкин булмаған ҙур заданиелар тора.
Шуның менән бергә мәҙәни поход эш­тәренән яңы әлепте тормошҡа үткәреү фронты бара. Бына был оло заданиеларҙы башҡарыу өсөн дә урындарҙағы хәбәрселәребеҙҙең активлығын күтәрергә кәрәк.

Х. Ғәбитов.
(Башҡортостан, 1929 йыл, 10 февраль, № 33).

Баҫмаға БР Дәүләт китап палатаһы әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779