“Башҡортостан”дың матбуғат_архивынан Башҡортостан партия ойошмаһындағы милли состав ҙур ғына бер урын тота, һәм ул һаман эшселәр, ярлылар, батрактар иҫәбенә үҫә тора. Был һандарҙы сифат яғынан тәрбиәләү эше, әлбиттә, партия матбуғатына бик ныҡ бәйләнгән. Бына шуларҙы иғтибарға алып, 1928 йыл баштарында партиябыҙҙың өлкә комитеты ерле партиецтарға (һәм шулай уҡ комсомолдарға) ҡарата бер партия журналы сығарыу сараһын күргәйне. Быйыл инде беҙ “Ленин юлы” тип аталған шул журналдың бер йыллығын уҙғарҙыҡ. Ғүмеренә нисбәтән уның ҡаҙаныштары ла, уңыштары ла кәмһенерлек йәки алда өмөтһөҙлөк тыуҙырырлыҡ мәле әҙ булманы.
Бәлки, улар сыға башлау, нигеҙләнеү осорона нисбәтән ҡәнәғәтләнерлек ине.
Хәҙерге заманда матбуғат ауырлығын үлсәүҙең ҙур бер бизмәне итеп уҡыусылар һаны алынғанда, “Ленин юлы” журналының уҡыусыларына иғтибар итмәй булмай. Бер йыл эсендә беҙ “Ленин юлы” журналын алдырыусыларҙы мең дүрт йөҙләп һанап килдек.
Әлбиттә, был ойошмабыҙҙағы партиецтарҙың һанына сағыштырып ҡарағанда күтәрелеп бәрелерлек ҡыуаныслы һан түгел. Беҙгә үҙ матбуғатын уҡымаған бер коммунисты, хатта бер комсомолды ҡалдырмай уҡытырға кәрәк. Был эштә ауыл ячейкалары, горкомдар өҫтөнә ҙур бурыстар йөкмәтелә. Улар үҙҙәренең ячейкаларында “Ленин юлы” журналын, шулай уҡ дөйөм партия әҙәбиәтен таратыуҙа бөтә сараларҙы күрергә тейеш.
Шуның менән бергә йыл буйы сыҡҡан журналдарға бер ҡарау менән үк беҙ унда әллә ни хәтлем асыҡлыҡтар күрәбеҙ. Ғәҙәттәге сюрприз булып киткән кисегеүҙәр, кампаниянан кампанияға бәйләнеп кенә барыуҙар һымаҡ шаҡтай ҡытыршылыҡтар осрай. Башланғыс дәүер үткәрә торған бер эш өсөн шундай һуңға ҡалыуҙар “ғәҙәттәгесә” булып күренһә лә, уларҙы бөтөрөргә кәрәк, әлбиттә.
Был эштә кантондарҙа, волостарҙа эшләй торған партия эшселәренән башлап, бөтә активты арттырырға кәрәк. Ваҡиғала иһә беҙ был турала бер ҙә уйланмаған иптәштәрҙе күрәбеҙ әле.
Һөҙөмтәлә бик билдәле бурыстарҙы, лозунгтарҙы конкретлауҙар, тәрбиә, ойоштороусылыҡ эшендәге тәжрибәләрҙе уртаҡлашыуҙар һәм башҡалар тураһында урындарҙың эше көҙгөләнмәй, уларҙың эшләгән эштәре кәүҙәләнмәй.
Көрәштә, тормошта коммунист, комсомол алдына әллә ни хәтлем мәсьәләләр килеп баҫа. Совхоз, колхоз менмәһенә менгәндә бындай етди, ләкин аңлашыу кәрәкһенгән мәсьәләләр айырыуса күп булалар. Партия йәмәғәтселеге былар тураһында үҙ һүҙен әйтергә тейеш. “Ленин юлы” – бына шуларҙың трибуналы. Шуға күрә һәр партиец һәм комсомол үҙ органы булған был журналды уҡырға, уның менән элемтә тоторға тейеш.
С. Фәхриев.
(Башҡортостан, 1929 йыл, 26 май, № 116).
Хәбәрселәрҙең активлығын күтәрергә кәрәк
Башҡортостан гәзитенең урындағы дөйөм хәбәрселәренең (раб-селкорҙарының) активлығы төрлө кантондарҙа төрлөсә тора.
Идараға килгән хәбәрҙәрҙе сағыштырып ҡарағанда, хәбәрселәр активының алда торған кантон Арғаяш булһа, иң артта торған кантон Йылайыр һанала. Бына был мәсьәлә тураһында бер аҙ туҡтап, урындарҙағы хәбәрселәр активлығын күтәреү юлында кәрәкле сараларҙы башҡарырға тейешле булыр.
Был сараларҙың берәүһе итеп Темәстәге 2-се баҫҡыс мәктәпте күрһәтергә кәрәк. Бында урындарҙағы шарттар менән таныш комсомол һәм йәштәр уҡыйҙар. Бында шуларҙан хәбәрселәр кружогы төҙөп, төрлөһө, хужалыҡ һәм администрацияның төрлө тармаҡтарынан яҙып торһондар.
Йәнә икенсе сара итеп уҡытыусылар кадрының селькорҙар фронтына ылыҡтырылыуын күрһәтергә кәрәк.
Уҡытыусылар ялпының араһында йәшәгәнлектән, улар бигерәк тә урындарҙағы шарттар менән таныш. Шуның өсөн дә уҡытыусыларыбыҙҙың хәбәрселәр активына ҡушылыуын бөгөнгө көндөң талабы булғанын хәтерләтәбеҙ. Беҙҙең алдыбыҙҙа кулактарға ҡаршы утлы көрәш, сит элементтарҙан аппараттарҙы таҙартыу, дингә ҡаршы көрәш кеүек кисектерелеүе мөмкин булмаған ҙур заданиелар тора.
Шуның менән бергә мәҙәни поход эштәренән яңы әлепте тормошҡа үткәреү фронты бара. Бына был оло заданиеларҙы башҡарыу өсөн дә урындарҙағы хәбәрселәребеҙҙең активлығын күтәрергә кәрәк.
Х. Ғәбитов.
(Башҡортостан, 1929 йыл, 10 февраль, № 33).
Баҫмаға БР Дәүләт китап палатаһы әҙерләне.