Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әҙәби нағыш” яңы исемдәр аса
“Әҙәби нағыш” яңы исемдәр аса Яңы исемдәр аса, тип яҙҙым да, авторҙарҙың һәр береһе Башҡортостан матбуғатын алдырып уҡығандарға таныш бит әле. Шулай ҙа киң мәғлүмәт сараларында әҫәрең баҫылыу бер шатлыҡ булһа, китап сығарыу – ул башлап яҙыусы өсөн генә түгел, ә һәр әҙипкә күңел байрамы, ҙур ҡыуаныс.
Уҙған йылды тантаналы йом­ғаҡлау тип тә ҡабул итергә була был китапты, ә мин уны яңы йылдың яҡшы хәбәрҙән башланыуы тип тә атаным. Оло шатлыҡ ме­нән уртаҡлашам: З. Биишева исе­мендәге "Китап" нәш­риә­тендә "Әҙәби нағыш" шиғыр­ҙар һәм проза йыйын­тығы донъя күрҙе. Башҡорт шиғ­риәтенең нервыһы ҡаҡ­ша­ған, башҡорт прозаһының ар­ҡа һөйәге һыныр сиккә еткән тигән заманда, 2015 йылда уҙған Әҙәбиәт йылы­ның дауамы булып, Сабит Фаз­лыев, Мәүлиҙә Әхмәт­йәнова, Миләүшә Ҡаһар­ма­нова, Венера Мәжитова (татар телендә), Ләйсән Мырҙа­ғолова, Раят Вә­ли­ев, Таң­һы­лыу Баһауетдинова, Ли­лиә Хәсәнова, Гөлшат Сама­това, Рузилә Иҫәнбаева, Нур­зилә Усманова, Эльмира Харисова, Илдар Исламов, Рәзилә Ырыҫҡужи­наның про­за әҫәрҙәре баҫылып сыҡты. Ә ун бер авторҙың шиғыр­ҙары тупланған. Йылдар дауамында һәр йәш шағир менән командировкалар, ижади кисәләр бары­шын­да танышып, ара­лаш­ҡас, улар­ҙың һәр береһенең ҡыуаны­сы минең өсөн дә шәх­си байрамға әүерелде. Фидаил Сафин, Фәнис Сирбаев, Венер Сәлихов, Айгөл Йәми­ле­ва, Гөлназ Искәндә­рова, Денис Ғилманов, Гөлү­зә Әх­мә­ҙи­ева, Гөлфирә Вә­лиева, Айгөл Муллағәлә­мова, Зә­ли­фә Байышева, Зөлфирә Сөнәғәтуллина (та­тар телен­дә) шиғырҙары айы­рым йы­йынтыҡ исеме аҫ­тында донъя күрҙе был китапта.
Ҡыуанығыҙ: башҡорт әҙә­биә­те­нә яңы тулҡын килә! Китап уҡыусылар һи­рә­гәйҙе, яҙыу­сылар ҙа юҡ кимәлдә, тип зар­ланырлыҡ урын юҡ. Ал­лаға шөкөр, ҡу­лы­на ҡәләм алыусылар бар һәм буласаҡ. Иң мөһиме – әйткән һүҙебеҙ­ҙе ишеткән, яҙға­ныбыҙ­ҙы уҡырға теләгән уҡыусыбыҙ­ҙы юғалт­мау.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779