Яңы исемдәр аса, тип яҙҙым да, авторҙарҙың һәр береһе Башҡортостан матбуғатын алдырып уҡығандарға таныш бит әле. Шулай ҙа киң мәғлүмәт сараларында әҫәрең баҫылыу бер шатлыҡ булһа, китап сығарыу – ул башлап яҙыусы өсөн генә түгел, ә һәр әҙипкә күңел байрамы, ҙур ҡыуаныс.Уҙған йылды тантаналы йомғаҡлау тип тә ҡабул итергә була был китапты, ә мин уны яңы йылдың яҡшы хәбәрҙән башланыуы тип тә атаным. Оло шатлыҡ менән уртаҡлашам: З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә "Әҙәби нағыш" шиғырҙар һәм проза йыйынтығы донъя күрҙе. Башҡорт шиғриәтенең нервыһы ҡаҡшаған, башҡорт прозаһының арҡа һөйәге һыныр сиккә еткән тигән заманда, 2015 йылда уҙған Әҙәбиәт йылының дауамы булып, Сабит Фазлыев, Мәүлиҙә Әхмәтйәнова, Миләүшә Ҡаһарманова, Венера Мәжитова (татар телендә), Ләйсән Мырҙағолова, Раят Вәлиев, Таңһылыу Баһауетдинова, Лилиә Хәсәнова, Гөлшат Саматова, Рузилә Иҫәнбаева, Нурзилә Усманова, Эльмира Харисова, Илдар Исламов, Рәзилә Ырыҫҡужинаның проза әҫәрҙәре баҫылып сыҡты. Ә ун бер авторҙың шиғырҙары тупланған. Йылдар дауамында һәр йәш шағир менән командировкалар, ижади кисәләр барышында танышып, аралашҡас, уларҙың һәр береһенең ҡыуанысы минең өсөн дә шәхси байрамға әүерелде. Фидаил Сафин, Фәнис Сирбаев, Венер Сәлихов, Айгөл Йәмилева, Гөлназ Искәндәрова, Денис Ғилманов, Гөлүзә Әхмәҙиева, Гөлфирә Вәлиева, Айгөл Муллағәләмова, Зәлифә Байышева, Зөлфирә Сөнәғәтуллина (татар телендә) шиғырҙары айырым йыйынтыҡ исеме аҫтында донъя күрҙе был китапта.
Ҡыуанығыҙ: башҡорт әҙәбиәтенә яңы тулҡын килә! Китап уҡыусылар һирәгәйҙе, яҙыусылар ҙа юҡ кимәлдә, тип зарланырлыҡ урын юҡ. Аллаға шөкөр, ҡулына ҡәләм алыусылар бар һәм буласаҡ. Иң мөһиме – әйткән һүҙебеҙҙе ишеткән, яҙғаныбыҙҙы уҡырға теләгән уҡыусыбыҙҙы юғалтмау.