Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауылымдың ғорурлығы
Ауылымдың ғорурлығы
Ҡырмыҫҡалы районы – яҙыусылар төйәге. Ҙур булмаған Ибраһим ауылында ғына ла яҙыусы, ғалим, мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев һәм уның вариҫы Тимерғәле Килмөхәмәтов тыуған. Күренекле шәхестәр йөҙ йылға бер тыуа тигәндәре дөрөҫтөр, сөнки был ике оло шәхестең тыуған йылдары араһында нәҡ бер быуат ята.
Мин бала саҡтан яҙыусы ауылдашымды күреп йөрөнөм, сөнки ул йыш ҡайтты, мәктәп уҡыусылары менән дә осрашты, хәлдәребеҙҙе белешеп торҙо. Шуныһы шатлыҡлы: был матур ғәҙәтен ул бөгөн дә ташламай, бәйләнеште һис кенә лә өҙмәй. Тимерғәле ағайҙы ауылдаштары ана шуға ла хөрмәт итә, яҙыусы үҙе лә улар менән сикһеҙ ғорурлана, уңыштарына ихлас ҡыуана, проблемалары булһа, ярҙамлашырға ашҡынып тора. Яҙған әҫәрҙәрендә лә бит ауылдаштары әҙәби образдар юғарылығына күтәрелә.
Хәтеремдә: мәктәптә уҡыған саҡта күнегеү текстарында Т. Килмөхәмәтов әҫәрҙәренән алынған өҙөк осраһа, әллә кем булып маһайып киткәнебеҙҙе үҙебеҙ ҙә һиҙмәй ҡала торғайныҡ. Маһайырлыҡ та шул! Һүҙ бит беҙҙең ауыл, йәй буйы һыу ингән Ҡыҙылғы күле, еләк йыйған болондарыбыҙ хаҡында лабаһа. Таныш атамалар, таныш ерҙәр, ҡыҙыҡ бит! Үҫә килә әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына башлағас, Тимерғәле ағайҙың китаптарындағы геройҙарҙың беҙҙең арала йөрөп ятыуҙары күңелдә тағы ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Яңынан-яңы әҫәрҙәрен көтөп ала торған булып киттем. М. Өмөтбаев исемен иң беренсе булып Т. Килмөхәмә­товтың халыҡҡа танытыуы ла ауылда­шыбыҙға ихтирамды бермә-бер арттыра.
Студент йылдарында Т. Килмөхә­мәтов­тың шәкерте булыу бәхете лә тейҙе миңә. Уның лекцияларын көтөп ала инек. Аудитория туп-тулы. Матур, көр тауышлы остазыбыҙ һәр һөйләгәнен миҫалдар менән нығытып, бер ниндәй яҙыуға ла ҡарамай һөйләй. Шул саҡта дәрестең оҙаҡҡараҡ һуҙылыуын теләй инек. Уға ҡарап, уҡытыусы ошондай булырға тейеш, тигән уй һәр кем күңеленә килгәндер.
Тимерғәле Әбделғәлим улы ҡәләмдәш дуҫтарын да ауылға йыш алып ҡайта. И. Кинйәбулатов, Ҡ. Аралбаев, Ф. Ҡоҙа­ҡаев, Р. Бикбаев кеүек данлы әҙиптәр менән осрашыуҙар әле һаман күптәрҙең күңелендә онотолмаҫ иҫтәлек булып һаҡлана.
М. Өмөтбаевтың тыуыуына 150 йыл тулыу уңайынан ауылыбыҙҙа йорт-музей асылыуҙа ла Тимерғәле ағайҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн был музей – республика кимәлендәге мәҙәниәт, әҙәбиәт усағы.
Тимерғәле Килмөхәмәтовты атай нигеҙенә тоғро ҡалған ысын ир-уҙаман булараҡ хөрмәт итәм. Ҡарағай бүрәнә­ләрҙән бына тигән йорт һалып инде. Ыҡсым ғына баҡсаһы еләк-емешкә бай. Эргәлә генә Ҡыҙылғы күле. Ниндәй хозурлыҡ! Бына шунда яҙыласаҡ әҫәр­ҙәргә илһам килә. Артабан ҡағыҙ биттәренә һүҙҙәрҙән бер-бер артлы хәл-ваҡиғалар теҙелә, геройҙар хәрәкәткә килә. Тиҙҙән улар хикәйә йә повестарға әйләнер ҙә уҡыусыларына барып етер. Шулай ғына була күрһен, тел асҡыстары һис кенә лә ташламаһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779