Ҡырмыҫҡалы районы – яҙыусылар төйәге. Ҙур булмаған Ибраһим ауылында ғына ла яҙыусы, ғалим, мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев һәм уның вариҫы Тимерғәле Килмөхәмәтов тыуған. Күренекле шәхестәр йөҙ йылға бер тыуа тигәндәре дөрөҫтөр, сөнки был ике оло шәхестең тыуған йылдары араһында нәҡ бер быуат ята. Мин бала саҡтан яҙыусы ауылдашымды күреп йөрөнөм, сөнки ул йыш ҡайтты, мәктәп уҡыусылары менән дә осрашты, хәлдәребеҙҙе белешеп торҙо. Шуныһы шатлыҡлы: был матур ғәҙәтен ул бөгөн дә ташламай, бәйләнеште һис кенә лә өҙмәй. Тимерғәле ағайҙы ауылдаштары ана шуға ла хөрмәт итә, яҙыусы үҙе лә улар менән сикһеҙ ғорурлана, уңыштарына ихлас ҡыуана, проблемалары булһа, ярҙамлашырға ашҡынып тора. Яҙған әҫәрҙәрендә лә бит ауылдаштары әҙәби образдар юғарылығына күтәрелә.
Хәтеремдә: мәктәптә уҡыған саҡта күнегеү текстарында Т. Килмөхәмәтов әҫәрҙәренән алынған өҙөк осраһа, әллә кем булып маһайып киткәнебеҙҙе үҙебеҙ ҙә һиҙмәй ҡала торғайныҡ. Маһайырлыҡ та шул! Һүҙ бит беҙҙең ауыл, йәй буйы һыу ингән Ҡыҙылғы күле, еләк йыйған болондарыбыҙ хаҡында лабаһа. Таныш атамалар, таныш ерҙәр, ҡыҙыҡ бит! Үҫә килә әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына башлағас, Тимерғәле ағайҙың китаптарындағы геройҙарҙың беҙҙең арала йөрөп ятыуҙары күңелдә тағы ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Яңынан-яңы әҫәрҙәрен көтөп ала торған булып киттем. М. Өмөтбаев исемен иң беренсе булып Т. Килмөхәмәтовтың халыҡҡа танытыуы ла ауылдашыбыҙға ихтирамды бермә-бер арттыра.
Студент йылдарында Т. Килмөхәмәтовтың шәкерте булыу бәхете лә тейҙе миңә. Уның лекцияларын көтөп ала инек. Аудитория туп-тулы. Матур, көр тауышлы остазыбыҙ һәр һөйләгәнен миҫалдар менән нығытып, бер ниндәй яҙыуға ла ҡарамай һөйләй. Шул саҡта дәрестең оҙаҡҡараҡ һуҙылыуын теләй инек. Уға ҡарап, уҡытыусы ошондай булырға тейеш, тигән уй һәр кем күңеленә килгәндер.
Тимерғәле Әбделғәлим улы ҡәләмдәш дуҫтарын да ауылға йыш алып ҡайта. И. Кинйәбулатов, Ҡ. Аралбаев, Ф. Ҡоҙаҡаев, Р. Бикбаев кеүек данлы әҙиптәр менән осрашыуҙар әле һаман күптәрҙең күңелендә онотолмаҫ иҫтәлек булып һаҡлана.
М. Өмөтбаевтың тыуыуына 150 йыл тулыу уңайынан ауылыбыҙҙа йорт-музей асылыуҙа ла Тимерғәле ағайҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн был музей – республика кимәлендәге мәҙәниәт, әҙәбиәт усағы.
Тимерғәле Килмөхәмәтовты атай нигеҙенә тоғро ҡалған ысын ир-уҙаман булараҡ хөрмәт итәм. Ҡарағай бүрәнәләрҙән бына тигән йорт һалып инде. Ыҡсым ғына баҡсаһы еләк-емешкә бай. Эргәлә генә Ҡыҙылғы күле. Ниндәй хозурлыҡ! Бына шунда яҙыласаҡ әҫәрҙәргә илһам килә. Артабан ҡағыҙ биттәренә һүҙҙәрҙән бер-бер артлы хәл-ваҡиғалар теҙелә, геройҙар хәрәкәткә килә. Тиҙҙән улар хикәйә йә повестарға әйләнер ҙә уҡыусыларына барып етер. Шулай ғына була күрһен, тел асҡыстары һис кенә лә ташламаһын.