Ҡыҙымдың БДИ мәшәҡәттәре 1 сентябрҙә башланғайны. Тап шул күпселек халыҡ өсөн байрам көндө ул мәктәптән дәреслектәр урынына бер ҡосаҡ имтихан тестары тейәп ҡайтты. Йыл һайын илебеҙҙең кәм тигәндә ярты халҡын тәрән борсоуға һалып торған глобаль мәсьәләгә бығаса битараф булған миндә был юлы оло ҡыҙыҡһыныу уянды. Башымда бер юлы бик күп шөбһәле уйҙар үткәне хәтеремдә: дәреслектәр урынына тест ҡағыҙҙары биреп ҡайтарыу – был бит “мәктәп программаһы тамам, сығарылыш имтихандары башланды” тигән һүҙ түгелме? Беҙҙең заманда ул осор май аҙағына тура килә торғайны. Ике имтихан араһында класс менән дәррәү күтәрелеп, төнәүле сәйәхәткә барып ҡайтыуыбыҙ онотолмаҫлыҡ иҫтәлек булып ҡалды. Беребеҙ ҙә алдыбыҙға баҫҡан оло һынауҙарҙы “дан йә үлем” һайлауы тип ҡабул итмәне: ашап туймағанды ялап туйып булмай, нисек тапшырһаҡ – шулай булыр, тигән фекерҙә инек беҙ. Остаздарыбыҙ ҙа, әллә ни әүҙемлек, ҡаратырышлыҡ күрһәтмәй генә, сираттағыларҙы мәктәптән оло тормошҡа сығарып ебәреүҙе ғәҙәти эшмәкәрлек тип ҡабул итә торғайны. Берәү ҙә эшен вузға инеүселәр һанына ҡарап баһаламаны.
Хәйер, ул ваҡиғаларҙан ярты быуаттан кәмерәк ваҡыт үтеп киткәс, иҫкә алыу ҙа урынһыҙ һымаҡ. Ләкин ни өсөндөр шул йылдарға хәҙер йышыраҡ әйләнеп ҡайтырға тура килә икән, сөнки ҡыҙым мәктәп хәлдәрен һөйләй башлауы була, әсәһе менән минең телдә иң беренсе: ”Ә бына беҙҙең заманда...” – тигән һүҙҙәр була. Беҙҙең һөйләгәндәрҙе ҡыҙыбыҙ әкиәт тип ҡабул итмәһә лә, үҙенең тормошо менән сағыштырып, былар кәм тигәндә ожмахта йәшәгән, тип уйлап ҡуялыр, ихлас!
Сағыштырып ҡарағыҙ.
Өсәр һораулы 30 билет алдан таратып бирелә. Уларға яҙма яуап әҙерләйһеңме (шпаргалка), әллә уҡып ҡына сығаһыңмы – һинең ихтыярҙа. Имтиханға инеп, өҫтәлдә ятҡан шул 30 билеттың береһен алып ҡарап, уны алмаштырырға ла мөмкин әле. Телдән имтиханда, әҙерләнеп тә тормайынса, шунда уҡ яуап бирә башларға була. Демократия!
Бөгөн имтиханға йыл буйы әҙерләнеп, тапшырырға разведкаға барған һымаҡ йыйыналар – фронт һыҙығы аръяғына, дошман тылына, йә үләм, йә ҡалам, тигәндәй... Алдамайым, БДИ тигән дәүләт кимәлендәге мөһим сара үҫмерҙәрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыуына ла сәбәпсе булғыланы бит.
Ни өсөн кеше тормошондағы ябай ғына бер ғәмәлде беҙ амбразураға ҡапланыуға тиңләнек? Хужа Насретдин тураһында мәҙәктәрҙең шундай фәһемле берәүһе бар: Хужа ҡыҙын һыуға ебәрер алдынан – көршәкте ватып ҡуймаһын өсөн – сыбыҡлап ала... Беҙҙең педагогтар нимәһе менән шул Хужанан кәм – БДИ тигән шомло һүҙ менән әле бер йыл уҡыясаҡ баланың ҡотон ала башлағас? Алынған белемдең кимәлен тикшереп ҡарауҙың шундай күп ҡатлы системаһын уйлап сығарыу, минеңсә, уҡыусыларға түгел, ә уҡытыусыларға кәрәк. Ни өсөн күп ҡатлы? Сөнки июнь башында БДИ-ға кереп сыҡҡансы, уҡыусылар йыл буйы әллә нисә тәжрибә һынауы үтә: иншалар яҙып ҡарайҙар, математиканан имтихандар бирәләр, башҡа (кәрәкле) предметтарҙан тест үтәләр... Етмәһә, ҡайһы берҙәре түләүле лә әле. Асылда, 11-се класс уҡыусылары бөгөн уҡымай, ә фәҡәт БДИ ғына уларҙың ғәмендә.
Ни өсөн элек контроль эш тип аталған ябай һынауҙарҙы бөгөн ҙурҙан ҡубып мотлаҡ БДИ-ға килтереп бәйләйҙәр һуң? Сөнки ул эштәрҙе бойондороҡһоҙ комиссия тикшерә, ә уларҙың эше түләүле булырға тейеш, тине ҡыҙым. Имтихан өсөн аҡса йыйыуҙы уларға шулай аңлатҡандарҙыр, күрәһең. Был һылтау ҙа минең башта бихисап шиктәр тыуҙырҙы. Нимә ул тест? Ул – йүнәлешле һорауҙарға яуап биреү һәм шунда уҡ тапҡырлығыңды тикшереп тә ҡарау. Мәҫәлән, кроссворд сисеп: яуаптарҙы... уҡығыҙ. Дәреслектә лә шулай уҡ бит: һәр мәсьәләгә китап артында дөрөҫ яуап күрһәтелгән. Тикшер ҙә ҡара – ҡайһы ерҙә хата китте икән? Бөгөн хатта өлкәндәр ҙә төрлө темаға диктанттар яҙып ҡарай – үҙеңде һынауҙың бер ысулы был.
Бөгөн предмет уҡытыусылары, балаларға йә уларҙың ата-әсәләренә үҙҙәренә репетитор һайлап, өҫтәмә түләүле дәрестәр алырға тәҡдим итә. Быныһы инде минең аңымда һорау түгел, ә сәйер ғәжәпһенеү уята. Күрәләтә үҙеңдең көсһөҙлөгөңдө таныу түгелме ни был? БДИ йомғаҡтары уҡытыусының оҫталығына ла баһа икән, үҙ предметы буйынса репетитор тәҡдим итеүсе педагогты шунда уҡ эштән ҡыуырға кәрәк, минеңсә. “Һин бит 10-сы класты ҡыҙыл аттестатҡа тамамлап, алтын миҙалға табан бараһың, нимәгә һиңә репетитор? – тип һораным ҡыҙымдан. – Ул репетитор ҙа шундай уҡ уҡытыусы лаһа, китапта яҙылғандан шәберәк аңлата аламы ни ул теманы?” БДИ тестарында программала булғандан да ҡатмарлыраҡ мәсьәлә-һорауҙар булмаясаҡ, тип ышандыралар түгелме...
Ирекле тестлауҙың түләүле булыуы ла төрлө һорау тыуҙыра. Ата-әсәләрҙә генә түгел, сөнки 11-се класс егет-ҡыҙҙары үҙҙәре лә хәл-ваҡиғаларға баһа бирә белә. Ҡыҙымдың класында ярты халыҡ күнекмә һынауҙарға барыуҙан баш тартҡан – был ирекле эш, тигәндәр икән. Шулай итеп, уҡытыусыларын оло хафаға һалғандар: бер кеше түгел, коллектив бит ул, тимәк, системаға ҡаршы баш күтәреү!.. Улар бирмәй ҡалған аҡса түгел, ә ойошҡан рәүештә ҡаршылыҡ күрһәтеү шөбһәләндергән педагогты. Күмәкләшеп унан бөтөнләй баш тартыуҙары ла ихтимал бит!
Ә бына әҙәбиәттән иншаны “зачет-незачет” тип кенә билдәләүҙе нисек аңларға? Улай булғас, ни өсөн ул “күнекмә инша” тип атала һуң? Аңлатып үтәм. Күнекмә ул – әҙерләнеү сараһы. Йәғни, күнекмәнән һуң уҡыусының эшен үҙенә күрһәтеп, ҡайҙа ниндәй хаталар ебәргәнен төшөндөрөп бирергә кәрәк. Кеше башҡаларҙың ғына түгел, үҙенең хаталарында ла өйрәнә ул. Шулай булғас, күнекмә-инша һынау ғына түгел, бик әһәмиәтле дәрес тә булырға тейеш түгелме? Биология буйынса олимпиаданан һуң уҡытыусыбыҙҙың һәр кемгә хаталарын күрһәтеп, ентекле баһалама биргәнен әле лә хәтерләйем. Был бит беҙгә генә дәрес түгел, ул беҙҙең яуаптарға ҡарап, үҙенең нисек уҡытҡанын да самалай!
Бәләкәй генә мәҡәләлә һорауҙар самаһыҙ күп булып китте, шикелле. Күберәге – яуапһыҙ. Яуап табып булмағандан түгел – теләмәгәндән, яуаптан ҡасыуҙан. БДИ-ны ябай һынауҙан оло яуға әйләндереп, балаларға, улар аша ата-әсәләре күңеленә ҙур хәүеф һалып, мәктәп системаһы үҙенең баһаһын арттыра. Шул сәбәпле уҡыуҙа мотлаҡ – мөһим һәм “икенсел” предметтар, дәрестәр (шуға ярашлы уҡытыусылар ҙа) барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, ошо сәбәпле минең ҡыҙым туғыҙ йыл уҡыған мәктәбен ташлап, яңы мәктәпкә китергә мәжбүр булды, сөнки махсуслашыу программаһына ярашлы, был мәктәптә уға кәрәкле предметтар “мотлаҡ”тар хисабына инмәй булып сыҡты. Шул түгелме предметтарҙы һәм уҡытыусыларҙы кәрәк-кәрәкмәгәнгә бүлеү? Матди яғын әйтәһе лә түгел: репетиторлыҡ хаҡы уҡытыусының рәсми эш хаҡынан күпкә юғарыраҡ. БДИ-ның юғары уҡыу йорттарына ла юл асыусы булыуы был баһаны күпләтә арттыра. Ә быныһы бөтөнләй икенсе тема, һәм ул да шулай уҡ бихисап һорауҙар менән ҡаймалған.