БДИ тигән оло яу16.12.2016
БДИ тигән оло яу Ҡыҙымдың БДИ мәшәҡәттәре 1 сентябрҙә башланғайны. Тап шул күпселек халыҡ өсөн байрам көндө ул мәктәптән дәреслектәр урынына бер ҡосаҡ имтихан тестары тейәп ҡайтты. Йыл һайын илебеҙҙең кәм тигәндә ярты халҡын тәрән борсоуға һалып торған глобаль мәсьәләгә бығаса битараф булған миндә был юлы оло ҡыҙыҡһыныу уянды. Башымда бер юлы бик күп шөбһәле уйҙар үткәне хәтеремдә: дәреслектәр урынына тест ҡағыҙҙары биреп ҡайтарыу – был бит “мәктәп программаһы тамам, сығарылыш имтихандары башланды” тигән һүҙ түгелме?
Беҙҙең заманда ул осор май аҙа­ғына тура килә торғайны. Ике имтихан араһында класс менән дәррәү күтәре­леп, төнәүле сәйәхәткә барып ҡайты­уыбыҙ онотолмаҫлыҡ иҫтәлек булып ҡалды. Беребеҙ ҙә алдыбыҙға баҫҡан оло һынауҙарҙы “дан йә үлем” һайла­уы тип ҡабул итмәне: ашап туйма­ған­ды ялап туйып булмай, нисек тап­шырһаҡ – шулай булыр, тигән фекер­ҙә инек беҙ. Остаздарыбыҙ ҙа, әллә ни әүҙемлек, ҡаратырышлыҡ күрһәт­мәй генә, сираттағыларҙы мәктәптән оло тормошҡа сығарып ебәреүҙе ғә­ҙә­ти эшмәкәрлек тип ҡабул итә тор­ғайны. Берәү ҙә эшен вузға инеүселәр һанына ҡарап баһаламаны.
Хәйер, ул ваҡиғаларҙан ярты быуаттан кәмерәк ваҡыт үтеп киткәс, иҫкә алыу ҙа урынһыҙ һымаҡ. Ләкин ни өсөндөр шул йылдарға хәҙер йы­шы­раҡ әйләнеп ҡайтырға тура килә икән, сөнки ҡыҙым мәктәп хәлдәрен һөйләй башлауы була, әсәһе менән минең телдә иң беренсе: ”Ә бына беҙҙең заманда...” – тигән һүҙҙәр бу­ла. Беҙҙең һөйләгәндәрҙе ҡыҙыбыҙ әкиәт тип ҡабул итмәһә лә, үҙенең тормошо менән сағыштырып, былар кәм тигәндә ожмахта йәшәгән, тип уйлап ҡуялыр, ихлас!
Сағыштырып ҡарағыҙ.
Өсәр һораулы 30 билет алдан таратып бирелә. Уларға яҙма яуап әҙерләйһеңме (шпаргалка), әллә уҡып ҡына сығаһыңмы – һинең ихтыярҙа. Имтиханға инеп, өҫтәлдә ятҡан шул 30 билеттың береһен алып ҡарап, уны алмаштырырға ла мөмкин әле. Телдән имтиханда, әҙерләнеп тә тормайынса, шунда уҡ яуап бирә баш­лар­ға була. Демократия!
Бөгөн имтиханға йыл буйы әҙерлә­неп, тапшырырға разведкаға барған һымаҡ йыйыналар – фронт һыҙығы аръяғына, дошман тылына, йә үләм, йә ҡалам, тигәндәй... Алдамайым, БДИ тигән дәүләт кимәлендәге мөһим сара үҫмерҙәрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалы­уына ла сәбәпсе булғыланы бит.
Ни өсөн кеше тормошондағы ябай ғына бер ғәмәлде беҙ амбразураға ҡапланыуға тиңләнек? Хужа Насретдин тураһында мәҙәктәрҙең шундай фәһемле берәүһе бар: Хужа ҡыҙын һыуға ебәрер алдынан – көршәкте ва­тып ҡуймаһын өсөн – сыбыҡлап ала... Беҙҙең педагогтар нимәһе менән шул Хужанан кәм – БДИ тигән шомло һүҙ менән әле бер йыл уҡыя­саҡ баланың ҡотон ала башлағас? Алынған белемдең кимәлен тикшереп ҡарауҙың шундай күп ҡатлы системаһын уйлап сығарыу, минеңсә, уҡыусыларға түгел, ә уҡытыусыларға кә­рәк. Ни өсөн күп ҡатлы? Сөнки июнь башында БДИ-ға кереп сыҡ­ҡан­сы, уҡыусылар йыл буйы әллә нисә тәж­рибә һынауы үтә: иншалар яҙып ҡа­райҙар, математиканан имтихандар бирәләр, башҡа (кәрәкле) пред­мет­тарҙан тест үтәләр... Етмәһә, ҡай­һы берҙәре түләүле лә әле. Асылда, 11-се класс уҡыусылары бөгөн уҡы­май, ә фәҡәт БДИ ғына уларҙың ғәмендә.
Ни өсөн элек контроль эш тип атал­ған ябай һынауҙарҙы бөгөн ҙурҙан ҡубып мотлаҡ БДИ-ға килтереп бәй­ләйҙәр һуң? Сөнки ул эштәрҙе бойон­дороҡһоҙ комиссия тикшерә, ә улар­ҙың эше түләүле булырға тейеш, тине ҡыҙым. Имтихан өсөн аҡса йы­йыуҙы уларға шулай аңлатҡан­дар­ҙыр, күрәһең. Был һылтау ҙа минең башта бихисап шиктәр тыуҙырҙы. Нимә ул тест? Ул – йүнәлешле һорау­ҙарға яуап биреү һәм шунда уҡ тапҡырлығыңды тикшереп тә ҡарау. Мәҫәлән, кроссворд сисеп: яуаптар­ҙы... уҡығыҙ. Дәреслектә лә шулай уҡ бит: һәр мәсьәләгә китап артында дөрөҫ яуап күрһәтелгән. Тикшер ҙә ҡара – ҡайһы ерҙә хата китте икән? Бөгөн хатта өлкәндәр ҙә төрлө темаға диктанттар яҙып ҡарай – үҙеңде һынауҙың бер ысулы был.
Бөгөн предмет уҡытыусылары, балаларға йә уларҙың ата-әсәләренә үҙҙәренә репетитор һайлап, өҫтәмә түләүле дәрестәр алырға тәҡдим итә. Быныһы инде минең аңымда һорау түгел, ә сәйер ғәжәпһенеү уята. Күрә­ләтә үҙеңдең көсһөҙлөгөңдө таныу түгелме ни был? БДИ йомғаҡтары уҡытыусының оҫталығына ла баһа икән, үҙ предметы буйынса репетитор тәҡдим итеүсе педагогты шунда уҡ эштән ҡыуырға кәрәк, минеңсә. “Һин бит 10-сы класты ҡыҙыл аттестатҡа тамамлап, алтын миҙалға табан ба­ра­һың, нимәгә һиңә репетитор? – тип һораным ҡыҙымдан. – Ул репетитор ҙа шундай уҡ уҡытыусы лаһа, китапта яҙылғандан шәберәк аңлата аламы ни ул теманы?” БДИ тестарын­да программала булғандан да ҡат­марлыраҡ мәсьәлә-һорауҙар булмая­саҡ, тип ышандыралар түгелме...
Ирекле тестлауҙың түләүле булы­уы ла төрлө һорау тыуҙыра. Ата-әсә­ләрҙә генә түгел, сөнки 11-се класс егет-ҡыҙҙары үҙҙәре лә хәл-ваҡиғаларға баһа бирә белә. Ҡыҙым­дың класында ярты халыҡ күнекмә һынауҙарға барыуҙан баш тартҡан – был ирекле эш, тигәндәр икән. Шулай итеп, уҡытыусыларын оло хафа­ға һалғандар: бер кеше түгел, коллек­тив бит ул, тимәк, системаға ҡаршы баш күтәреү!.. Улар бирмәй ҡалған аҡса түгел, ә ойошҡан рәүештә ҡар­шылыҡ күрһәтеү шөбһәләндергән педагогты. Күмәкләшеп унан бөтөнләй баш тартыуҙары ла ихтимал бит!
Ә бына әҙәбиәттән иншаны “зачет-незачет” тип кенә билдәләүҙе нисек аңларға? Улай булғас, ни өсөн ул “күнекмә инша” тип атала һуң? Аң­ла­тып үтәм. Күнекмә ул – әҙерләнеү сараһы. Йәғни, күнекмәнән һуң уҡыу­сының эшен үҙенә күрһәтеп, ҡайҙа ниндәй хаталар ебәргәнен төшөндө­рөп бирергә кәрәк. Кеше башҡалар­ҙың ғына түгел, үҙенең хаталарында ла өйрәнә ул. Шулай булғас, күнекмә-инша һынау ғына түгел, бик әһәмиәт­ле дәрес тә булырға тейеш түгелме? Биология буйынса олимпиаданан һуң уҡытыусыбыҙҙың һәр кемгә хаталарын күрһәтеп, ентекле баһалама биргәнен әле лә хәтерләйем. Был бит беҙгә генә дәрес түгел, ул беҙҙең яуаптарға ҡарап, үҙенең нисек уҡытҡанын да самалай!
Бәләкәй генә мәҡәләлә һорауҙар самаһыҙ күп булып китте, шикелле. Күберәге – яуапһыҙ. Яуап табып бул­мағандан түгел – теләмәгәндән, яуап­тан ҡасыуҙан. БДИ-ны ябай һынауҙан оло яуға әйләндереп, балаларға, улар аша ата-әсәләре күңеленә ҙур хәүеф һалып, мәктәп системаһы үҙе­нең баһаһын арттыра. Шул сәбәпле уҡыуҙа мотлаҡ – мөһим һәм “икенсел” предметтар, дәрестәр (шуға ярашлы уҡытыусылар ҙа) барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, ошо сәбәпле минең ҡыҙым туғыҙ йыл уҡыған мәктәбен ташлап, яңы мәктәпкә китергә мәжбүр булды, сөнки махсуслашыу программаһына ярашлы, был мәктәптә уға кәрәкле предметтар “мотлаҡ”тар хисабына инмәй булып сыҡты. Шул түгелме предметтарҙы һәм уҡытыусыларҙы кәрәк-кәрәкмәгәнгә бүлеү? Матди яғын әйтәһе лә түгел: репетиторлыҡ хаҡы уҡытыусының рәсми эш хаҡы­нан күпкә юғарыраҡ. БДИ-ның юғары уҡыу йорттарына ла юл асыусы булыуы был баһаны күпләтә арттыра. Ә быныһы бөтөнләй икенсе тема, һәм ул да шулай уҡ бихисап һорауҙар менән ҡаймалған.


Вернуться назад