Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыраусы ла, яҙыусы ла
Йыраусы ла, яҙыусы ла
Спартак Ильясовты Учалы яҡтарында ғына түгел, республикабыҙҙа ла яҡшы беләләр. “Йыраусы, халҡының тарихын мөкиббән бирелеп өйрәнеүсе эҙәрмән-шәхес”, тиҙәр уның хаҡында. Спартак Мөжәүир улының аһәңле моңо, башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсә генә башҡарыу маһирлығы ла хайран итә. Йөрәк төпкөлөнән урғылып сыҡҡан ҡеүәтле тауышы халҡыбыҙҙың үткәненә, ҡанлы-шанлы тарих тамырҙарына илтә, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе данлай.

Спартак Ильясов 1941 йылда Учалы районының Иҫтамғол ауылында уҡы­тыусы ғаиләһендә донъяға килгән. Ата-әсәһе – барын-табын ырыуының аҫаба баш­ҡорттары, Ҡорама ауылыныҡылар. Атаһы Мөжәүир Ильясов – һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, бихисап кешеләргә ғилем һәм милли рух биреп ҡалдырған абруйлы педагог. Әсәһе Хәтимә Ҡорам­шина-Ильясова ла данлы хеҙмәт юлын үткән, “кулак” ҡыҙы булараҡ, золомдоң әсе-сөсөһөн күп татыған. Әйткәндәй, Хәтимә өләсәй – БАССР Үҙәк башҡарма комитетының тәүге рәйестәренең береһе Хафиз Ҡушаевтың һеңлеһе.
Ата-әсәһе Спартактың күңелендә халҡыбыҙҙың тарихына, ауыҙ-тел ижадына һөйөү, бай рухи мираҫ ҡалдырып донъя ҡуя.
Спартак Х класты тамамлағас, хеҙмәт юлын яңы ойошторолған “Поляковка” совхозында йылҡы көтөүсеһе булып башлай. Унан һуң комсомолдың Учалы район комитеты инструкторы вази­фаһына эшкә саҡырыла. Өс йыл Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ҡабат комсомол эшенә ҡушыла. Бер­ләштерелгән Белорет районында “Бай­рамғол” совхозының комсомол комитеты секретары була. Шул осорҙа ул рес­публикаға һәм бөтә Рәсәйгә билдәле “Ләйсән” бейеү ансамблен ойоштороуҙа ҡатнаша.
Белемгә лә ынтыла йәш етәксе. 1964 – 1969 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһындағы Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһының зоотехния факультетын уңышлы тамамлай. Аспирантураға ҡалырға тәҡдим итәләр, ләкин хужалыҡ стипендиаты булыу сәбәпле, Ильясовҡа мәжбүри рәүештә ике йыл совхозда эшләргә кәрәк була. Ярты йылдан һуң уны партия эшенә күсерәләр. Егерме туғыҙ ауылды берләштергән “Поляковка” совхозының партия комитеты секретары итеп һайлана. Туғыҙ йыл Спартак Ильясов партия комитетын етәкләй. Унан һуң ул “Урал” колхозы рәйесе, райондың ауыл хужалығы берекмәһендә – белгес, “Поляковка” совхозында директорҙың етештереү буйынса урынбаҫары була, һуңынан хужалыҡ директоры вазифа­һында ла эшләй.
Утыҙ ике йыл комсомол, партия, ауыл хужалығы тармаҡтарына етәкселек итә Спартак Мөжәүир улы Ильясов. Үҙгәртеп ҡороу башланғас урындағы етәкселек менән фекер айырмалығы һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы эшмәкәрлегенән ситлә­шергә мәжбүр була.
Был йылдарҙа Спартак Ильясовтың күңелендә халҡыбыҙҙың рухи хазиналары сәскә ата килде, тиҙҙән улар моң булып йырға күсте, ҡеүәтле һүҙ булып ғаләм киңлегенә таралды, китап булып ташҡа баҫыла башланы. Бөгөн әҙиптең яҙыу маһирлығы ҙур тәжрибәнән, ижад­тың тәменә, йәменә тамам инанған­лыҡтан килә, шуға ла ул нәфис әҙәбиәткә сабыр ғына кескәй хикәйәләр, йөк­мәт­келе мәҡәләләр, тарихи яҙмалар менән килеп инде. Шулай итеп, ул – етәксе, белгес кенә түгел, халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлаусы, уны милләтебеҙҙең йәш быуынына ҡайтарып биреүсе йырсы-тарихсы ла.
Әйткәндәй, бынан бер нисә йыл элек “Башҡортостан” телерадиоком­панияһы­ның “Хазина” ижад берекмәһе һәм ра­йон телевидениеһы уның тураһында фильм төшөргәйне. Гәзит һәм жур­нал­дарҙа Спартак Ильясовтың эшмәкәрлеге хаҡында мәҡәләләр 1966 йылдан уҡ донъя күрә килә. Ә авторҙың эш ара­һында яҙған “Сәлим бабай хикәйәте”, “Һунарсы йөрәге”, “Ышан, атай”, “Юғал­ған йондоҙ”, “Һуңғар һәм һуң”, “Батыр­ҙарға һәйкәл кәрәк”, “Азаматмы, әллә Хәжирәкәйме?”, “Ат яратыу” һәм башҡа хикәйәләре, мәҡәләләре район, республика баҫмаларында ташҡа баҫылды.
…Йәнтөйәге Яйыҡ-йортта, Башҡорт­ос­танда уны тыуған ер, ил, мәшһүр шәхестәребеҙ тураһында хикәйәттәр, риүәйәттәр, легендаларҙы һаҡлаусы һүҙ оҫтаһы, халыҡ йырҙарын, ҡоба­йырҙарын, мөнәжәттәрен башҡарыусы тип беләләр. Ул “Иҫке Урал”, “Ирә­мәлкәй”, “Хәтирәкәй”, “Ғүмер”, “Кө­йөлдө”, “Азамат кантон”, “Төхфәт кантон” йырҙарын, “Ҡасҡындар” ҡоба­йырын айырыуса илһам, тулҡынлы тауыш, килешле өн-ауаз менән тыңлау­сыға еткерә. Спартак Мөжәүир улы, һис шикһеҙ, рухи донъя­быҙҙың бер ынйыһы, халыҡ йыр­ҙа­рын башҡарыусыларҙың хикмәтле күренеше ул.
Спартак Ильясов башҡорт әҙәбиәтенә “Ҡолой кантон”, “Биғылый” романдары, повестары, хикәйәләре, хәтернамәләре менән айырым ижад ыҙаны һалыусы булып килеп инде. Рухи күтәренкелек биргән илһамлы ижад авторҙың 75 йә­шендә лә, унан һуң да уңышлы дауам итһен!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 859

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 637

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 735

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 585

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 849

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 588

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 783