Спартак Ильясовты Учалы яҡтарында ғына түгел, республикабыҙҙа ла яҡшы беләләр. “Йыраусы, халҡының тарихын мөкиббән бирелеп өйрәнеүсе эҙәрмән-шәхес”, тиҙәр уның хаҡында. Спартак Мөжәүир улының аһәңле моңо, башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсә генә башҡарыу маһирлығы ла хайран итә. Йөрәк төпкөлөнән урғылып сыҡҡан ҡеүәтле тауышы халҡыбыҙҙың үткәненә, ҡанлы-шанлы тарих тамырҙарына илтә, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе данлай.Спартак Ильясов 1941 йылда Учалы районының Иҫтамғол ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килгән. Ата-әсәһе – барын-табын ырыуының аҫаба башҡорттары, Ҡорама ауылыныҡылар. Атаһы Мөжәүир Ильясов – һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, бихисап кешеләргә ғилем һәм милли рух биреп ҡалдырған абруйлы педагог. Әсәһе Хәтимә Ҡорамшина-Ильясова ла данлы хеҙмәт юлын үткән, “кулак” ҡыҙы булараҡ, золомдоң әсе-сөсөһөн күп татыған. Әйткәндәй, Хәтимә өләсәй – БАССР Үҙәк башҡарма комитетының тәүге рәйестәренең береһе Хафиз Ҡушаевтың һеңлеһе.
Ата-әсәһе Спартактың күңелендә халҡыбыҙҙың тарихына, ауыҙ-тел ижадына һөйөү, бай рухи мираҫ ҡалдырып донъя ҡуя.
Спартак Х класты тамамлағас, хеҙмәт юлын яңы ойошторолған “Поляковка” совхозында йылҡы көтөүсеһе булып башлай. Унан һуң комсомолдың Учалы район комитеты инструкторы вазифаһына эшкә саҡырыла. Өс йыл Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ҡабат комсомол эшенә ҡушыла. Берләштерелгән Белорет районында “Байрамғол” совхозының комсомол комитеты секретары була. Шул осорҙа ул республикаға һәм бөтә Рәсәйгә билдәле “Ләйсән” бейеү ансамблен ойоштороуҙа ҡатнаша.
Белемгә лә ынтыла йәш етәксе. 1964 – 1969 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһындағы Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһының зоотехния факультетын уңышлы тамамлай. Аспирантураға ҡалырға тәҡдим итәләр, ләкин хужалыҡ стипендиаты булыу сәбәпле, Ильясовҡа мәжбүри рәүештә ике йыл совхозда эшләргә кәрәк була. Ярты йылдан һуң уны партия эшенә күсерәләр. Егерме туғыҙ ауылды берләштергән “Поляковка” совхозының партия комитеты секретары итеп һайлана. Туғыҙ йыл Спартак Ильясов партия комитетын етәкләй. Унан һуң ул “Урал” колхозы рәйесе, райондың ауыл хужалығы берекмәһендә – белгес, “Поляковка” совхозында директорҙың етештереү буйынса урынбаҫары була, һуңынан хужалыҡ директоры вазифаһында ла эшләй.
Утыҙ ике йыл комсомол, партия, ауыл хужалығы тармаҡтарына етәкселек итә Спартак Мөжәүир улы Ильясов. Үҙгәртеп ҡороу башланғас урындағы етәкселек менән фекер айырмалығы һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы эшмәкәрлегенән ситләшергә мәжбүр була.
Был йылдарҙа Спартак Ильясовтың күңелендә халҡыбыҙҙың рухи хазиналары сәскә ата килде, тиҙҙән улар моң булып йырға күсте, ҡеүәтле һүҙ булып ғаләм киңлегенә таралды, китап булып ташҡа баҫыла башланы. Бөгөн әҙиптең яҙыу маһирлығы ҙур тәжрибәнән, ижадтың тәменә, йәменә тамам инанғанлыҡтан килә, шуға ла ул нәфис әҙәбиәткә сабыр ғына кескәй хикәйәләр, йөкмәткеле мәҡәләләр, тарихи яҙмалар менән килеп инде. Шулай итеп, ул – етәксе, белгес кенә түгел, халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлаусы, уны милләтебеҙҙең йәш быуынына ҡайтарып биреүсе йырсы-тарихсы ла.
Әйткәндәй, бынан бер нисә йыл элек “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Хазина” ижад берекмәһе һәм район телевидениеһы уның тураһында фильм төшөргәйне. Гәзит һәм журналдарҙа Спартак Ильясовтың эшмәкәрлеге хаҡында мәҡәләләр 1966 йылдан уҡ донъя күрә килә. Ә авторҙың эш араһында яҙған “Сәлим бабай хикәйәте”, “Һунарсы йөрәге”, “Ышан, атай”, “Юғалған йондоҙ”, “Һуңғар һәм һуң”, “Батырҙарға һәйкәл кәрәк”, “Азаматмы, әллә Хәжирәкәйме?”, “Ат яратыу” һәм башҡа хикәйәләре, мәҡәләләре район, республика баҫмаларында ташҡа баҫылды.
…Йәнтөйәге Яйыҡ-йортта, Башҡортостанда уны тыуған ер, ил, мәшһүр шәхестәребеҙ тураһында хикәйәттәр, риүәйәттәр, легендаларҙы һаҡлаусы һүҙ оҫтаһы, халыҡ йырҙарын, ҡобайырҙарын, мөнәжәттәрен башҡарыусы тип беләләр. Ул “Иҫке Урал”, “Ирәмәлкәй”, “Хәтирәкәй”, “Ғүмер”, “Көйөлдө”, “Азамат кантон”, “Төхфәт кантон” йырҙарын, “Ҡасҡындар” ҡобайырын айырыуса илһам, тулҡынлы тауыш, килешле өн-ауаз менән тыңлаусыға еткерә. Спартак Мөжәүир улы, һис шикһеҙ, рухи донъябыҙҙың бер ынйыһы, халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың хикмәтле күренеше ул.
Спартак Ильясов башҡорт әҙәбиәтенә “Ҡолой кантон”, “Биғылый” романдары, повестары, хикәйәләре, хәтернамәләре менән айырым ижад ыҙаны һалыусы булып килеп инде. Рухи күтәренкелек биргән илһамлы ижад авторҙың 75 йәшендә лә, унан һуң да уңышлы дауам итһен!