Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәбиәтте йәшәтер бәйләнеш
Әҙәбиәтте йәшәтер бәйләнеш Был осрашыу әлеге өсәүҙең һәммәһенең дә күптән көтөп алынған, уға һыуһаған ваҡиғаһы ине. Унда һәр кемдең әйтер һүҙе табылды, еткерер хистәре ташты, фекере төйнәлде, һәм бына ул йылы әңгәмә йомғағы тәгәрәне. Өсәү тигәндән, ысынында улар икәү ине, өсөнсөһө берәүҙең башта тик күңелендә яралды, аҙаҡ икәү ара кәүҙәләнде, йәшәй башланы. Был осрашыуҙа ла күберәк уның хаҡында уйланылды, һөйләнелде. Өсәүҙең береһе – автор-яҙыусы, икенсеһе – уҡыусы (китап уҡыусыһы), өсөнсөһө иһә – әҫәр геройы (персонаж).


…Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар китапханаһында китап йорттарына хас тынлыҡ урынлашмаған – бер урында ҡурай­сы менән баянсы репетиция яһай, икенсе урындараҡ йәш-елкенсәк көлөшөп хәбәр һөйләшә, өсөнсө ерҙә Өфө ҡунаҡтары сығышы өҫтөндә эшләй. Хәйер, ошонда­йыраҡ күренешкә китапхана йыш ҡына тарый – унда ижади шәхестәр, ғалимдар менән әленән-әле осрашыуҙар булып тора. Китапхана мөдире Нәзифә Иҫәнғу­жина ижад донъяһына ғашиҡтарға был йәһәт­тән бер ҙә тынғы бирмәй, афарин!
Башҡорт әҙәбиәтенең иң егәрле прозаиктарының береһе Ринат Камал килде был көндә Стәрлетамаҡ­ҡа, китап уҡыусылар менән әҙәбиәт, әҙәби тормош һәм ысынбарлыҡ хаҡында күҙгә-күҙ ҡарашып фекер алышырға. Яңғыҙы түгел, әлбиттә, аудиторияны уның ҡәләмдәштәре Таңсулпан Ғарипова һәм Айгиз Баймөхәмәтов та бай сығыштары менән ҡыуандырҙы.
— “Рәсәй киноһы йылы” тигәс тә, был осрашыу кино ҡарарға йыйылған һымаҡ тойолмаһын, әүҙемерәк булайыҡ, – тип шаяртыу­ҙар аша дәртләндерҙе Ринат Камал китап уҡыусыларҙы. Шул уҡ ваҡыт­та әҙип был йәһәттән йәштәрҙе шелтәләп тә алды:
– Был осрашыуҙа ғына түгел, ғөмү­мән, тормошта етеҙерәк, етдиерәк йәшәргә кәрәк!
Әлбиттә, яҙыусы фекерендә хаҡлыҡ ярылып ята – йәштәребеҙгә үҙ хоҡуҡтарын белеп, мөмкин­лек­тәрен файҙаланып, баҫҡан урындарында ут уйнатып, шул уҡ ваҡыт­та милләтен дә ҡайғыртып ғүмер итеү фарыз. Мәҫәлән, авторҙың әҫәрҙәренән генә лә күпме һабаҡ һәм өлгө алырға мөмкин. Хәйер, әлеге тәңгәлдән өмөттәр бар­лығы сарала уҡ төҫмөрләнде – Башҡорт дәүләт университетының Стәрле­тамаҡ филиалы башҡорт фило­логияһы факультеты студенттары, һәр хәлдә, остаздары – педа­гогия фәндәре кандидаты, доцент Фәүриә Аҡҡужина етәкселегендә ҡунаҡтарға тос һорауҙар яуҙырҙы, әҙиптәр ижады буйынса сығыштар яһаны.
Һүҙ йүгәнен әҙиптең юлдаштары алғас та, осрашыу йәмле аралашыу сүрәтен юғалтманы. Таңсулпан апай был сараны күптән көткәнле­ген, Стәрлетамаҡ уҡыусыһы менән осрашыуға һыуһағанын сер итеп әйтте. “Бөйрәкәй” авторын ҡайҙа ғына зарығып көтмәгәндәр, ә бына яҡташтар был бәхет хаҡында уйлап та ҡарамаған, йәл. Нимә генә тимә, әҙибәнең яҙыусылыҡ һәләте ха­ҡын­да һөйләгәндәре буласаҡ уҡы­тыусылар, шулай ижад донъяһына сумыусылар файҙаһына, әлбиттә.
Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмә­тов, ҡәләмдәшенән айырмалы рәүештә, быуындаштарына күберәк “мейес­тән яңы ғына сыҡҡан” әҫәре ха­ҡында бәйән итте. Һүҙем “Әкиәтһеҙ бала саҡ” хаҡында.
”Башҡортостан” гәзите һәм “Ватандаш” журналы редакциялары булышлығы менән ойошторолған был осрашыуҙа бөгөнгө милли матбуғат хәленә лә иғтибар бүлен­де. Бер яҡтан, яҙыусыларыбыҙҙың милли баҫмаларыбыҙға яҙылырға өгөтләп йөрөүе оят булһа (әйтерһең дә, башҡорт баҫмалары тик ижад­сыларға ғына кәрәк), икенсе яҡтан, рухиәтебеҙ алдындағы берҙәмлек һәм яуаплылыҡтың бар кимәлдә сағылыуы ҡыуандырҙы. Үлемһеҙ әҫәрҙәр яҙыусы апай-ағайҙарҙың һүҙҙәренән һуң осрашыуға килгән һәр ҡыҙ һәм егет бер генә булһа ла милли баҫма алдырырға һүҙ биреп таралышты. Ринат Камалдың ораны барып етте, былай булғас!
…Баяғы өсәү ишеккә табан атланы. Осрашыу тамам тигәнде аңлата ине был. Хәйер, хушлашыу һүҙҙәре яңғыраһа ла, хушлаштымы улар? Бит тәүге икәүҙе өсөнсө ныҡ бәйләп тота һәм… шул бәйләнеш барҙа әҙәбиәт тә, тормош та дауам итәсәк әле!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780