Был осрашыу әлеге өсәүҙең һәммәһенең дә күптән көтөп алынған, уға һыуһаған ваҡиғаһы ине. Унда һәр кемдең әйтер һүҙе табылды, еткерер хистәре ташты, фекере төйнәлде, һәм бына ул йылы әңгәмә йомғағы тәгәрәне. Өсәү тигәндән, ысынында улар икәү ине, өсөнсөһө берәүҙең башта тик күңелендә яралды, аҙаҡ икәү ара кәүҙәләнде, йәшәй башланы. Был осрашыуҙа ла күберәк уның хаҡында уйланылды, һөйләнелде. Өсәүҙең береһе – автор-яҙыусы, икенсеһе – уҡыусы (китап уҡыусыһы), өсөнсөһө иһә – әҫәр геройы (персонаж).…Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт һәм татар китапханаһында китап йорттарына хас тынлыҡ урынлашмаған – бер урында ҡурайсы менән баянсы репетиция яһай, икенсе урындараҡ йәш-елкенсәк көлөшөп хәбәр һөйләшә, өсөнсө ерҙә Өфө ҡунаҡтары сығышы өҫтөндә эшләй. Хәйер, ошондайыраҡ күренешкә китапхана йыш ҡына тарый – унда ижади шәхестәр, ғалимдар менән әленән-әле осрашыуҙар булып тора. Китапхана мөдире Нәзифә Иҫәнғужина ижад донъяһына ғашиҡтарға был йәһәттән бер ҙә тынғы бирмәй, афарин!
Башҡорт әҙәбиәтенең иң егәрле прозаиктарының береһе Ринат Камал килде был көндә Стәрлетамаҡҡа, китап уҡыусылар менән әҙәбиәт, әҙәби тормош һәм ысынбарлыҡ хаҡында күҙгә-күҙ ҡарашып фекер алышырға. Яңғыҙы түгел, әлбиттә, аудиторияны уның ҡәләмдәштәре Таңсулпан Ғарипова һәм Айгиз Баймөхәмәтов та бай сығыштары менән ҡыуандырҙы.
— “Рәсәй киноһы йылы” тигәс тә, был осрашыу кино ҡарарға йыйылған һымаҡ тойолмаһын, әүҙемерәк булайыҡ, – тип шаяртыуҙар аша дәртләндерҙе Ринат Камал китап уҡыусыларҙы. Шул уҡ ваҡытта әҙип был йәһәттән йәштәрҙе шелтәләп тә алды:
– Был осрашыуҙа ғына түгел, ғөмүмән, тормошта етеҙерәк, етдиерәк йәшәргә кәрәк!
Әлбиттә, яҙыусы фекерендә хаҡлыҡ ярылып ята – йәштәребеҙгә үҙ хоҡуҡтарын белеп, мөмкинлектәрен файҙаланып, баҫҡан урындарында ут уйнатып, шул уҡ ваҡытта милләтен дә ҡайғыртып ғүмер итеү фарыз. Мәҫәлән, авторҙың әҫәрҙәренән генә лә күпме һабаҡ һәм өлгө алырға мөмкин. Хәйер, әлеге тәңгәлдән өмөттәр барлығы сарала уҡ төҫмөрләнде – Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы факультеты студенттары, һәр хәлдә, остаздары – педагогия фәндәре кандидаты, доцент Фәүриә Аҡҡужина етәкселегендә ҡунаҡтарға тос һорауҙар яуҙырҙы, әҙиптәр ижады буйынса сығыштар яһаны.
Һүҙ йүгәнен әҙиптең юлдаштары алғас та, осрашыу йәмле аралашыу сүрәтен юғалтманы. Таңсулпан апай был сараны күптән көткәнлеген, Стәрлетамаҡ уҡыусыһы менән осрашыуға һыуһағанын сер итеп әйтте. “Бөйрәкәй” авторын ҡайҙа ғына зарығып көтмәгәндәр, ә бына яҡташтар был бәхет хаҡында уйлап та ҡарамаған, йәл. Нимә генә тимә, әҙибәнең яҙыусылыҡ һәләте хаҡында һөйләгәндәре буласаҡ уҡытыусылар, шулай ижад донъяһына сумыусылар файҙаһына, әлбиттә.
Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, ҡәләмдәшенән айырмалы рәүештә, быуындаштарына күберәк “мейестән яңы ғына сыҡҡан” әҫәре хаҡында бәйән итте. Һүҙем “Әкиәтһеҙ бала саҡ” хаҡында.
”Башҡортостан” гәзите һәм “Ватандаш” журналы редакциялары булышлығы менән ойошторолған был осрашыуҙа бөгөнгө милли матбуғат хәленә лә иғтибар бүленде. Бер яҡтан, яҙыусыларыбыҙҙың милли баҫмаларыбыҙға яҙылырға өгөтләп йөрөүе оят булһа (әйтерһең дә, башҡорт баҫмалары тик ижадсыларға ғына кәрәк), икенсе яҡтан, рухиәтебеҙ алдындағы берҙәмлек һәм яуаплылыҡтың бар кимәлдә сағылыуы ҡыуандырҙы. Үлемһеҙ әҫәрҙәр яҙыусы апай-ағайҙарҙың һүҙҙәренән һуң осрашыуға килгән һәр ҡыҙ һәм егет бер генә булһа ла милли баҫма алдырырға һүҙ биреп таралышты. Ринат Камалдың ораны барып етте, былай булғас!
…Баяғы өсәү ишеккә табан атланы. Осрашыу тамам тигәнде аңлата ине был. Хәйер, хушлашыу һүҙҙәре яңғыраһа ла, хушлаштымы улар? Бит тәүге икәүҙе өсөнсө ныҡ бәйләп тота һәм… шул бәйләнеш барҙа әҙәбиәт тә, тормош та дауам итәсәк әле!