Дөрөҫөн әйткәндә, баһалама ағзаһы булараҡ, был сараға хатта теләр-теләмәҫ кенә юлландым, сөнки беләм, күптәр шиғыр яҙа, уҡый, әммә ниндәйҙер йөрәк һүҙе етеңкерәмәгән төҫлө яҙмаларҙа, сығыштарҙа. Әммә тәүге шиғыр һөйләүсе сәхнәгә сығыу менән бөтә икеләнеүҙәрем юҡҡа сыҡты. Хатта ҡайҙа һәм ни өсөн килгәнемде, баһалар ҡуйып барырға тейешлегемде лә онотоп, шиғырҙар тыңлап ултырҙым “Шиғриәт иле” тип аталған төбәк-ара шиғыр һөйләүселәр конкурсында.“2016 – 2020 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик рухта тәрбиәләү” дәүләт программаһына ярашлы, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте лигаһы, Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Йәштәр йәмәғәт палатаһы тарафынан ойошторолған сарала 142 мәктәп уҡыусыһы, юғары уҡыу йорто студенттары ҡатнашты. Жанр яғынан да, авторҙар төрлөлөгө йәһәтенән дә конкурс бик бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы килеп сыҡты.
Сит ил яҙыусыларына өҫтөнлөк бирелмәһә лә, Рәсәй, Башҡортостан әҙәбиәте классиктары йәштәр тарафынан ҡыҙыҡһынып уҡыла, тигән һығымта яһарға була, һайлап алынған әҫәрҙәр исемлегенә күҙ ташлап. С. Есенин, Ю. Друнина, Р. Рождественский, А. Пушкин, В. Высоцкий, Э. Асадов, В. Маяковский, И. Крылов, Д. Самойлов, А. Вознесенский, М. Лермонтов, С. Чекмарев, А. Твардовский, А. Ахматова, И. Бродский, А. Блок, К. Симонов, М. Цветаева кеүек исемдәре киң билдәле урыҫ әҙәбиәте классиктарының шиғырҙарынан тыш, билдәһеҙ авторҙарҙың, үҙҙәре ижад иткән әҫәрҙәр тасуири уҡылды.
Башҡорт яҙыусыларынан М. Кәрим, Ф. Рәхимғолова, А. Игебаев, А. Баһуманов, Ш. Бабич, Ф. Сөләймәнов, Р. Ғарипов, Ғ. Сәләм, Ҡ. Аралбаев, Г. Ғәлиева яҙмаларына мөрәжәғәт иткәндәр. М. Йәлилдең “Вәхшәт” шиғырын конкурста дүрт ҡатнашыусы яттан һөйләне. Был осраҡта йәштәрҙең эмоциональ тойғоло драматик әҫәр аша тамашасыға, шул иҫәптән баһалама ағзаларына ла йоғонто яһарға тырышыу ғәләмәте лә барҙыр, тип аңланым. Һәр хәлдә башҡа баһалаусыларҙың фекере нисек булғандыр, әммә мин сәхнәнән ҡысҡырып, аҡырып шиғыр уҡығандарын, тауыш күтәреү аша тәьҫир итергә тырышҡандарын өнәмәйем. Киреһенсә, шиғырҙағы фекерҙе, авторҙың ҡарашын, шәхси мөнәсәбәтеңде белдерер өсөн мотлаҡ түгел ул көсәнеү. Ғөмүмән, конкурста ҡатнашыусыларҙың йәштәр икәнлеген күҙ уңында тотҡанда, әлбиттә, эмоциональ көсөргәнешле, илатырлыҡ әҫәрҙәр һайлау — был йәш категорияһына хас күренеш. Нимә генә тимә, сәнғәт әҫәре аша беҙ күңел таҙарыныуына килергә тейешбеҙ бит әле. Иң ҡыуандырғаны шул булды: һәр ҡатнашыусы шиғырҙарҙың тексын яҡшы белә, һүҙҙәр, өндәр яңғырашы дөрөҫ ҡуйылғайны.
Быларҙы ни өсөн айырым билдәләйем, сөнки дүрт критерий буйынса баһаланды тасуири уҡыуҙар: үҙең менән таныштырыу, тексты яҡшы белеү, дикция һәм актер оҫталығы. Тәүге өсәүһе буйынса шәхсән минең бер ниндәй ҙә ризаһыҙлығым булманы. Бары тик шуныһы ғына, конкурс тәүге тапҡыр ойошторолоу сәбәпле, ҡатнашыусыларҙың сығыш яһау ваҡыты алдан күҙалланмағайны. Мәҫәлән, райондарҙан килгәндәр ҙә, Өфөнөкөләр ҙә көн тамам кискә ауышҡансы көтөп йонсоғайны, шуға ла ҡайһы бер ҡатнашыусыларҙың текста яңылышып китеүен арыу ғәләмәте тип аңланым. Әммә улар ҙа туҡтаған еренән яңынан ятлай башлап, әйтергә теләгәнен тамашасыға еткереп ҡуйҙы.
Актер оҫталығына килгәндә, йәштәр бик күп билдәле шиғыр уҡыусы артистарҙы уҙҙырып ебәрҙе, тип яр һалып әйтмәһәк тә, ысын мәғәнәһендә сәнғәт байрамы эшләй алды был саранан. Һәр һүҙгә, тыныш билдәһенә автор ниндәй мәғәнә, йөрәк хисен һалғанын аңлап, еренә еткерелеп башҡарылды әҫәрҙәр. Ғәҙәттә, ялҡытҡыс сығыштарҙан конкурстарҙың тиҙерәк үтеүен көтәһең, ә бында, киреһенсә, ваҡыт уҙғаны ла һиҙелмәне. Шулай итеп, ике йәш категорияһы буйынса “Шиғриәт иле” конкурсының еңеүселәре лә билдәләнде. 16 – 19 йәшлектәр араһында Никита Поболь (Өфөнөң 115-се гимназияһы) – 1-се, Эрика Дусеева (“Биктырыш” балалар ижады үҙәге) – 2-се, Полина Кадынцева (Өфөнөң 21-се лицейы), Радмир Мөлөков (З. Биишева исемендәге 140-сы гимназия) 3-сө урынға лайыҡ булды. 20 – 23 йәшлектәр араһында Айһылыу Бәшәрова (Башҡорт дәүләт медицина университеты) – 1-се, Гөлшат Рәжәпова (М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) – 2-се, Зөһрә Зиннәтуллина (Башҡорт дәүләт аграр университеты) 3-сө урынға сыҡты.
Башҡортостан Яҙыусылар союзының махсус бүләктәре менән Илүзә Таһирова (Ағиҙел ҡалаһының башҡорт гимназияһы), Зарина Сәйфетдинова (35-се үҙәк), Элина Шәйхетдинова (М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы), Камилла Арефьева (Өфөнөң 46-сы лицейы) бүләкләнде.
“Иң оҫта актер башҡарыусы” номинацияһында 1-се урынға Эвелина Редькина, 2-се урынға Полина Решетникова, 3-сө урынға Фәнил Ҡарасурин сыҡты. Улар барыһы ла – Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары.
“Башҡортостан” гәзитенең дә махсус номинациялары түбәндәгесә бүленде: “Әҙәби мираҫты һаҡлағаны өсөн” Сөмбөл Исҡужина (З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты), “Юғары башҡарыу оҫталығы өсөн” Владислав Бакланов (46-сы лицей), “Актер оҫталығы өсөн” Ангелина Шушина (“Берҙәмлек” үҙәге), “Донъяны нескәлек менән ҡабул иткәне өсөн” Яна Гусева бүләкләнде.
Баҫмабыҙ лауреаттарының сығышына айырым туҡталып китәйек. З. Вәлидиҙең көрәштәше булараҡ беләбеҙ Абдулҡадир Инанды. Уның ижади мираҫына мөрәжәғәт итеп, Сөмбөл Исҡужина авторҙың һүҙен еткереү менән бергә тамашасыларға яҙыусы булараҡ һирәк телгә алынған шәхестең рухи васыятын балҡытты. Ул конкурста Ф. Сөләймәновтың “Башҡорт йыры” шиғырын ятланы. Ангелина Шушинаның Д. Самойловтың “Иртә таңдан скверҙарға киләләр” шиғырынан тотош бер тамаша ҡорҙо. Нескә юмор менән еткерҙе ул фекерен. Ә бына Владислав Баклановтың В. Маяковскийҙың “Мин бәхетле” әҫәрен уҡыуын тағы ла тыңларға теләр инем. Бәхет хаҡында Маяковскийға хас булмағанса тыныс тонда яҙылған шиғырҙы ул шундай еңеллек менән уҡыны, хатта сығышынан бәхет осҡондары сәселгәндәй булды. Бында бер ниндәй ярһыу ҙа, көсөргәнеш тә юҡ, бары тик бәхет тураһында кинәнеп һөйләү, бәхетең менән уртаҡлашыу. Иҫ киткес булды. Ҡысҡырманы ла, илатырға ла тырышманы егет, әммә әллә ниңә күҙгә йәш тулды. Бәхет тураһында рәхәтлек менән һөйләшкәндә лә илағы килеүе ихтимал икән. Бына ҡайҙа бит ул сәнғәттең көсө!
Яна Гусеваның да лауреаттар исемлегендә булыуы юҡҡа түгел. Ул үҙе яҙған шиғырын уҡыны, һәм әҫәр шундай яҡтылыҡ, әҙәби һүҙҙең иң төп маҡсаты булған өмөт нурҙары менән һуғарылғайны. Йәш кешенең донъянан матурлыҡ эҙләүе, ҡатмарлы һорауҙарға ла тик яҡшылыҡ менән яуап биреү теләге арбаны уның сығышында.
Киләһе йылда ла ойошторорға уйлайҙар был сараны. Әҙәбиәтте күпме башҡорт ауылдарында, гимназияларында өйрәнәләр. Улар ҙа әүҙемерәк ҡатнашһа ине был сарала, тигән теләк уянды. Бәлки, беренсе тапҡыр уҙғарылыу сәбәпле, күптәр әҙерләнеп өлгөрмәгәндер, хатта ишетмәй ҙә ҡалғандыр, әммә һүҙ сәнғәтен, телмәр оҫталығын пропагандалаған был конкурсты киләһе йылдарҙа ҙур залдарҙа күп тамашасылар алдында майҙан тотоусылар сараһы итеп күрге килә. Ул ниндәйҙер шиғыр байрамы, исемендәгесә “Шиғриәт иле” тантанаһы булыр тип хыял итәйек.