“Шиғриәт иле”ндә майҙан тота заман йәштәре15.11.2016
“Шиғриәт иле”ндә майҙан тота заман йәштәре Дөрөҫөн әйткәндә, баһалама ағзаһы булараҡ, был сараға хатта теләр-теләмәҫ кенә юлландым, сөнки беләм, күптәр шиғыр яҙа, уҡый, әммә ниндәйҙер йөрәк һүҙе етеңкерәмәгән төҫлө яҙмаларҙа, сығыштарҙа. Әммә тәүге шиғыр һөйләүсе сәхнәгә сығыу менән бөтә икеләнеүҙәрем юҡҡа сыҡты. Хатта ҡайҙа һәм ни өсөн килгәнемде, баһалар ҡуйып барырға тейешлегемде лә онотоп, шиғырҙар тыңлап ултырҙым “Шиғриәт иле” тип аталған төбәк-ара шиғыр һөйләүселәр конкурсында.
“2016 – 2020 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик рухта тәрбиәләү” дәүләт программаһына ярашлы, Баш­ҡорт­ос­тандың Йәштәр сәйәсәте лигаһы, Мәҙәниәт, Йәштәр сәйә­сәте һәм спорт министрлыҡтары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тай­ҙың Йәштәр йәмәғәт палатаһы тарафынан ойошторолған сарала 142 мәктәп уҡыусыһы, юғары уҡыу йорто студенттары ҡатнашты. Жанр яғынан да, авторҙар төрлө­лөгө йәһәтенән дә конкурс бик бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы килеп сыҡты.
Сит ил яҙыусыларына өҫтөнлөк бирелмәһә лә, Рәсәй, Башҡортос­тан әҙәбиәте классиктары йәштәр тарафынан ҡыҙыҡһынып уҡыла, тигән һығымта яһарға була, һай­лап алынған әҫәрҙәр исемлегенә күҙ ташлап. С. Есенин, Ю. Дру­нина, Р. Рождественский, А. Пушкин, В. Высоцкий, Э. Асадов, В. Маяков­ский, И. Крылов, Д. Самойлов, А. Воз­несенский, М. Лермонтов, С. Чекмарев, А. Твардовский, А. Ахматова, И. Бродский, А. Блок, К. Симонов, М. Цветаева кеүек исемдәре киң билдәле урыҫ әҙә­биәте классиктарының шиғырҙа­рынан тыш, билдәһеҙ авторҙар­ҙың, үҙҙәре ижад иткән әҫәрҙәр тасуири уҡылды.
Башҡорт яҙыусыларынан М. Кә­рим, Ф. Рәхимғолова, А. Игебаев, А. Баһу­манов, Ш. Бабич, Ф. Сөләй­мәнов, Р. Ға­рипов, Ғ. Сәләм, Ҡ. Арал­баев, Г. Ғә­лиева яҙмала­ры­на мөрәжәғәт иткәндәр. М. Йә­лилдең “Вәхшәт” шиғырын конкурста дүрт ҡатнашыусы яттан һөйләне. Был осраҡта йәштәрҙең эмоциональ тойғоло драматик әҫәр аша тамашасыға, шул иҫәптән баһалама ағзаларына ла йоғонто яһарға тырышыу ғәләмәте лә барҙыр, тип аңланым. Һәр хәлдә башҡа баһалаусыларҙың фекере нисек булғандыр, әммә мин сәхнәнән ҡысҡырып, аҡырып шиғыр уҡығандарын, тауыш күтә­реү аша тәьҫир итергә тырыш­ҡандарын өнәмәйем. Киреһенсә, шиғырҙағы фекерҙе, авторҙың ҡарашын, шәхси мөнәсәбәтеңде белдерер өсөн мотлаҡ түгел ул көсәнеү. Ғөмүмән, конкурста ҡат­нашыусыларҙың йәштәр икәнлеген күҙ уңында тотҡанда, әлбиттә, эмо­циональ көсөргәнешле, ила­тырлыҡ әҫәрҙәр һайлау — был йәш категорияһына хас күренеш. Нимә генә тимә, сәнғәт әҫәре аша беҙ күңел таҙарыныуына килергә тейешбеҙ бит әле. Иң ҡыуандыр­ғаны шул булды: һәр ҡатнашыусы шиғырҙарҙың тексын яҡшы белә, һүҙҙәр, өндәр яңғырашы дөрөҫ ҡуйылғайны.
Быларҙы ни өсөн айырым билдә­ләйем, сөнки дүрт критерий буйынса баһаланды тасуири уҡыуҙар: үҙең менән таныштырыу, тексты яҡшы белеү, дикция һәм актер оҫталығы. Тәүге өсәүһе буйынса шәхсән минең бер ниндәй ҙә ризаһыҙлығым булманы. Бары тик шуныһы ғына, конкурс тәүге тапҡыр ойошторолоу сәбәпле, ҡатнашыусы­ларҙың сығыш яһау ваҡыты алдан күҙалланмағайны. Мәҫәлән, райондарҙан килгәндәр ҙә, Өфөнөкөләр ҙә көн тамам кискә ауышҡансы көтөп йонсо­ғайны, шуға ла ҡайһы бер ҡат­нашыусыларҙың текста яңылы­шып китеүен арыу ғәләмәте тип аңланым. Әммә улар ҙа туҡтаған еренән яңынан ятлай башлап, әйтергә теләгәнен тамашасыға еткереп ҡуйҙы.
Актер оҫталығына килгәндә, йәштәр бик күп билдәле шиғыр уҡыусы артистарҙы уҙҙырып ебәр­ҙе, тип яр һалып әйтмәһәк тә, ысын мәғәнәһендә сәнғәт байрамы эшләй алды был саранан. Һәр һүҙгә, тыныш билдәһенә автор ниндәй мәғәнә, йөрәк хисен һал­ғанын аңлап, еренә еткерелеп башҡарылды әҫәрҙәр. Ғәҙәттә, ялҡытҡыс сығыштарҙан конкурс­тарҙың тиҙерәк үтеүен көтәһең, ә бында, киреһенсә, ваҡыт уҙғаны ла һиҙелмәне. Шулай итеп, ике йәш категорияһы буйынса “Шиғ­риәт иле” конкурсының еңеүселәре лә билдәләнде. 16 – 19 йәшлектәр араһында Никита Поболь (Өфөнөң 115-се гимназияһы) – 1-се, Эрика Дусеева (“Биктырыш” балалар ижады үҙәге) – 2-се, Полина Кадынцева (Өфөнөң 21-се лицейы), Радмир Мөлөков (З. Биишева исемендәге 140-сы гимназия) 3-сө урынға лайыҡ булды. 20 – 23 йәшлектәр араһында Айһылыу Бәшәрова (Башҡорт дәүләт медицина университеты) – 1-се, Гөлшат Рәжәпова (М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) – 2-се, Зөһрә Зиннәтуллина (Баш­ҡорт дәүләт аграр университеты) 3-сө урынға сыҡты.
Башҡортостан Яҙыусылар союзының махсус бүләктәре менән Илүзә Таһирова (Ағиҙел ҡала­һының башҡорт гимназия­һы), Зарина Сәйфетдинова (35-се үҙәк), Элина Шәйхетдинова (М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы), Камилла Арефьева (Өфө­нөң 46-сы лицейы) бүләкләнде.
“Иң оҫта актер башҡарыусы” номина­цияһында 1-се урынға Эвелина Редькина, 2-се урынға Полина Решетникова, 3-сө урынға Фәнил Ҡарасурин сыҡты. Улар барыһы ла – Өфө дәүләт сәнғәт инс­титуты студенттары.
“Башҡортостан” гәзитенең дә махсус номинациялары түбәндә­гесә бүленде: “Әҙәби мираҫты һаҡлағаны өсөн” Сөмбөл Исҡу­жина (З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты), “Юғары башҡарыу оҫталығы өсөн” Владислав Бакланов (46-сы лицей), “Актер оҫталығы өсөн” Ангелина Шушина (“Берҙәмлек” үҙәге), “Донъяны нескәлек менән ҡабул иткәне өсөн” Яна Гусева бүләкләнде.
Баҫмабыҙ лауреаттарының сығы­шына айырым туҡталып китәйек. З. Вә­лидиҙең көрәштәше булараҡ беләбеҙ Абдулҡадир Инанды. Уның ижади мираҫына мөрәжәғәт итеп, Сөмбөл Исҡужина авторҙың һүҙен еткереү менән бергә тамашасыларға яҙыусы булараҡ һирәк телгә алынған шәхестең рухи васыятын балҡытты. Ул конкурста Ф. Сө­ләймәновтың “Башҡорт йыры” шиғырын ятланы. Ангелина Шу­шинаның Д. Са­мойловтың “Иртә таңдан скверҙарға киләләр” шиғырынан тотош бер тамаша ҡорҙо. Нескә юмор менән еткерҙе ул фекерен. Ә бына Владислав Бакла­новтың В. Маяковскийҙың “Мин бәхетле” әҫәрен уҡыуын тағы ла тыңларға теләр инем. Бәхет хаҡында Маяковскийға хас бул­мағанса тыныс тонда яҙылған ши­ғырҙы ул шундай еңеллек менән уҡыны, хатта сығышынан бәхет осҡондары сәселгәндәй булды. Бында бер ниндәй ярһыу ҙа, көсөргәнеш тә юҡ, бары тик бәхет тураһында кинәнеп һөйләү, бәхе­тең менән уртаҡлашыу. Иҫ киткес булды. Ҡысҡырманы ла, илатырға ла тырышманы егет, әммә әллә ниңә күҙгә йәш тулды. Бәхет тура­һында рәхәтлек менән һөйләш­кәндә лә илағы килеүе ихтимал икән. Бына ҡайҙа бит ул сәнғәттең көсө!
Яна Гусеваның да лауреаттар исем­легендә булыуы юҡҡа түгел. Ул үҙе яҙған шиғырын уҡыны, һәм әҫәр шундай яҡтылыҡ, әҙәби һүҙҙең иң төп маҡсаты булған өмөт нурҙары менән һуғарыл­ғайны. Йәш кешенең донъя­нан матурлыҡ эҙләүе, ҡатмарлы һо­рауҙарға ла тик яҡшылыҡ менән яуап биреү теләге арбаны уның сығышында.
Киләһе йылда ла ойошторорға уйлай­ҙар был сараны. Әҙәбиәтте күпме баш­ҡорт ауылдарында, гимназияларында өйрәнәләр. Улар ҙа әүҙемерәк ҡатнашһа ине был сарала, тигән теләк уянды. Бәлки, беренсе тапҡыр уҙғарылыу сәбәп­ле, күптәр әҙерләнеп өлгөрмә­гәндер, хатта ишетмәй ҙә ҡал­ғандыр, әммә һүҙ сәнғәтен, телмәр оҫталығын пропаганда­лаған был конкурсты киләһе йылдарҙа ҙур залдарҙа күп тамашасылар алдында майҙан тотоусылар сараһы итеп күрге килә. Ул ниндәйҙер шиғыр байрамы, исемендәгесә “Шиғриәт иле” тантанаһы булыр тип хыял итәйек.


Вернуться назад