Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шүлгәнгә дөйә килгән
Шүлгәнгә дөйә килгән Шүлгән – мөғжизәләр ере. Шулай ҙа иртән тороп тәҙрәне ҡайырып асыу менән, сүллек далаһын хәтерләтеп, ел күтәргән туҙан пәрҙәһе аша ғорур ғына баҫып китеп барған дөйәне күрермен тип һис тә уйламағайным. Күҙемә күренәме тип торам тағы. Ҡыҙыҡһы­ныуымды еңә алмай, беҙҙең яҡтарҙа осрамаған ғәжәп йән эйәһе һәм уның хужаһы менән танышырға ашыҡтым.
Аңлауымса, дөйәлә йөрөп ҡарарға теләүселәр һаны көндән-көн күберәк: олоһо ла, кесеһе лә, яңы тәпәй баҫҡан бәләкәстән алып пенсионерҙарға тиклем. Малҡайҙы ҡыҙыҡ күреп, янына ағылғандар бер мин генә түгел ине, әлбиттә. Арыу уҡ кеше ғәжәп ҡунаҡтарҙы һырып алған. Баҙнат итеп, йән эйәһен һыйпап ҡараусылар ҙа бар:
– Ииий, аҡыллы ғына бит ул, үҙе ергә сүгеп, кешене ултырта, үҙе тыныс ҡына тора...
– Тыңламаған, йәне көйгән саҡтары ла бар инде...
Шулай, – тип йылмайып яуаплай хужаһы, – кешегә лә хас ундай сифаттар.
Баҡтиһәң, ул бында кәсеп итергә килгән икән. “Күмертауҙан Артур Зәйнуллин булам”, – тип таныштырҙы үҙе менән һәм бер нисә һорауыма яуап бирергә ихлас ризалашты. Быға тиклем үк был дөйә хаҡындағы телдән телгә күсә килгән мәғлүмәт менән таныш инем инде, шуға күрә иң ҡыҙыҡһындырған һорауым яңғыраны:
– Һеҙ, ысынлап та, Күмертау хәтле Күмертауҙан беҙҙең районға дөйәлә килеп еттегеҙме? Нисә көн дауамында?
– Эйе, юлға өс көн китте.
– Дөйәгә атланған һыбайлыны күреп, аптырамаған кеше ҡалмағандыр...
– Халыҡ ғәжәпләнә лә, һоҡлана ла. Урмансылар, алыҫ юлға йөрөүсе шоферҙар килеп аралашырға, бергә фотоға төшөргә теләк белдерә.
– Кешеләрҙе дөйәлә йөрөтөргә ни өсөн тап беҙҙең Шүлгәнташ ерен һайланығыҙ?
– Элегерәк был яҡтарға ял итергә килгәндә, балалар өсөн аттракциондар юҡлығын күрҙем. Йәнә Күмертауҙа был йәйҙә ял итеүселәр һаны әҙерәк булыу ҙа йоғонто яһаны.
– Дөйәне ҡайҙан таптығыҙ? Исеме бармы?
– Зоопарктар йөрөп тора бит. Волгоград өлкәһенән алып ҡайттым. Ә исеме – Васька.
– Шундай ғәжәп идея ҡайҙан килде һуң башығыҙға?
– Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үәссәләм хәҙистәрендә дөйәнең сикһеҙ файҙаһы хаҡында әйтелә. Ысынлап та, дөйә һөтө һәм дөйә бәүеле – әлеге көндә киң таралған яман шештән дауа. Быларҙың барыһын да уйлап, сығымдарҙы, дөйәне һатып алғас, күпме килем килтерә­сәген яҡынса бер бизмәнгә һалып үлсәнем дә был идеяны мотлаҡ тормошҡа ашырырға кәрәк тигән ҡарарға килдем.
– Уйлаған эшең килеп сыҡмаясаҡ, юҡ менән булы­шаһың, тип һине кире дүнде­рергә маташҡан пессимистар ҙа осрағандыр?
– Ундай кешеләр һәр ваҡыт була инде ул, шуға күрә кешеләргә артыҡ һөйләп тә барманым. Үҙ-үҙемә ышанысым барыһын да хәл итте. Тотонғанмын икән, килеп сығырға тейеш.
– Дөйәгеҙ шул тиклем аҡыллы, тыңлаусан. Һеҙҙең “тюф-тюф” тигән махсус командағыҙҙы тыңлап, кеше ултыртыр өсөн тубыҡлана ла белә. Үҙегеҙ өйрәттегеҙме? Бер-берегеҙгә эйәләшеү ғәмәле нисек үтте?
– Махсус командаларға үҙе алдан өйрәтелгәйне. Ә бер-беребеҙҙе танып белеү процесы бик үҙенсәлекле барҙы. Тәүҙә ултыртырға теләмәйенсә, алып та ташлаңҡыраны, башҡаларға төкөрмәһә лә, миңә эләккеләне.
Дөйә – ғорур йән эйәһе. Юҡ­ҡамы ни, арыһа йәки һыбай­лыһы оҡшамаһа, ҡырҡыу һәм асыулы тауыш сығарып, атларға теләмәйенсә, ҡапыл туҡтай ҙа ҡуя.
– Бөрйән районының баш­ланғыс тарихтарының береһен үҙ эсенә алған “Бабсаҡ менән Күҫәк” легендаһында әйтелгән­сә, яҡында ғына ятҡан Аҡбулат ауылы янындағы Бабсаҡ бейҙең ҡурған-ҡәберенә тупраҡты дөйә менән ташығандар. Был малҡай беҙҙең яҡтар өсөн ят хайуан, тип әйтеп тә булмай...
– Килешәм. Алыҫ китергә кәрәкмәй, ҡартатайымдың уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында беҙҙә дөйәләр йөрөүе хаҡында хәтирәләрен ишеткә­нем булды. Был да ошо кәсепкә тотоноуға сәбәп булғандыр.
Башҡалар менән сағыштыр­ғанда, үҙен­сәлеклерәк фекер йөрөткән ғәжәп кешеләр йәмләй донъяны, улар бүтәндәрҙән баҙнатлы һәм хатта ки дыуамалыраҡ булыуҙары менән айырылып тора. Берәй ғәжәп уй баштарына килеү менән һикереп тороп, уны тормошҡа ашырып та ҡуялар. Шундайҙарҙың береһе менән танышҡығыҙ һәм дөйәлә һыбай йөрөгөгөҙ килһә, Шүлгән еренә рәхим итегеҙ!

Айгөл ЙӘМИЛЕВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780