
Шүлгән – мөғжизәләр ере. Шулай ҙа иртән тороп тәҙрәне ҡайырып асыу менән, сүллек далаһын хәтерләтеп, ел күтәргән туҙан пәрҙәһе аша ғорур ғына баҫып китеп барған дөйәне күрермен тип һис тә уйламағайным. Күҙемә күренәме тип торам тағы. Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, беҙҙең яҡтарҙа осрамаған ғәжәп йән эйәһе һәм уның хужаһы менән танышырға ашыҡтым.
Аңлауымса, дөйәлә йөрөп ҡарарға теләүселәр һаны көндән-көн күберәк: олоһо ла, кесеһе лә, яңы тәпәй баҫҡан бәләкәстән алып пенсионерҙарға тиклем. Малҡайҙы ҡыҙыҡ күреп, янына ағылғандар бер мин генә түгел ине, әлбиттә. Арыу уҡ кеше ғәжәп ҡунаҡтарҙы һырып алған. Баҙнат итеп, йән эйәһен һыйпап ҡараусылар ҙа бар:
– Ииий, аҡыллы ғына бит ул, үҙе ергә сүгеп, кешене ултырта, үҙе тыныс ҡына тора...
– Тыңламаған, йәне көйгән саҡтары ла бар инде...
Шулай, – тип йылмайып яуаплай хужаһы, – кешегә лә хас ундай сифаттар.
Баҡтиһәң, ул бында кәсеп итергә килгән икән. “Күмертауҙан Артур Зәйнуллин булам”, – тип таныштырҙы үҙе менән һәм бер нисә һорауыма яуап бирергә ихлас ризалашты. Быға тиклем үк был дөйә хаҡындағы телдән телгә күсә килгән мәғлүмәт менән таныш инем инде, шуға күрә иң ҡыҙыҡһындырған һорауым яңғыраны:
– Һеҙ, ысынлап та, Күмертау хәтле Күмертауҙан беҙҙең районға дөйәлә килеп еттегеҙме? Нисә көн дауамында?
– Эйе, юлға өс көн китте.
– Дөйәгә атланған һыбайлыны күреп, аптырамаған кеше ҡалмағандыр...
– Халыҡ ғәжәпләнә лә, һоҡлана ла. Урмансылар, алыҫ юлға йөрөүсе шоферҙар килеп аралашырға, бергә фотоға төшөргә теләк белдерә.
– Кешеләрҙе дөйәлә йөрөтөргә ни өсөн тап беҙҙең Шүлгәнташ ерен һайланығыҙ?
– Элегерәк был яҡтарға ял итергә килгәндә, балалар өсөн аттракциондар юҡлығын күрҙем. Йәнә Күмертауҙа был йәйҙә ял итеүселәр һаны әҙерәк булыу ҙа йоғонто яһаны.
– Дөйәне ҡайҙан таптығыҙ? Исеме бармы?
– Зоопарктар йөрөп тора бит. Волгоград өлкәһенән алып ҡайттым. Ә исеме – Васька.
– Шундай ғәжәп идея ҡайҙан килде һуң башығыҙға?
– Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үәссәләм хәҙистәрендә дөйәнең сикһеҙ файҙаһы хаҡында әйтелә. Ысынлап та, дөйә һөтө һәм дөйә бәүеле – әлеге көндә киң таралған яман шештән дауа. Быларҙың барыһын да уйлап, сығымдарҙы, дөйәне һатып алғас, күпме килем килтерәсәген яҡынса бер бизмәнгә һалып үлсәнем дә был идеяны мотлаҡ тормошҡа ашырырға кәрәк тигән ҡарарға килдем.
– Уйлаған эшең килеп сыҡмаясаҡ, юҡ менән булышаһың, тип һине кире дүндерергә маташҡан пессимистар ҙа осрағандыр?
– Ундай кешеләр һәр ваҡыт була инде ул, шуға күрә кешеләргә артыҡ һөйләп тә барманым. Үҙ-үҙемә ышанысым барыһын да хәл итте. Тотонғанмын икән, килеп сығырға тейеш.
– Дөйәгеҙ шул тиклем аҡыллы, тыңлаусан. Һеҙҙең “тюф-тюф” тигән махсус командағыҙҙы тыңлап, кеше ултыртыр өсөн тубыҡлана ла белә. Үҙегеҙ өйрәттегеҙме? Бер-берегеҙгә эйәләшеү ғәмәле нисек үтте?
– Махсус командаларға үҙе алдан өйрәтелгәйне. Ә бер-беребеҙҙе танып белеү процесы бик үҙенсәлекле барҙы. Тәүҙә ултыртырға теләмәйенсә, алып та ташлаңҡыраны, башҡаларға төкөрмәһә лә, миңә эләккеләне.
Дөйә – ғорур йән эйәһе. Юҡҡамы ни, арыһа йәки һыбайлыһы оҡшамаһа, ҡырҡыу һәм асыулы тауыш сығарып, атларға теләмәйенсә, ҡапыл туҡтай ҙа ҡуя.
– Бөрйән районының башланғыс тарихтарының береһен үҙ эсенә алған “Бабсаҡ менән Күҫәк” легендаһында әйтелгәнсә, яҡында ғына ятҡан Аҡбулат ауылы янындағы Бабсаҡ бейҙең ҡурған-ҡәберенә тупраҡты дөйә менән ташығандар. Был малҡай беҙҙең яҡтар өсөн ят хайуан, тип әйтеп тә булмай...
– Килешәм. Алыҫ китергә кәрәкмәй, ҡартатайымдың уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында беҙҙә дөйәләр йөрөүе хаҡында хәтирәләрен ишеткәнем булды. Был да ошо кәсепкә тотоноуға сәбәп булғандыр.
Башҡалар менән сағыштырғанда, үҙенсәлеклерәк фекер йөрөткән ғәжәп кешеләр йәмләй донъяны, улар бүтәндәрҙән баҙнатлы һәм хатта ки дыуамалыраҡ булыуҙары менән айырылып тора. Берәй ғәжәп уй баштарына килеү менән һикереп тороп, уны тормошҡа ашырып та ҡуялар. Шундайҙарҙың береһе менән танышҡығыҙ һәм дөйәлә һыбай йөрөгөгөҙ килһә, Шүлгән еренә рәхим итегеҙ!
Айгөл ЙӘМИЛЕВА әңгәмәләште.