Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тимурҙың уңышы дәрт-сәм өҫтәй
Тимурҙың уңышы  дәрт-сәм өҫтәй Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов телефон аша рапирасы Тимур Сафинды һәм уның тренерҙары Лира Грушина менән Руслан Нәсибуллинды Олимпия уйындарында шәхси иҫәптә бронза миҙал яулау айҡанлы ҡотланы.

Төбәк етәксеһе спортсыға уңышлы сығышы өсөн рәхмәт әйтте, уға һәм тренерҙарына артабан да еңеүҙәр, Олимпиадала команда ярыштарында ла оло ҡаҙаныштар теләне.
– Һеҙҙе Тыуған илебеҙҙә көтәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов һәм спортсылар менән үҙебеҙҙә осрашырға ниәтләүе хаҡында белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 7 августа Бразилияның Рио-де Жанейро ҡалаһында уҙғарылған ХХХI Йәйге Олимпия уйындарында яҡташыбыҙ Тимур Сафин Британия рапирасыһы Ричард Крузды 15:13 иҫәбе менән еңде һәм бронза призеры булды. Был – йәш спортсының Олимпия карьераһында яуланған тәүге миҙалы.

***
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та, яҡташыбыҙ Тимур Сафинды Бразилиялағы Олимпиадала яулаған бронза миҙалы менән ҡотлап, артабан да спорт мәктәптәренә ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.

– Минән йыш ҡына ҡала ни өсөн дүрт меңгә яҡын спорт мәктәбен ҡурсалай, был федераль власть хәстәре бит, тип ҡыҙыҡһыналар, – тине ул. – Бына ошондай егеттәр хаҡына. Ышанам, был миҙал һуңғыһы булмаҫ.
Эйе, был – Тимурҙың тәүге Олимпиадаһы ғына. Рапирасылар араһындағы донъя рейтингында ул беренсе тиҫтәгә лә инмәй. Тимәк, үҫергә мөмкинлектәр бар әле.
Ул арала яҡташыбыҙҙың башҡа иптәштәре лә һынатманы – алтын һәм көмөш миҙалдарға лайыҡ бул­ды­лар. Ҡылыс менән алышыуҙа бер юлы ике командалашы – Яна Егорян менән Софья Великая финалға сыҡты. Бәхет Янаға йылмайҙы.
Йәнә был көндө илебеҙ ир-егеттәре спорт гимнасти­каһында команда беренселегендә һәм брасс стилендә йөҙөүҙә Юлия Ефимова – икенсе, пневматик винтовканан атыуҙа Владимир Масленников өсөнсө урынды алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 683

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 062

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 582

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 608

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 514

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 422

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 676

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 412

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 577