Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иманай мәмерйәһе ҡыҙыҡһыныу уята
Иманай мәмерйәһе ҡыҙыҡһыныу уята Ғалимдар “Башҡортостан” милли паркы биләмәһендәге Иманай мәмерйәһен өйрәнеүҙе дауам итә. Уның менән ҡыҙыҡһыныу осраҡлы түгел. Был тәбиғәт ҡомартҡыһында күптән түгел боронғо айыу, мәмерйә арыҫланы һәм дикобраздың һөйәктәре табылғайны. Мәмерйәнең ҡасандыр боронғо кешеләр торағы булыуы ла ихтимал. Был хаҡта унда таштан эшләнгән ҡоралдарҙың табылыуы иҫбатлай.


Сираттағы фәнни экспедиция 12 авгусҡа тиклем дауам итә. Уның эшендә Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Үҫемлектәр һәм йәнлектәр экологияһы, Өфө ғилми үҙәгенең Тел, әҙәбиәт һәм тарих институттары хеҙмәткәрҙәре, Урал федераль һәм Сыктывкар дәүләт университеттары студенттары, Томскиҙан, Екатеринбургтан, Стәрлетамаҡтан волонтерҙар ҡатнаша. Әйткән­дәй, был тәүге экспедиция түгел. Былтыр ғалимдар унда ҡыҙыл бүре, Гималай айыуы, һигеҙ мәмерйә арыҫланының 500-ҙән ашыу һөйәген тапҡайны. Һирәк осраған һуңғы йәнлектең ҡалдыҡтары быға тиклем Көнбайыш Европала, Кузбаста ғына өйрәнелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөйәктәр насар һаҡланған, шуға күрә уның йәшен билдәләп булмай. Уларға 40-60 мең йыл булыуы ихтимал.
— Беҙгә Иманай мәмерйә­һенә боронғо йәнлектәр һөйәге нисек инеп ятыуын өйрәнеү мөһим. Көньяҡ Уралда мәмерйә арыҫландары, ысынлап та, оҙағыраҡ йәшәнеме икән тигән һорауға яуап табырға кәрәк, — тине Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Үҫемлектәр һәм йәнлектәр экологияһы институты ғилми хеҙмәткәре Дмитрий Ғимранов. — Был, әлбиттә, оҙайлы процесс. Табылған һөйәкте тикшереүгә кәмендә биш йыл талап ителә. Радиоуглерод, геохимия анализдары эшләгәндән һуң табылдыҡ­тарҙың йәшен билдәләп буласаҡ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780