Ғалимдар “Башҡортостан” милли паркы биләмәһендәге Иманай мәмерйәһен өйрәнеүҙе дауам итә. Уның менән ҡыҙыҡһыныу осраҡлы түгел. Был тәбиғәт ҡомартҡыһында күптән түгел боронғо айыу, мәмерйә арыҫланы һәм дикобраздың һөйәктәре табылғайны. Мәмерйәнең ҡасандыр боронғо кешеләр торағы булыуы ла ихтимал. Был хаҡта унда таштан эшләнгән ҡоралдарҙың табылыуы иҫбатлай.
Сираттағы фәнни экспедиция 12 авгусҡа тиклем дауам итә. Уның эшендә Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Үҫемлектәр һәм йәнлектәр экологияһы, Өфө ғилми үҙәгенең Тел, әҙәбиәт һәм тарих институттары хеҙмәткәрҙәре, Урал федераль һәм Сыктывкар дәүләт университеттары студенттары, Томскиҙан, Екатеринбургтан, Стәрлетамаҡтан волонтерҙар ҡатнаша. Әйткәндәй, был тәүге экспедиция түгел. Былтыр ғалимдар унда ҡыҙыл бүре, Гималай айыуы, һигеҙ мәмерйә арыҫланының 500-ҙән ашыу һөйәген тапҡайны. Һирәк осраған һуңғы йәнлектең ҡалдыҡтары быға тиклем Көнбайыш Европала, Кузбаста ғына өйрәнелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөйәктәр насар һаҡланған, шуға күрә уның йәшен билдәләп булмай. Уларға 40-60 мең йыл булыуы ихтимал.
— Беҙгә Иманай мәмерйәһенә боронғо йәнлектәр һөйәге нисек инеп ятыуын өйрәнеү мөһим. Көньяҡ Уралда мәмерйә арыҫландары, ысынлап та, оҙағыраҡ йәшәнеме икән тигән һорауға яуап табырға кәрәк, — тине Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Үҫемлектәр һәм йәнлектәр экологияһы институты ғилми хеҙмәткәре Дмитрий Ғимранов. — Был, әлбиттә, оҙайлы процесс. Табылған һөйәкте тикшереүгә кәмендә биш йыл талап ителә. Радиоуглерод, геохимия анализдары эшләгәндән һуң табылдыҡтарҙың йәшен билдәләп буласаҡ.