Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт шиғриәтен – азербайжан теленә
Башҡорт шиғриәтен –  азербайжан теленә Азербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла төрки донъяһындағы йәш яҙыусыларҙың форумы уҙҙы. Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Ирандан, Рәсәйҙән йыйылған әҙәбиәтселәр менән бер рәттән был сарала Башҡортостандан яҙыусы һәм журналист, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов ҡатнашты.


Өс көнлөк форумда яҙыусылар Азер­бай­жандың билдәле фән, мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар үткәрҙе, төрлө сараларҙа ҡатнашты. Һәр яҙыусы үҙ халҡының әҙәбиәте тураһында сығыш яһаны. Милли Мәжлес депутаттары Низами Джафаров менән Ганира Пашаева әйтеүенсә, бындай берләшеү төрки донъяһы әҙәбиәтселәрен бер-береһе менән таныштырыуҙа ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Улар йәш яҙыусыларға халыҡтар араһында берҙәмлек һәм теләктәшлек булдырыу йәһәтенән яуаплы бурыс йөкмәтелеүен билдәләне, артабанғы эшмәкәрлектә уңыштар теләне.
— Башҡорт әҙәбиәте бай һәм күп яҡлы, — тине Айгиз Баймөхәмәтов. — Беҙҙә донъя хазиналарына торошло әҫәрҙәр бик күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәржемәләүҙәге ҡытлыҡ һәм төрлө илдәрҙәге яҙыусылар араһында аралашыуҙың етмәүе беҙгә киңерәк донъяға сығырға ҡамасаулай. Баҡылағы форум был йәһәттән төрки яҙыусылар өсөн киң мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, Төрки донъяһы яҙыу­сылары союзы рәйесе Акбер Кошалы башҡорт шиғриәтен азербайжан телендә нәшерләү башланғысын хуп­лап сыҡты.
Әйткәндәй, форум Бөтә донъя йәш төрки яҙыусылар берекмәһе башлан­ғысы буйынса Азербайжан Респуб­ликаһы Президенты ҡарамағындағы Йәштәр фонды ярҙамы менән үткәрелде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 607

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 674

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576