Азербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла төрки донъяһындағы йәш яҙыусыларҙың форумы уҙҙы. Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Ирандан, Рәсәйҙән йыйылған әҙәбиәтселәр менән бер рәттән был сарала Башҡортостандан яҙыусы һәм журналист, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов ҡатнашты. Өс көнлөк форумда яҙыусылар Азербайжандың билдәле фән, мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар үткәрҙе, төрлө сараларҙа ҡатнашты. Һәр яҙыусы үҙ халҡының әҙәбиәте тураһында сығыш яһаны. Милли Мәжлес депутаттары Низами Джафаров менән Ганира Пашаева әйтеүенсә, бындай берләшеү төрки донъяһы әҙәбиәтселәрен бер-береһе менән таныштырыуҙа ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Улар йәш яҙыусыларға халыҡтар араһында берҙәмлек һәм теләктәшлек булдырыу йәһәтенән яуаплы бурыс йөкмәтелеүен билдәләне, артабанғы эшмәкәрлектә уңыштар теләне.
— Башҡорт әҙәбиәте бай һәм күп яҡлы, — тине Айгиз Баймөхәмәтов. — Беҙҙә донъя хазиналарына торошло әҫәрҙәр бик күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәржемәләүҙәге ҡытлыҡ һәм төрлө илдәрҙәге яҙыусылар араһында аралашыуҙың етмәүе беҙгә киңерәк донъяға сығырға ҡамасаулай. Баҡылағы форум был йәһәттән төрки яҙыусылар өсөн киң мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, Төрки донъяһы яҙыусылары союзы рәйесе Акбер Кошалы башҡорт шиғриәтен азербайжан телендә нәшерләү башланғысын хуплап сыҡты.
Әйткәндәй, форум Бөтә донъя йәш төрки яҙыусылар берекмәһе башланғысы буйынса Азербайжан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Йәштәр фонды ярҙамы менән үткәрелде.