Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Етегән” – ете диңгеҙ аръяғында
“Етегән” – ете диңгеҙ аръяғында Торонтола “Етегән” башҡорт музыкаль фильмының премьераһы булды. Айсыуаҡ Йомағолов һәм Рияз Исхаҡовтың картинаһы менән таныштырыу сараһын Өфөлә тыуып үҫкән, әле Канадала йәшәгән бер туған Фәриҙә менән Илдар Сәмерхановтар ойошторҙо. Бындай идея уларҙа быйыл яҙ Лос-Анджелеста ошондай уҡ сара үткәргәндән һуң тыуған.

– Фильмдың йөкмәткеһенә төшөнөү өсөн иң элек ете ҡыҙ тураһындағы башҡорт риүәйәте менән таныштыҡ, уның буйынса төшөрөлгән ҡыҫҡа картинаны ҡараныҡ, – ти Фәриҙә. – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансам­блендә шөғөлләнгән ҡыҙҙарҙың хәрәкәттәре, үҙҙәрен тотошо бик оҡшаны. Тамашасылар уларҙың сығышын көслө алҡыштарға күмде. Артабан 2015 йылдың йәйендә Өфөлә “Ете ҡыҙ” фон­танының асылыуы тураһындағы репортажды ҡараныҡ.
Илдар Сәмерханов “Етегән” фильмына ҡағылышлы мәғлү­мәттәр бирҙе. Әйткәндәй, быйыл майҙа ул картинаның продюсеры һәм идея авторы Рияз Исхаҡов менән осрашҡанда Әбйәлил районындағы Яҡтыкүл эргәһендә төшөрөлгән фильмдың тарихы хаҡында ҡыҙыҡһынған.
– Кинокартинаны бик мауығып ҡараныҡ, хатта залдағы балалар ҙа тынып ҡалғайны, бөтә иғтибар экранға йүнәлтелгәйне. Утты яндырғас, ҡараһаҡ, күптәрҙең күҙендә йәш ине. Көслө алҡыш­тар яңғыраны, – ти Фәриҙә. – Шул саҡ көтөлмәгән хәл булды: тамашасылар бер-бер артлы баҫып, фильм тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Мәҫәлән, Айгөл Рәхимова Өфөлә фильмдағы төп ролде башҡарған актриса менән таныш булыуы, өләсәһен нисек итеп кейәүгә биргәндәре хаҡында һөй­ләне. Башҡортостандың көнь­яғында тыуып үҫкән Сәрүәр апай­ҙың бала саҡтан ошо риүәйәтте белеүе, “Ете ҡыҙ”ҙы бейеүе, әлеге ваҡиғалар булған төбәкте үҙ күҙҙәре менән күреүе тураһында бәйән итеүе күптәргә ҡыҙыҡлы ине. Ул Өфөнән алып ҡайтҡан сувенир тирмәне, Башҡортостан флагын, кейеҙ балаҫты күрһәтте, ҡумыҙҙа уйнаны, өзләү, башҡорт кейемдәре хаҡында һөйләне.
Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Ринат Харисов легенда буйынса Торонтола “Ете ҡыҙ” картинаһын төшөргән. Ул әле Өфөлә һаҡ­лана. Ринат Зөфәр улы үҙенең дуҫы, Башҡортостандың баш ҡалаһындағы “Ете ҡыҙ” фонтанын эшләгән скульптор Хәниф Хә­бибрахмановты ла телгә алды. Музыкант Рушат Рәхимов иһә үҙе­нең ижадында “Ете ҡыҙ” ле­гендаһы менән осрашыуы, был көйҙөң оҙаҡ ваҡыт репертуарында урын биләүе хаҡында бәйән итте.
Сәмерхановтар ойошторған күргәҙмә башҡорттарҙың көн­күреше, тарихы һәм мәҙәниәте менән таныш булмағандарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты: экспонаттар араһында тирмә, ҡамсы, башҡорт кейемендәге ҡурсаҡтар, ҡумыҙ, ысын ат дағалары бар ине. Экспонаттарҙың күбеһен Ырымбур өлкәһендәге башҡорт ауылында тыуған, Өфөлә башҡорт мәктәбендә уҡыған Рауза апай алып килгән.
Канадалағы премьераны ойоштороусылар “Етегән” фильмын күрһәтеү һөҙөмтәһендә башҡорттарға, уларҙың мәҙә­ниәтенә һәм тарихына ҡыҙыҡ­һыныу артыр тигән фекерҙә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781