Торонтола “Етегән” башҡорт музыкаль фильмының премьераһы булды. Айсыуаҡ Йомағолов һәм Рияз Исхаҡовтың картинаһы менән таныштырыу сараһын Өфөлә тыуып үҫкән, әле Канадала йәшәгән бер туған Фәриҙә менән Илдар Сәмерхановтар ойошторҙо. Бындай идея уларҙа быйыл яҙ Лос-Анджелеста ошондай уҡ сара үткәргәндән һуң тыуған. – Фильмдың йөкмәткеһенә төшөнөү өсөн иң элек ете ҡыҙ тураһындағы башҡорт риүәйәте менән таныштыҡ, уның буйынса төшөрөлгән ҡыҫҡа картинаны ҡараныҡ, – ти Фәриҙә. – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнгән ҡыҙҙарҙың хәрәкәттәре, үҙҙәрен тотошо бик оҡшаны. Тамашасылар уларҙың сығышын көслө алҡыштарға күмде. Артабан 2015 йылдың йәйендә Өфөлә “Ете ҡыҙ” фонтанының асылыуы тураһындағы репортажды ҡараныҡ.
Илдар Сәмерханов “Етегән” фильмына ҡағылышлы мәғлүмәттәр бирҙе. Әйткәндәй, быйыл майҙа ул картинаның продюсеры һәм идея авторы Рияз Исхаҡов менән осрашҡанда Әбйәлил районындағы Яҡтыкүл эргәһендә төшөрөлгән фильмдың тарихы хаҡында ҡыҙыҡһынған.
– Кинокартинаны бик мауығып ҡараныҡ, хатта залдағы балалар ҙа тынып ҡалғайны, бөтә иғтибар экранға йүнәлтелгәйне. Утты яндырғас, ҡараһаҡ, күптәрҙең күҙендә йәш ине. Көслө алҡыштар яңғыраны, – ти Фәриҙә. – Шул саҡ көтөлмәгән хәл булды: тамашасылар бер-бер артлы баҫып, фильм тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Мәҫәлән, Айгөл Рәхимова Өфөлә фильмдағы төп ролде башҡарған актриса менән таныш булыуы, өләсәһен нисек итеп кейәүгә биргәндәре хаҡында һөйләне. Башҡортостандың көньяғында тыуып үҫкән Сәрүәр апайҙың бала саҡтан ошо риүәйәтте белеүе, “Ете ҡыҙ”ҙы бейеүе, әлеге ваҡиғалар булған төбәкте үҙ күҙҙәре менән күреүе тураһында бәйән итеүе күптәргә ҡыҙыҡлы ине. Ул Өфөнән алып ҡайтҡан сувенир тирмәне, Башҡортостан флагын, кейеҙ балаҫты күрһәтте, ҡумыҙҙа уйнаны, өзләү, башҡорт кейемдәре хаҡында һөйләне.
Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Ринат Харисов легенда буйынса Торонтола “Ете ҡыҙ” картинаһын төшөргән. Ул әле Өфөлә һаҡлана. Ринат Зөфәр улы үҙенең дуҫы, Башҡортостандың баш ҡалаһындағы “Ете ҡыҙ” фонтанын эшләгән скульптор Хәниф Хәбибрахмановты ла телгә алды. Музыкант Рушат Рәхимов иһә үҙенең ижадында “Ете ҡыҙ” легендаһы менән осрашыуы, был көйҙөң оҙаҡ ваҡыт репертуарында урын биләүе хаҡында бәйән итте.
Сәмерхановтар ойошторған күргәҙмә башҡорттарҙың көнкүреше, тарихы һәм мәҙәниәте менән таныш булмағандарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты: экспонаттар араһында тирмә, ҡамсы, башҡорт кейемендәге ҡурсаҡтар, ҡумыҙ, ысын ат дағалары бар ине. Экспонаттарҙың күбеһен Ырымбур өлкәһендәге башҡорт ауылында тыуған, Өфөлә башҡорт мәктәбендә уҡыған Рауза апай алып килгән.
Канадалағы премьераны ойоштороусылар “Етегән” фильмын күрһәтеү һөҙөмтәһендә башҡорттарға, уларҙың мәҙәниәтенә һәм тарихына ҡыҙыҡһыныу артыр тигән фекерҙә.