Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирәмәлдән илһам алып...
Бәрәкәтле Учалы төбәге ҡаҙылма байлыҡтары, күркәм тәбиғәте менән генә түгел, һәләтле кешеләре менән дә данлы. Төрлө кимәлдәге сәхнәләрҙе шаулатып, шөһрәт ҡаҙанған сәнғәт оҫталары менән бер рәттән, меңәрләгән китап уҡыусының һөйөүен һәм хөрмәтен яулаған бихисап ҡәләм оҫталары ла сыҡҡан был ерҙән. Юҡҡамы ни халыҡ хәтерендә йор һүҙле, маһир телле сәсәндәр төбәге булараҡ та билдәле ырыҫлы Ирәмәл буйы! Яҙыусыларға килгәндә, Әбүс (Сабит Суфиянов), Ғәзим Аллаяров, Нәжибәк Хафизов, Мөхәммәт Хәйҙәров, Талха Ғиниәтуллин, Мәүлит Ямалетдинов кеүек талант эйәләре Учалы ерендә үҫеп, ижадының илһам маяһын тап ошонда туплаған...

Төбәктең һәләтле ҡәләм оҫталарын берләштергән Учалы яҙыусылар ойош­маһы быйыл сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Тәү ҡарамаҡҡа әллә ни ҙур ваҡыт арауығы һымаҡ тойолмаһа ла, ифрат уңышлы, һөҙөмтәле, республика ижадсылары тарихында сағыу эҙ ҡалдырған осор тип атарға була уны. Ошо йылдар эсендә ойошмала йөҙҙәрсә ҡәләм тирбәтеүсе илһам сығанағы тапҡан, ижад ҡанатын нығытҡан, үҙ уҡыусыһын йәлеп иткән. Төрлө йылдарҙа ойошмаға Рәүеф Насиров, Мәүлит Ямалетдинов һәм башҡалар етәкселек иткән, бөгөн иһә яуаплы вазифаны Әҡлимә Сафина башҡара.
Күптән түгел төбәктә юбилей айҡанлы йөкмәткеле сара булды. Унда ойошманың әүҙем ағзалары менән бер рәттән, баш ҡаланан ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты, билдәле яҙыусылар Таңсулпан Ғарипова, Рәлиф Кинйәбаев, Сабир Шәрипов учалыларҙың байрам кәйефен уртаҡлашты. Күңелле, сағыу сарала урындағы ижад оҫталары сығыш яһаны, әһәмиәтле иҫтәлектәр барланды, эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды. Әҡлимә Ғизетдин ҡыҙы әйтеүенсә, бөгөн ойошмала 104 ижадсы, шул иҫәптән Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздарында ағза булып торған 22 әҙип ижад итә, башҡорт әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен пропагандалау, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса бихисап эш башҡара. Йыл да ижадсыларҙың йыйынтыҡтары донъя күреп тора. Әйткәндәй, юбилей айҡанлы учалылар “Ирәмәлдең ҡаурый ҡәләме” тигән белешмә баҫтырған. Баҫманың төҙөүсеһе – Әҡлимә Сафина. Ул башҡарып сыҡҡан ҙур эште баһалап, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәрипова рецензия яҙған. Унда түбәндәге юлдар бар: “Йәмғиәттең социаль-ижтимағи торошон, ҡайһы ғына осорҙа булмаһын, нәфис әҙәбиәт асыҡ сағылдыра. Бының дөрөҫ­лөгөн тотош дәүләт кимәлендә лә, айырым төбәктәрҙең тормош миҫалында ла күрергә мөмкин. Әҡлимә Сафина төҙөгән белешмә лә ошо фекергә ҡеүәт. Республиканың баш ҡалаһынан шаҡтай алыҫта урын­лаш­ҡан ерҙә Учалы яҙыусылар ойошмаһының рәсми барлыҡҡа килеүе һәм сирек быуат йәшәүе был төбәктә милли мәҙәниәттең ысынлап та үҫеш юлында икәнлеген иҫбатлай”. Файҙалы ҡулланмала, Учалы ижадсыларынан тыш, Белорет, Әбйә­лил, Бөрйән, Мәсетле райондарының, Силәбе өлкәһе­нең ҡәләм оҫталары хаҡында ентекле мәғлүмәт бар, һәм ул мәҙәниәт, әҙәбиәт, мәғариф өлкәһендә эшләүселәр өсөн рухи табыш буласаҡ.
Юбилей сараһына ярашлы, Учалыла тағы бер ҙур эш атҡарылды: билдәле журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе, ике тиҫтәгә яҡын китап авторы, Рәсәйҙең, Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, айырыуса Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың Шакирйән Мөхәмәт­йәнов икәнлеген йәмәғәтселеккә иҫбат иткән яҙыусы булараҡ билдәле Рәүеф Насиров хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
Ҡужай ауылында тыуып үҫкән ҡәләм оҫтаһының яҙмышы Учалы районынан айырылғыһыҙ. Рәүеф Хәй улы 1967 – 1982 йылдарҙа “Ураҡ һәм сүкеш” гәзитенең баш мөхәррире булған, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, яҡташ­тарының ҡаҙаныштары-проблемалары менән ҡайнап йәшәгән. Тынғыһыҙ журналист “Урал йәшмәләре” ижади берләшмәһе эшенән дә ситтә ҡалмай, уға байтаҡ йылдар етәкселек иткән. “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары ла Рәүеф Хәй улын һәләтле публицист, үҙенсәлекле яҙыу стиле булған тынғыһыҙ журналист булараҡ белә, сөнки ул 1982 йылдан гәзиттең үҙ хәбәрсеһе, артабан баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән.
Учалылар данлыҡлы яҡташының иҫтә­леген ҡәҙерләп һаҡлай. Былтыр район Советы депутаттары ҡарары менән ҡала урамдарының береһенә Рәүеф Насиров исеме бирелһә, “Ураҡ һәм Сүкеш” гәзите редакцияһы урынлашҡан йортта иҫтәлекле таҡтаташ асылыуы ла район халҡы өсөн рухи әһәмиәткә эйә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780