Ирәмәлдән илһам алып...21.06.2016
Бәрәкәтле Учалы төбәге ҡаҙылма байлыҡтары, күркәм тәбиғәте менән генә түгел, һәләтле кешеләре менән дә данлы. Төрлө кимәлдәге сәхнәләрҙе шаулатып, шөһрәт ҡаҙанған сәнғәт оҫталары менән бер рәттән, меңәрләгән китап уҡыусының һөйөүен һәм хөрмәтен яулаған бихисап ҡәләм оҫталары ла сыҡҡан был ерҙән. Юҡҡамы ни халыҡ хәтерендә йор һүҙле, маһир телле сәсәндәр төбәге булараҡ та билдәле ырыҫлы Ирәмәл буйы! Яҙыусыларға килгәндә, Әбүс (Сабит Суфиянов), Ғәзим Аллаяров, Нәжибәк Хафизов, Мөхәммәт Хәйҙәров, Талха Ғиниәтуллин, Мәүлит Ямалетдинов кеүек талант эйәләре Учалы ерендә үҫеп, ижадының илһам маяһын тап ошонда туплаған...
Төбәктең һәләтле ҡәләм оҫталарын берләштергән Учалы яҙыусылар ойошмаһы быйыл сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Тәү ҡарамаҡҡа әллә ни ҙур ваҡыт арауығы һымаҡ тойолмаһа ла, ифрат уңышлы, һөҙөмтәле, республика ижадсылары тарихында сағыу эҙ ҡалдырған осор тип атарға була уны. Ошо йылдар эсендә ойошмала йөҙҙәрсә ҡәләм тирбәтеүсе илһам сығанағы тапҡан, ижад ҡанатын нығытҡан, үҙ уҡыусыһын йәлеп иткән. Төрлө йылдарҙа ойошмаға Рәүеф Насиров, Мәүлит Ямалетдинов һәм башҡалар етәкселек иткән, бөгөн иһә яуаплы вазифаны Әҡлимә Сафина башҡара.
Күптән түгел төбәктә юбилей айҡанлы йөкмәткеле сара булды. Унда ойошманың әүҙем ағзалары менән бер рәттән, баш ҡаланан ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты, билдәле яҙыусылар Таңсулпан Ғарипова, Рәлиф Кинйәбаев, Сабир Шәрипов учалыларҙың байрам кәйефен уртаҡлашты. Күңелле, сағыу сарала урындағы ижад оҫталары сығыш яһаны, әһәмиәтле иҫтәлектәр барланды, эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды. Әҡлимә Ғизетдин ҡыҙы әйтеүенсә, бөгөн ойошмала 104 ижадсы, шул иҫәптән Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздарында ағза булып торған 22 әҙип ижад итә, башҡорт әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен пропагандалау, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса бихисап эш башҡара. Йыл да ижадсыларҙың йыйынтыҡтары донъя күреп тора. Әйткәндәй, юбилей айҡанлы учалылар “Ирәмәлдең ҡаурый ҡәләме” тигән белешмә баҫтырған. Баҫманың төҙөүсеһе – Әҡлимә Сафина. Ул башҡарып сыҡҡан ҙур эште баһалап, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәрипова рецензия яҙған. Унда түбәндәге юлдар бар: “Йәмғиәттең социаль-ижтимағи торошон, ҡайһы ғына осорҙа булмаһын, нәфис әҙәбиәт асыҡ сағылдыра. Бының дөрөҫлөгөн тотош дәүләт кимәлендә лә, айырым төбәктәрҙең тормош миҫалында ла күрергә мөмкин. Әҡлимә Сафина төҙөгән белешмә лә ошо фекергә ҡеүәт. Республиканың баш ҡалаһынан шаҡтай алыҫта урынлашҡан ерҙә Учалы яҙыусылар ойошмаһының рәсми барлыҡҡа килеүе һәм сирек быуат йәшәүе был төбәктә милли мәҙәниәттең ысынлап та үҫеш юлында икәнлеген иҫбатлай”. Файҙалы ҡулланмала, Учалы ижадсыларынан тыш, Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Мәсетле райондарының, Силәбе өлкәһенең ҡәләм оҫталары хаҡында ентекле мәғлүмәт бар, һәм ул мәҙәниәт, әҙәбиәт, мәғариф өлкәһендә эшләүселәр өсөн рухи табыш буласаҡ.
Юбилей сараһына ярашлы, Учалыла тағы бер ҙур эш атҡарылды: билдәле журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе, ике тиҫтәгә яҡын китап авторы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, айырыуса Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың Шакирйән Мөхәмәтйәнов икәнлеген йәмәғәтселеккә иҫбат иткән яҙыусы булараҡ билдәле Рәүеф Насиров хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
Ҡужай ауылында тыуып үҫкән ҡәләм оҫтаһының яҙмышы Учалы районынан айырылғыһыҙ. Рәүеф Хәй улы 1967 – 1982 йылдарҙа “Ураҡ һәм сүкеш” гәзитенең баш мөхәррире булған, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, яҡташтарының ҡаҙаныштары-проблемалары менән ҡайнап йәшәгән. Тынғыһыҙ журналист “Урал йәшмәләре” ижади берләшмәһе эшенән дә ситтә ҡалмай, уға байтаҡ йылдар етәкселек иткән. “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары ла Рәүеф Хәй улын һәләтле публицист, үҙенсәлекле яҙыу стиле булған тынғыһыҙ журналист булараҡ белә, сөнки ул 1982 йылдан гәзиттең үҙ хәбәрсеһе, артабан баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән.
Учалылар данлыҡлы яҡташының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Былтыр район Советы депутаттары ҡарары менән ҡала урамдарының береһенә Рәүеф Насиров исеме бирелһә, “Ураҡ һәм Сүкеш” гәзите редакцияһы урынлашҡан йортта иҫтәлекле таҡтаташ асылыуы ла район халҡы өсөн рухи әһәмиәткә эйә.