Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эй, мәктәбем, белем усағы, һин – ғүмерҙең иң гүзәл сағы...
Эй, мәктәбем, белем усағы, һин – ғүмерҙең иң гүзәл сағы... Зәп-зәңгәр күктә, көмөш толомдарын тағатып, Ҡояш йылмая. Уның шатлығы кешеләр йөҙөндә сағылып, тирә-йүнгә байрам кәйефе бөркә. Геүләп тора мәктәп алды. Сәскә гөлләмәләре тотҡан балалар, яҙҙы һағынып көткән ҡоштар шикелле, сыр-сыу килә. Уларға олпат ағай-апайҙарҙың күкрәктәрендәге миҙал сыңы ҡушылып, ошо илаһи моң күңелде наҙлай.

Халҡыбыҙҙың мәҙәни үҙәге булған ҙур башҡорт ауылындағы Сәйетбаба мәктәбе был. Ауыл хакимиәте башлығы Илдар Латыпов сығарылыш уҡыусыларын изге теләктәргә бүләктәр ҡушып тәбрикләне, алдынғы уҡытыусыларға Почет грамоталары тапшырҙы. Ауылдың хөрмәтле аҡһаҡалы Закир Ишбирҙин уҡыусыларҙы заман ҡатмарлыҡтарына баш эймәй, көрәшеп йәшәргә, ҡыйыу һәм тәүәккәл булырға саҡырҙы. Сараға килгән хөрмәтле ҡунаҡтар араһында яҙыусы Гөлнур Яҡупова ла бар ине. Әҙибә, үҙенең “Ҡатындар” трилогияһының балаларҙы тәрбиәләүҙәге әһәмиәте тураһында һөйләп, мәктәпте тамамлаған уҡыусыларға фатихаһын бирҙе.
Сәйетбаба мәктәбен тамамлаған, рес­пуб­ликабыҙҙа танылыу яулаған эшҡыуар, философия фәндәре докторы Азат Фәй­зул­линдың килеүе бер мәртәбә өҫтәне сараға. Туған мәктәбенә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙып торған ир-уҙаман был юлы ла алдынғы уҡыусыларға аҡсалата премиялар тапшырҙы. Хәйер, Азат Фәйзуллиндың ата­һы Фәйзулла Фәйзуллин исемендәге премия хәҙер инде һигеҙенсе йыл тапшырылып, изге бер йолаға әүерелде, тиһәң дә хата түгел. Уҡыусыларҙың Азат ағала­рына ихлас рәхмәт һүҙҙәре күҙҙәрендә бал­ҡыған нурҙар булып емелдәне. Ә инде йүгереү буйынса зона ярыштарында 1-се урын яула­ған Булат Ғәлләмовҡа кроссовки тоттороп:
– Быны кейгәс, республиканың Йүгерек батыры булырһың, – тип, егеткә еңеүҙәр яулауын теләне Азат Фәйзулла улы.
Һуңғы ҡыңғырау... Тормош юлына аяҡ баҫҡан кисәге уҡыусылар өсөн ул тәүге ҡыңғырау булып та яңғырай. Юлдары уң булһын, йөрәктәре моң менән тулһын йәштәрҙең!


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779