Зәп-зәңгәр күктә, көмөш толомдарын тағатып, Ҡояш йылмая. Уның шатлығы кешеләр йөҙөндә сағылып, тирә-йүнгә байрам кәйефе бөркә. Геүләп тора мәктәп алды. Сәскә гөлләмәләре тотҡан балалар, яҙҙы һағынып көткән ҡоштар шикелле, сыр-сыу килә. Уларға олпат ағай-апайҙарҙың күкрәктәрендәге миҙал сыңы ҡушылып, ошо илаһи моң күңелде наҙлай.
Халҡыбыҙҙың мәҙәни үҙәге булған ҙур башҡорт ауылындағы Сәйетбаба мәктәбе был. Ауыл хакимиәте башлығы Илдар Латыпов сығарылыш уҡыусыларын изге теләктәргә бүләктәр ҡушып тәбрикләне, алдынғы уҡытыусыларға Почет грамоталары тапшырҙы. Ауылдың хөрмәтле аҡһаҡалы Закир Ишбирҙин уҡыусыларҙы заман ҡатмарлыҡтарына баш эймәй, көрәшеп йәшәргә, ҡыйыу һәм тәүәккәл булырға саҡырҙы. Сараға килгән хөрмәтле ҡунаҡтар араһында яҙыусы Гөлнур Яҡупова ла бар ине. Әҙибә, үҙенең “Ҡатындар” трилогияһының балаларҙы тәрбиәләүҙәге әһәмиәте тураһында һөйләп, мәктәпте тамамлаған уҡыусыларға фатихаһын бирҙе.
Сәйетбаба мәктәбен тамамлаған, республикабыҙҙа танылыу яулаған эшҡыуар, философия фәндәре докторы Азат Фәйзуллиндың килеүе бер мәртәбә өҫтәне сараға. Туған мәктәбенә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙып торған ир-уҙаман был юлы ла алдынғы уҡыусыларға аҡсалата премиялар тапшырҙы. Хәйер, Азат Фәйзуллиндың атаһы Фәйзулла Фәйзуллин исемендәге премия хәҙер инде һигеҙенсе йыл тапшырылып, изге бер йолаға әүерелде, тиһәң дә хата түгел. Уҡыусыларҙың Азат ағаларына ихлас рәхмәт һүҙҙәре күҙҙәрендә балҡыған нурҙар булып емелдәне. Ә инде йүгереү буйынса зона ярыштарында 1-се урын яулаған Булат Ғәлләмовҡа кроссовки тоттороп:
– Быны кейгәс, республиканың Йүгерек батыры булырһың, – тип, егеткә еңеүҙәр яулауын теләне Азат Фәйзулла улы.
Һуңғы ҡыңғырау... Тормош юлына аяҡ баҫҡан кисәге уҡыусылар өсөн ул тәүге ҡыңғырау булып та яңғырай. Юлдары уң булһын, йөрәктәре моң менән тулһын йәштәрҙең!