Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һүрәттәре нурлай күңелде
Һүрәттәре нурлай күңелде Ошо көндәрҙә ул үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләп, ҡотлауҙар ҡабул итеп, ғүмеренең тағы бер артылышына күтәрелеү тойғоһонан, һис шикһеҙ, күркәм бер картина яҙып ҡуйған булыр ине... Әммә яҙмыш бер кемде лә аямай. Башҡортостандың халыҡ рәссамы Зөфәр Ғаяновҡа арналған, йылы хәтирәләр менән һуғарылған оло һүрәтте уның менән дуҫ булған, бергә ижад иткән, уҡыған, шулай уҡ картиналары аша ғына белгән, ихтирам иткәндәр, һағынғандар күңел буяуҙары, һөйөү хисе аша яҙған. М. Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейында Зөфәр Ғаяновтың күргәҙмәһен асыу тантанаһы тап ошондай йылы, ихлас төҫ алды.

Зөфәр Ғаян улы Балтас райо­нының Һәйтәк ауылында донъяға килә. 1978 йылда Өфө сәнғәт институтының художество бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын М. Несте­ров исемендәге Баш­ҡорт­остан художество музе­йының директоры, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында һынлы сәнғәт һәм китап графи­каһы кафедраһы доценты булараҡ үтә. Музейҙа эшләгән дәүерендә тап уның башланғысы нигеҙендә һәм етәкселегендә тарихта беренсе тапҡыр музей ансамбле реконструкциялана. Рәссам республика, ил, халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, үҙен һынлы сәнғәттең төрлө йүнәлештәрендә һынай.
Һүрәттәре нурлай күңелде“Йылы кис”, “Тәүге ҡар” исемле картиналарын офорт стилендәге пейзаж жанрында башҡарһа, “Тыуған яҡта” серияһын акварель ҡулланып яҙа. Әйтергә кәрәк, Зөфәр Ғаян улының станокта башҡарылған, акварель ярҙамын­да төшөрөлгән һүрәттәренең күбеһендә – портреттар һәм пейзаждар. Графиканың байтаҡ төрҙәрендә оҫталыҡ туплаған рәссам ебәктә һүрәт төшөрөү – гохуа тип аталған боронғо ҡытай сәнғәтен дә яҡшы үҙләштерә. Был жанрҙа ул фәлсәфәүи рухта, тирә-яҡты үҙенсәлекле ҡарашы аша үткәреп ижад итә. “Урал батыр”, “Туҡай илһамы” тип аталған сериялары ошондай ысулға ҡарай.
1979 йылда – идаралыҡ ағзаһы, 1997 – 2001 йылдарҙа Башҡортос­тандың Рәссамдар союзы рәйесе урынбаҫары, 2001 – 2004 йылдар­ҙа ошо союздың рәйесе булараҡ, Зөфәр Ғаян улы республика һынлы сәнғәтен үҫтереүгә, йәш һәләттәрҙе асыуға ҙур көс һала.
Рәссамдың тыуыуына 75 йыл тулыу уңайынан ойошторолған “Минең серҙәрем” тигән күргәҙ­мәне асыу тантанаһында Зөфәр Ғаян улының бай ижад юлы, һоҡланғыс тормошо хаҡында ла телгә алынды. “Ниндәй вазифала эшләһә лә, ябай, алсаҡ, ярҙамсыл кеше булды ул. Кәрәк икән, төплө кәңәшен дә бирҙе, күңеле тулып киткән мәлдә ҡулына гармун алып моңланыр, бейеп тә китер ине” тип хәти­рәләргә бирелде яҡында­ры, хеҙмәттәштәре. Оҫталығын көнсығыш сәнғәте үҙенсәлектәре менән байытһа ла, һүрәттәрендә Зөфәр Ғаянов Башҡортостан тәби­ғәтенең хозурлығын, илаһи­лығын тасуирлай, уға дан йырлай. Уның ҡәләме кешеләрҙең төрлө яҙмыш­та­рын, хеҙмәттең күркәмлеген, йә­шәйештең бөйөк­лөгөн сағылдыра.
Гөлсәсәк МОСТАЕВА.



Тәлғәт МӘСӘЛИМОВ, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия универси­тетының художество-графика факультеты деканы, профессор:
– Зөфәр Ғаян улы изге күңелле, кешелекле, нескә хисле ине. Уның менән 1973 йылда 2-се педагогия училищеһына килгәс таныштым, оҫталыҡ дәрес­тәрен алдым. Үҙенең ижады аша беҙҙе – ауылдан килгән егет һәм ҡыҙҙарҙы – сәнғәт донъяһы менән таныш­тырҙы. Һуңғы йылдарҙа айырыуса тығыҙ арала­шырға насип булды. Ысын мәғә­нәһендә һоҡланғыс кеше ине ул. Һәләтлелеге һәм кешелеклелеге бергә ҡушылып, оҫтаны нурлы шәхескә әүерелдергән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 781