Ошо көндәрҙә ул үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләп, ҡотлауҙар ҡабул итеп, ғүмеренең тағы бер артылышына күтәрелеү тойғоһонан, һис шикһеҙ, күркәм бер картина яҙып ҡуйған булыр ине... Әммә яҙмыш бер кемде лә аямай. Башҡортостандың халыҡ рәссамы Зөфәр Ғаяновҡа арналған, йылы хәтирәләр менән һуғарылған оло һүрәтте уның менән дуҫ булған, бергә ижад иткән, уҡыған, шулай уҡ картиналары аша ғына белгән, ихтирам иткәндәр, һағынғандар күңел буяуҙары, һөйөү хисе аша яҙған. М. Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейында Зөфәр Ғаяновтың күргәҙмәһен асыу тантанаһы тап ошондай йылы, ихлас төҫ алды.Зөфәр Ғаян улы Балтас районының Һәйтәк ауылында донъяға килә. 1978 йылда Өфө сәнғәт институтының художество бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын М. Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейының директоры, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында һынлы сәнғәт һәм китап графикаһы кафедраһы доценты булараҡ үтә. Музейҙа эшләгән дәүерендә тап уның башланғысы нигеҙендә һәм етәкселегендә тарихта беренсе тапҡыр музей ансамбле реконструкциялана. Рәссам республика, ил, халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, үҙен һынлы сәнғәттең төрлө йүнәлештәрендә һынай.
“Йылы кис”, “Тәүге ҡар” исемле картиналарын офорт стилендәге пейзаж жанрында башҡарһа, “Тыуған яҡта” серияһын акварель ҡулланып яҙа. Әйтергә кәрәк, Зөфәр Ғаян улының станокта башҡарылған, акварель ярҙамында төшөрөлгән һүрәттәренең күбеһендә – портреттар һәм пейзаждар. Графиканың байтаҡ төрҙәрендә оҫталыҡ туплаған рәссам ебәктә һүрәт төшөрөү – гохуа тип аталған боронғо ҡытай сәнғәтен дә яҡшы үҙләштерә. Был жанрҙа ул фәлсәфәүи рухта, тирә-яҡты үҙенсәлекле ҡарашы аша үткәреп ижад итә. “Урал батыр”, “Туҡай илһамы” тип аталған сериялары ошондай ысулға ҡарай.
1979 йылда – идаралыҡ ағзаһы, 1997 – 2001 йылдарҙа Башҡортостандың Рәссамдар союзы рәйесе урынбаҫары, 2001 – 2004 йылдарҙа ошо союздың рәйесе булараҡ, Зөфәр Ғаян улы республика һынлы сәнғәтен үҫтереүгә, йәш һәләттәрҙе асыуға ҙур көс һала.
Рәссамдың тыуыуына 75 йыл тулыу уңайынан ойошторолған “Минең серҙәрем” тигән күргәҙмәне асыу тантанаһында Зөфәр Ғаян улының бай ижад юлы, һоҡланғыс тормошо хаҡында ла телгә алынды. “Ниндәй вазифала эшләһә лә, ябай, алсаҡ, ярҙамсыл кеше булды ул. Кәрәк икән, төплө кәңәшен дә бирҙе, күңеле тулып киткән мәлдә ҡулына гармун алып моңланыр, бейеп тә китер ине” тип хәтирәләргә бирелде яҡындары, хеҙмәттәштәре. Оҫталығын көнсығыш сәнғәте үҙенсәлектәре менән байытһа ла, һүрәттәрендә Зөфәр Ғаянов Башҡортостан тәбиғәтенең хозурлығын, илаһилығын тасуирлай, уға дан йырлай. Уның ҡәләме кешеләрҙең төрлө яҙмыштарын, хеҙмәттең күркәмлеген, йәшәйештең бөйөклөгөн сағылдыра.
Гөлсәсәк МОСТАЕВА.
Тәлғәт МӘСӘЛИМОВ, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты деканы, профессор:– Зөфәр Ғаян улы изге күңелле, кешелекле, нескә хисле ине. Уның менән 1973 йылда 2-се педагогия училищеһына килгәс таныштым, оҫталыҡ дәрестәрен алдым. Үҙенең ижады аша беҙҙе – ауылдан килгән егет һәм ҡыҙҙарҙы – сәнғәт донъяһы менән таныштырҙы. Һуңғы йылдарҙа айырыуса тығыҙ аралашырға насип булды. Ысын мәғәнәһендә һоҡланғыс кеше ине ул. Һәләтлелеге һәм кешелеклелеге бергә ҡушылып, оҫтаны нурлы шәхескә әүерелдергән.