Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәҙисә менән Тимерхандың шатлығы
Хәҙисә менән Тимерхандың шатлығы Салауат дәүләт башҡорт драма театры 83-сө миҙгелде япҡан осорҙа Рәмзиә һәм Рафаэль Ғәйнуллиндарҙың йәш ғаиләһенә өс бүлмәле фатир асҡысы тапшырылды. Республикалағы бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн дәүләт социаль яҡлау программаһы ошондай мөмкинлек бирҙе.

Бәхетлеләрҙе Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов ҡотланы. Ул шулай уҡ актерҙар Ренат Ибәтуллинға, Мирас Йомағужинға һәм Рәмзиә Ғәйнулли­наға министрлыҡтың Почет грамоталарын тапшырҙы.
Әйткәндәй, Ибраһим Абдуллиндың “Эх, Өфө ҡыҙҙары!” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Майя роле өсөн Рәмзиә Мәҡсүтова, Шәүрә Шәкүро­ваның “Оляның бәхете” (“Олюшкино счастье”) пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Ольга роле өсөн Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған артисы Нәүфилә Яҡупова йыл актерҙары тип иғлан ителде. Иң яҡшы актерҙарға 1993 йылдан аҡсалата премия тапшырыла.
Салауат театры сираттағы миҙгел­де “Ерҙәштәр” спектакленең премье­раһы менән япты. Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Ауыл адвокаттары” повесы буйынса спектаклде Мәскәү режиссеры Антон Федоров ҡуйҙы.
Театрҙың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 2015 – 2016 йылғы миҙгелдә салауаттар Ханты-Манси автономиялы округында һәм Силәбе өлкәһендә гастролдә булған. Йәмғеһе 177 спектакль ҡуйылған, шул иҫәптән өс яңы спектаклдең икәүһе — федераль грант аҡсаһына. Театр яҡшы йолаға әйләнгән проекттарын да дауам иткән. Улар иҫәбенә “Театр — инвалид балаларға”, “Театр төнө” инә. Салауат дәүләт башҡорт драма театры ҡарамағындағы “Арлекин” студияһына йөрөгән балалар “Таланттар планетаһы” халыҡ-ара фес­тиваль-конкурсында лауреат булған.
Ошо көндәрҙә шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлап Ғөбәйҙуллиндарға шылтыраттыҡ.
— Фатирҙы барып күрҙек. Балала­рыбыҙ Хәҙисә менән Тимерхан шатланып үҙҙәренә бүлмә лә һайлап ҡуйҙы. Көҙөн ғаиләбеҙҙә ҙур ваҡиға көтөлә — бәпес алып ҡайтабыҙ. Шуға фатир асҡысы алыу оло ҡыуаныс. Беҙҙең хеҙмәтте баһалаған Хөкүмәте­беҙгә рәхмәт, — тине ғаилә башлығы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779